Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Спектаклдәр
А. Кивиряхк

«ӘЛИФБАНАН БЕР СЕБЕШ»

12+
Жанр: монодрама

 «Мельпомена Таврии» (Херсон, Украина, 2013), «Арт-соло» ( Владикавказ, Төнъяҡ Осетия, 2013); «MENAS» (Паневежис, Литва, 2014), «Молодой театр» (Петрозаводск, Карелия,  2014) Халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнашыусы.

Спектакль 1 сәғ. 35 мин. бара

Был спектаклдә бер генә герой - Мәүлит.

Үҙенә тәғәйен ғүмер юлын әҙәм балаһы төрлөсә уҙа, тормошҡа ул йә яраҡлаша, йә яраҡлаша алмай. Был бик күп шарттарға бәйле. Бәлки, кешегә, Мәүлит кеүек, бик үк рәхимле булмаған тирә-яҡты әсәһенең ҡанаты аҫтынан, йылыла ғына, суҡышын күрһәтеп ятҡан себеш кеүек, күҙәтеп кенә ятырғалыр! Мәүлит, тәү ҡарашҡа, балаларса бер ҡатлы, өләсәһе ҡуйынында ғына үҫкән, сибек рухлы әҙәм. Бисара хәлендә көн итеүсе бәләкәй кешенең зиһене әлифба кимәленән үтмәгән һәм бының менән ул риза, тормошҡа артыҡ зарланмай. Әммә уның йәмғиәткә, кешеләргә ҡарата үҙенсә фәлсәфәһе бик тә ҡыҙыҡ, ҡайсаҡ дөрөҫ тә кеүек!



Спектакль авторҙары
Режиссер:
Линас Зайкаускас
Рәссам:
Маргарита Мисюкова
Композитор:
Ләйсән Шәрипова
Эстон теленән руссаға - Борис Тух, рус теленән башҡортсаға - Факил Мырҙаҡаев тәржемәһе
Ролдәрҙә
Мәүлит:

Премьера көнө:
9 февраль, 2013 йыл
Спектакль рус теленә тәржемә ителә
Диктор-тәржемәсе:
Эльвира Мөхөтдинова
Режиссер ярҙамсыһы:
Айым Әхмәҙуллина