Спектаклдәр
Шарль Перро

«ИТЕКЛЕ БЕСӘЙ»

0+
Жанр: әкиәт

инсценировка авторы - Владимир Ганзенко

Әкиәт 1 сәғәт 10 минут бара

Бала саҡтан уҡ барыбыҙға ла таныш, аҡыллы һәм изгелекле, ҡыйыу һәм хәйләкәр, ҡыҙыл итектәр кейгән бесәй тураһындағы әкиәт М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә тәү тапҡыр ҡуйыла. Нимә хаҡында һуң был нисәмә быуынды тәрбиәләгән, уйландырған, дәртләндергән, үлемһеҙ әҫәр? Саҡ ҡына пьесалағы ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрәйек: ағаларының береһенә тирмән, икенсеһенә - ишәк, ә кинйә малайға атаһынан мираҫҡа бесәй генә ҡала. Ағалары шулай ҡарар итә. Сөнки атаһы, кинйә улын иркәләп, эшкә дәртләндереп, ҡайһы саҡ ул эшләмәһә лә, «быны кесе улым эшләне», тип маҡтап, ярата. Ә өлкәндәргә был һис тә оҡшамай. Көнләшеүҙән шартлар сиккә еткән ағалары, атай үлгәс, ҡустыларына бесәйен тоттороп сығарып ебәрә. Ә бесәй? Ул һис тә ябай бесәй булмай сыға! Мөғжизәле итек кейеп, мөғжизә артынан мөғжизә яһап ҡына тора! Ярлы ғына хужаһын Принцесса һынлы Принцессаға өйләндереүгә ирешә! Төп ролде – Итекле бесәйҙе Урал Әминов башҡара.
Ролдәрҙә Айнур Ситдиҡов, Хәким Мортазин, Гөлнара Әмирова, Римма Ҡаһарманова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева һәм башҡа йәш артистар. Музыкаль яҡтан һәм сәхнә биҙәлеше (ул урам бесәйҙәренең йырҙары, бейеүҙәре тиһеңме, ул Король һарайы, костюмдар тиһеңме – барыһы ла мауыҡтырғыс) үҙҙәре бер мөғжизә. Әкиәт рус һәм башҡорт телдәрендә уйнала.


Фотоотчеттар


Спектакль авторҙары
Режиссер:
Композитор:
Хореограф:
Сергей Андриянов
Шиғырҙар авторы
Владимир Аношкин
Ролдәрҙә
Итекле бесәй :
1- се ата бесәй, һаҡсы :
2- се ата бесәй:
Даниель:
Өлкән ағай , ҡала кешеһе, һаҡсы :
Бәләкәй ағай, һаҡсы:
Принцесса :
Тылсымсы Этиссера :

Премьера көнө:
22 декабрь 2014 й.
Режиссер ярҙамсыһы:
Әлфирә Ҡоланбаева