Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Спектаклдәр
С. Айытматов

«АҠ ПАРОХОД»

12+
Жанр: драма

Спектакль 2 сәғ. 45 мин. бара

Халыҡ эпосы кимәлендәге мәшһүр «Аҡ пароход» повесында һүрәтләнгән саф күңелле, аҡ фекер донъяһында йәшәгән ете йәшлек малайҙың аяныслы яҙмышы бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

Малай Ысыҡкүл буйында урынлашҡан малсылар һәм урмансылар йәшәгән кордонда олатаһы менән көн итә. Бында тағы бер нисә ғаилә бар. «Кис, эште бөтөргәс, олатайым миңә әкиәттәр һөйләй. Уның әкиәттәре төрлө: көлкөлө, бошонҡо, ҡурҡыныс һәм ҡайғылыһы ла бар. Ләкин минең иң яратҡан әкиәтем – Мөгөҙлө инә болан тураһындағы әкиәт», - ти малай.

… Бала өлкәндәр тормошоноң аяуһыҙ ысынбарлығын ҡабул итә алмай, Аҡ пароход – ап-аҡ хыялы артынан мәңгелеккә йөҙөп юғала…



Спектакль авторҙары
Инсценировка авторҙары
Олег Ханов, Линас Зайкаускас
Режиссер:
Линас Зайкаускас
Композитор:
Урал Иҙелбаев, Ш. Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Балетмейстер:
Костюмдар һәм ҡурсаҡтар буйынса рәссам
Маргарита Мисюкова
Ҡом графикаһы рәссамы
Руслан Мәғәлимов
Руссанан Ф. Мырҙаҡаев тәржемәһе
Ролдәрҙә
Момун:
Олег Ханов, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Дәүләт һәм С. Юлаев ис. дәүләт премиялары лауреаты
Ырыҫҡол:
Сәйетәхмәт:
Автолавка шоферы :
Күкетай :
Спектаклдә театр оркестры ҡатнаша

Премьера көнө:
15 март, 2013 й.
Режиссер ярҙамсыһы:
Гөлнәфисә Исҡужина