Спектаклдәр
И. Йомағолов

«НӘРКӘС»

12+
Жанр: мелоромантик трагедия

Спектакль 2 сәғ. 15 мин. бара

Әҙәм балаһы ергә үҙ пары менән килә, тиҙәр.Яҙмыш юрауҙарын үтеп, тәҡдиренә яҙылғанын кисереп, ул үҙ яртыһын юллай, йә таба, йә юҡ... Таба икән- был ғәләм алдында үҙе бер бөйөклөк, таба алмай икән- яҙғаны шул. Ошо бөйөклөктө һаҡлау, ваҡ низағтарҙан ҡурсалау, йә бар итеү, йә юҡ итеү – бәндәнең үҙ ҡулында. Нәркәс һәм Тимерхандың мөхәббәте лә яҙмыш һынауына дусар ителә: дошман ырыуҙың иң һылыу ҡыҙы Нәркәскә Тимерхан, бер күреүҙә ғашиҡ булып, үҙ төйәгенә алып ҡайта, ҡыҙ ҙа Тимерханды хыялындағы егет икәненә инана. Бер - береһенә сикһеҙ ғашиҡ ике йәш йөрәк өсөн уҫаллыҡ, дошманлашыу, бер-береңдән үс алыу, барымта- ҡарымталар, әйтерһең, бөтөнләй юҡҡа сыға. Әммә бер иртәлә ҡыҙ күңеле ҡапыл һиҫкәнеп йондоҙҙарҙан ергә төшә: үҙен тәрбиәләп үҫтергән ырыуҙаштарынан һорамай киткән дәбаһа ул! Дошман тирмәһендә ултыра. «Ирҙән ашмаҡ бар, илдән ашмаҡ юҡ!»,- тип, Нәркәс илен һайлай. Ә Тимерхан? Ҡыҙ артынан дошман ырыуына ҡабат барырға көсө етерме егеттең?



Спектакль авторҙары
Ҡуйыусы режиссер
Илдар Ғиләжев (Мәскәү)
Режиссер:
Хөрмәтулла Үтәшев
Рәссам:
Таң Еникеев, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты
Композитор:
Урал Иҙелбаев, Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Балетмейстер:
Сергей Андриянов, I Бөтә Рәсәй заман бейеүҙәрен ҡуйыусылар конкурсы лауреаты
Вокал буйынса педагог
ДИләрә Иҙрисова Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
Ролдәрҙә
Байымбәт-бей:
Сынтимер-бей :
Кәңәшсе:
Беренсе егет :
Икенсе егет :
Аҡһаҡал:
Ил гиҙеүсе музыканттар :
театр оркестры артистары
Һөрәнсе:
Яҡты зат:
Ҡара зат:

Премьера көнө:
2001 йыл