Спектаклдәр
Э.Йәһүҙин

«ЙҮГЕР, ХАРИС, ЙҮГЕР…»

16+
Жанр: комедия

                                                                                                                                                                                                                    Спектакль 2 сәғәт бара    

Бер саҡ Харис ҡатыны менән телевизор ҡарап ултыра, ә башында бер генә уй: нисек яйын табып, иртәнсәк һөйәркәһе янына инеп сығарға? Шул ваҡытта, йүгереүҙең файҙаһы тураһында аҡыл һаталар телевизорҙа. «Мин дә йүгерә башлайым», — ти ул эргәһендә ултырған ҡатынына. Күптән кәрәк ине, ти уныһы ла, мисәт баҫып. Үҙҙәренең йортонда йәшәүсе берәүҙең, йүгерә башлағас, тәмәкеһен ташлағанын да иҫләп лығырҙап ала. «Тем паче, — ти Харис,-бәлки, мин дә ташлармын, көндөң теләһә ҡайһы ваҡытында йүгерһәң дә ярай бит әле»,- тигән уйҙа иртән кроссовкиҙар менән спорт костюмын кейә лә, сығып китә. Ә ҡатындың, шатлығынан йөҙҙәре ай һымаҡ балҡый: «Башта әкренерәк кәрәк, бик ҡыҙыу тотонма», — тип ҡала. Шулай итеп, бер көн иртән саба-йүгерә барып керә ул Фаинаның өйөнә. Ә Фаинаның ире, әле генә, командировкаға тип, аэропортҡа сығып киткән була. Тик, ай-һай, көнө боҙолоп тора, самолет осор микән?


Фотоотчеттар


Спектакль авторҙары
Режиссер:
Алмас Әмиров
Композитор:
Ролдәрҙә

Премьера көнө:
29 апрель 2015 й.