«БИРНӘҺЕҘ ҠЫҘ»
Спектакль 2 сәғ. 30 мин. бара
Ларисаға, бирнәһе булмау сәбәпле, егеттәр өйләнергә ашыҡмай. Ҡыҙҙың әйләнә-тирәһендә бай сәнәғәтселәр һәм сауҙагәрҙәр, һәр ҡайһыһының үҙ матди мәнфәғәте. Лариса Дмитриевнаның әсәһе улар менән ихлас аралаша, ҡыҙын нисек тә шул байҙарҙың береһенә биреп ебәрергә хыяллана. Ә Ларисаның күңеле тик берәүҙә — Сергей Сергеич Паратовта. Ул “бик ҡупшы барин, пароход хужаһы,тик өйләнә, бай ҡыҙға, сөнки бирнәгә алтын приискылары вәғәҙә ителә…”
…Яратҡан кешеһенең хыянатынан Лариса Дмитриевна бөтөнләй юғалып ҡала. Байлыҡ, иҫәп-хисап хөкөм һөргән һоро тормоштан тамам ваз кискән ҡот осҡос минуттарҙа, Лариса, йәрәшелгән, әммә яратмаған кейәүе — Карандышев ҡулынан һәләк була.