Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Спектаклдәр
Т.Ғиниәтуллин

ШӘМСЕТДИН ҺӘМ ШӘМСУРА

12+
Жанр: новелла

…Һуғыш бер кем менән дә иҫәпләшмәй. Госпиталь. Ауыр яраланған һалдаттар. Уларҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙ хәстәре, тигәндәй. Һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһен, үҙ йортон һағына. Тома һуҡыр ҡалған Шәмсетдин дә, һуғыш ҡалдырған яралары төҙәлер, бәхете булыр, тип өмөтләнеп: «Ҡатыныма һоҡланып туя алмайым, ул бер ҡасан да мыжып, ҡурҡып тормай, ҡатынымдан уңдым, егеттәр, Аллаға шөкөр» – тип маҡтанып ала башҡалар алдында.

Шәфҡәт туташы Шәмсүрә аша яҙған хаттарына яуап килмәһә лә өмөтөн юғалтмай ул, әммә тыуған яҡҡа ҡайтыу менән барыһы ла аңлашыла… Шәмсетдиндең тән яраһына ҡарағанда, йән яраһы нығыраҡ әрней. Ул яраларҙы нисек уңалтырға? Бәхетле булырға өмөт бармы?



Спектакль авторҙары
Проекттың художество етәксеһе:
Айрат Абушахманов
Ҡуйыусы режиссер:
Хөрмәтулла Үтәшев
Музыкаль биҙәлеш:
Урал Иҙелбаев
Хореограф:
Рәмизә Мөхәмәтшина
Инсценировка авторы:
Хөрмәтулла Үтәшев
Ролдәрҙә
Шәмсетдин:
Шәмсура:
Дмитрий Болдырев:
Мишка Савин:
Дурдыев:
Доктор Баулин, Ғилметдин:
Зәйнулла:
Ғәлиә:
Фатима Нуриева
Рифат:
Әмир Исҡужин

Премьера көнө:
1 март 2020 йыл
Спектакль рус теленә тәржемә ителә
Диктор-тәржемәсе:
Лилиә Хәбибова
Режиссер ярҙамсыһы:
Физәлиә Ғалимова