Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Спектаклдәр
Ғ.Ҡотой, С.Баженова

РӨСТӘМДЕҢ СЕРЕ

6+

Әҫәрҙә ваҡиғалар 1941-се йылда бара. Рөстәм исемле үҫмер малай һуғышҡа барып, совет һалдаттарына ярҙам итергә, дошмандарҙы юҡ итергә хыяллана, әммә билдәле – балалаларҙы фронтҡа алмайҙар. Тап шул ваҡыт уға өлөсәһе тылсымлы абаға сәскәһе тураһында һөйләй – йәнәһе лә, уның сәскәһен ашаған кеше күҙгә күренмәҫ йәнгә әйләнеп, сихри көскә эйә була. Әммә абаға яҙ көнө, төн уртаһында ғына (ни бары бер-нисә секунд ҡына!) сәскә ата икән, уны өҙөп өлгөрөү мөмкин түгел тиерлек… Өләсәһенең хикәйәте малайҙың күңеленә тынғылыҡ бирмәй: ҡурҡыуын еңеп, төн уртаһында дөм ҡараңғы урманға бара, абаға сәскәһен табып ашай һәм күҙгә күренмәй торған кешегә әйләнә. Ул теләгенә ирешә: ата-әсәһенә хат яҙып ҡалдыра ла фронтҡа китә…



Спектакль авторҙары
Ҡуйыусы режиссер:
Радион Букаев
Композитор:
Илшат Яхин
Рәссам-яҡтыртыусы:
Евгений Ганзбург
Башҡорт теленә тәржемә авторы
Рита Стеничкина
Ролдәрҙә
Рөстәм, Марта:
Йәш кеше:
Немец һалдаты:

Премьера көнө:
20, 21 февраль, 2020 йыл
Спектакль рус теленә тәржемә ителә
Диктор-тәржемәсе:
Лилиә Хәбибова
Режиссер ярҙамсыһы:
Әлфирә Ҡоланбаева