Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Спектаклдәр
А.Әхмәтғәлиева

«УЛ БИТ КИСӘ ИНЕ»

12+
Жанр: лирик комедия

Спектакль 2 сәғ. бара

Пьесаның төп геройҙары Диләрә  менән Әсхәт яңғыҙлыҡтан ялҡып, тормоштарын нисек  тә  үҙгәртергә, үҙ парҙарын яңынан табырға өмөтләнгән  40 йәштәрҙәге   ҡатын һәм  ир.  Яҙмыштарын өр - яңынан яҙырға, мөхәббәтле, пар ҡанатлы тормош ҡорорға   тигән хыял ярты секунд та  ташламай уларҙы. Хәйер, уларҙы ғына микән. Аҫҡы ҡатта йәшәгән,   үҙем тоттом, тип көн һайын  берәүҙән алып, унан булмаһа  магазиндан   балыҡ килтереп, Диләрәнең күңелен  күрергә йөрөгән ирмәк ҡарттың да  яңғыҙлыҡ үҙәгенә үткән. Диләрә менән Әсхәттең  осраҡлы осрашыуы икәүһендә лә  яҡты, йылы хистәр уята. Геройҙар бер – береһенә ғашиҡ булғандарын үҙҙәре  лә һиҙмәй ҡала. Әммә  күршеләр, туғандар һәм дуҫтар   -  силәгенә  күрә  ҡапҡасы – бер ҡатлыраҡ Тәнзилә менән Зөлфәт  ваҡиғаларҙы  рәхәтләнеп   бутай!

Бер көн  ишектә ҡыңғырау. Диләрә асып ебәрһә, Әсхәттең һеңлеһе, худграф студенткаһы  Римма баҫып тора, ваҡиғалар тағы ла   үҙгәрә.

Шулай итеп,  Диләрәнең һәм  уның  әхирәте Тәнзилә йортонда барған көлкөлө  лә, фәһемле лә   ваҡиғалар артынан күҙәтеү  күңелгә ял бирә, тормош  ҡиммәттәре хаҡында   уйландыра.

...Ә ваҡиғалар  Диләрәгә  "бер сәғәткә ир” килеүе  менән башланып китә...


Фотоотчеттар


Спектакль авторҙары
Ҡуйыусы – режиссер:
Ҡуйыусы - рәссам:
Булат Ибраһимов
Композитор:
Балетмейстер:
Ролдәрҙә

Спектакль рус теленә тәржемә ителә
Диктор-тәржемәсе:
Лилиә Ҡунаҡаева
Режиссер ярҙамсыһы:
Әлфирә Ҡолонбаева