Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Спектаклдәр
Ж.-Б. Мольер

«ҺАРАН»

16+
Жанр: комедия

Спектакль 2 сәғ. 10 мин. бара

 

Музыкаль-пластика партитура һәм

                                              әҫәрҙең сәхнә редакцияһы авторы – Искәндәр  Саҡаев.

Руссанан Хөрмәтулла Үтәшев тәржемәһе

Әҫәрҙең — ярайһы ҡатмарлы сюжеты спектаклдә шартлы рәүештә һүрәтләнә. Хатта геройҙарҙың үҙҙәре лә шартлы кеүек. Әммә ваҡиғалар үҫеше шундай оҫта итеп үрелгән — һаранлыҡ идеяһы классик театр талаптарына ярашлы дәрәжәлә аҡыл һәм хәйлә менән ҡоролоған, ахырҙа, кеше тәбиғәтендәге ошо үҙенсәлек асыҡтан-асыҡ күренеп, зиһендәрҙең аҫтын-өҫкә килтерә. Мольер әҙәм балаһы характерының бер генә һыҙатын тасуирлай, уның ҡарауы, был кәмселекте һүрәтләп, бөйөк фекерҙәр еткерә.
Гарпагон ҡарт бик бай һәм һаран кеше. Балалары Клеант менән Элизаны ла һаранлығы менән шаҡтай интектерә. Тиҙҙән ҡыҙын, ҡарт булһа ла бай ғына кейәүгә бирер, улын өйләндерер, ә үҙенә ни ҡала? Берҙән-бер дуҫтары — «аҡсаҡайҙары»…
Мольерҙың Гарпагоны үтә һаран, әммә көлкөлө һәм йәл дә. Ул йән көйҙөргөс, тик ҡурҡыныс түгел. Ошоноң менән дә ул һаранлыҡты кешенең иң ҙур трагедияһына күтәргән Шекспирҙың Шейлогынан, Бальзактың Гобсегынан, Пушкиндың һаран рыцаренән, Гоголдең Плюшкинынан айырылалыр.


Фотоотчеттар


Спектакль авторҙары
Режиссер:
Искәндәр Саҡаев
Рәссам- яҡтыртыусы:
Илшат Саяхов
Музыкаль биҙәлештә Д.Скарлатти,
Т. Альбинони әҫәрҙәре ҡулланылды
Ролдәрҙә
Клеант:
Ансельм:
Симон, маклер, Комиссар:
Жак, ашнаҡсы, күсер :
Брендавуан:
Ламерлюш:

Премьера көнө:
21 март 2015 йыл.
Режиссер ярҙамсыһы:
Әлфирә Ҡоланбаева