Спектаклдәр
Д.Урбан

MOUSE STORY (әкиәт)

6+
Жанр: әкиәт

Бер сыр фабрикаһында йәшәгән, ти, һоро сысҡандар ғаиләһе: әсәһе, атаһы һәм уларҙың Шома исемле улдары. Уларҙың барыһы ла - йылы йорттары, тыңлаусан улдары һәм бик күп, тәмле-тәмле сырҙары булған. Тик бер көн сысҡандар ғаиләһе киске аш ашарға ултырғанда уларҙың йорттарына икенсе аҡ сысҡан ғаиләһе - әсәһе, атаһы һәм уларҙың Фружа исемле ҡыҙҙары килеп керә. Аҡ сысҡандарҙың килеп инеүҙәре була, һоро сысҡандарҙың ҡайғы-хәсрәтһеҙ тормоштары онотола. Ата-әсәләре араһында дошманлыҡ, ә балалары Шома һәм Фружа араһында – ДУҪЛЫҠ тоҡанып китә! Әммә ниндәй генә бәлә-ҡазалар килеп сыҡмаһын, Шома менән Фружи бер ҡасан да бер-береһенән айырылышмаҫҡа ант итәләр.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләкәй сысҡандарҙың дуҫлығына ата-әсәләренең бер-береһен күрә алмаусанлығы ҡамасаулай. Кемдән ярҙам һорарға белмәгән Шома менән Фружи Бесәйгә мөрәжәғәт итәләр. Әммә, Бесәй ябай ғына бесәй булып сыҡмай, ул Бөйөк Бесәй – тылсымсы. Ул Шома менән Фружины йә аҡҡа, йә һораға әйләндереп, унан һуң киреһенсә һоронан аҡҡа, аҡтан һороға әйләндереп, уларҙың ата-әсәләрендә дуҫлаштырырға ризалыҡ бирә.
Һәр әкиәттәгесә, был мажаралар ҙа яҡшы тамамлана. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт, татыулыҡ һәм тыныслыҡ тураһындағы был спектакль кескәйҙәргә һәм уларҙың ата-әсәһенең күңеленә хуш килер.

 



Спектакль авторҙары
Режиссер:
Рәссам:
Карина Ситдиҡова
Композитор:
Вәсил Ғафаров
Балетмейстер:
Александр Родионов
Рус теленә тәржемә авторы
Сергей Фадеев
Башҡорт теленә тәржемә авторы
Динара Ҡәйүмова
Ролдәрҙә
Шома (уларҙың улдары):
Фружи (уларҙың ҡыҙҙары):

Премьера көнө:
22 декабрь, 2017 й.
Спектакль рус теленә тәржемә ителә
Диктор-тәржемәсе:
Лилиә Ҡунаҡаева
Режиссер ярҙамсыһы:
Азалия Әхмәтова