Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
30май
АНТИГОНА
Спектаклдәр
Т. Ғарипова

«МАҠТЫМҺЫЛЫУ, ӘБЛӘЙ ҺӘМ ҠАРА ЮРҒА»

12+
Жанр: мюзикл

Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына ҡуйылды

Спектакль 2 сәғәт 30 мин. бара

«Мин ялсы түгел, мин – ир күңеле, уның ике ҡанаты!»

эпостан

«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклы ғәжәйеп үҙенсәлекле сәхнә күренеше: бында башҡорт халыҡ йолалары менән хәҙерге заман драматургияһы, музыка, йыр, хореография сәнғәтенең традициялары бер- береһенә үрелеп бара.

Спектакль башҡорт халыҡ йыры “Ҡара юрға”ның сюжетына нигеҙләнгән. Мюзиклда әҙәм йәнле хайуан - Ҡара юрғаның кешеләрҙең бәхете хаҡына ҡылған изгелектәре һүрәтләнә, бында героик әкиәт, социаль - көнкүреш мотивтары, героизм темаһы, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр асыҡ күренә.
«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» - сағыу һәм романтик, күңелгә үтеп инерлек, моңло спектакль. Күтәренке рух, юмор, махсус музыка, актерҙарҙың оҫта уйыны, зауыҡлы сәхнә костюмдары, заманса биҙәлеш - быларҙың барыһы ла тамашасыла онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.

Спектакль Башҡортостан Республикаһы Президенты гранты ярҙамында ҡуйылды.


Фотоотчеттар


Спектакль авторҙары
Режиссер:
Композитор:
Урал Иҙелбаев, Ш. Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Балетмейстер:
Ролдәрҙә
Ҡара юрға :
Ҡара бейә:
Бәпәнәй :
Гөлмәрйәм, Ҡолонсаҡ :
Менәүәрә :
Нөгөш яусыһы :
Сәреүәрә :
Сәрмәсән яусыһы :
Әй яусыһы :
Йәш егет:
Күмәк сәхнәләрҙә:
театр артистары

Премьера көнө:
22 ноябрь, 2013 йыл
Режиссер ярҙамсыһы:
Гөлнәфисә Исҡужина