«ЙОСОФ ҺӘМ ЗӨЛӘЙХА»
Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ҡуйылды
Спектакль 2 сәғ. 30 мин. бара
Йософ, белеүебеҙсә, ислам пәйғәмбәре. Йософҡа Ҡөръәндең 12-нсе сүрәһе бағышланған. Ҡөръәндәге Йософ сүрәһенә нигеҙләнгән «Ҡисса-и Йософ» (Йософ китабы) Ҡол Ғәли тарафынан XIII быуаттың беренсе яртыһында ижад ителгән.
Төп герой Йософ — ир-егет матурлығы кәүҙәләнеше. Аҡыл, тоғролоҡ, кешене ярлыҡау һәм ғәфү итә белеү – уның төп матур һыҙаттары.
Йософ үҙенең яҙмышын, даны алыҫҡа тараласаҡ хаким булырын төшөндә күрә. Был төш тураһында белеп ҡалған көнсөл ағалары Йософто ҡоҙоҡҡа ырғыта… Ләкин Йософ үлемдән дә, ҡоллоҡҡа һатылған еренән дә ҡотола, үҙенең зирәклеге арҡаһында Мысыр батшаһы булып китә.
«Йософ һәм Зөләйха»ла мөхәббәт мажаралы ваҡиғалар аша асыла: Көнсығыш илдәренең береһендә батша ҡыҙы Зөләйха төшөндө үҙен Мысыр батшаһы тип танытҡан Йософҡа ғашиҡ була. Атаһы Зөләйханы Мысырҙың әлеге батшаһына кейәүгә бирергә теләүен әйтә. Буласаҡ иренең иленә килгән Зөләйха был батшаның төшөндә күргән егет түгеллеген аңлай, шулай ҙа уға кейәүгә сыға, әммә Йософҡа тоғролоҡ һаҡлай. Күпмелер ваҡыт уҙғас Зөләйханың ире Йософто ҡол итеп һатып ала.