Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Спектаклдәр
А. Баймөхәмәтов, А.Ишбулдина

«ХЫЯЛҒА ҠАРШЫ»

12+
Жанр: героик булмаған повесть

Бүрәт Республикаһында уҙғарылған «Алтан сэргэ» Халыҡ – ара театр фестивалендә ике махсус премия яуланы: "Иң яҡшы актер ансамбле" һәм "Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткәне һәм яңы театр телен эҙләүе өсөн", 2016 йыл

Спектакль 1 сәғ. 40 мин. бара

Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» әҫәре буйынса

Спектакль балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең тормошо, ғаилә яҙмыштары, үҙ-ара мөнәсәбәттәре хаҡында.
Ни өсөн спектакль «Хыялға ҡаршы» тип атала? «Ҡаршы» был осраҡта ике мәғәнәлә: хыялға табан ынтылыш, уға ҡаршы йүгереү һәм ниндәйҙер көстөң кемдеңдер хыялына ҡаршы тороуы түгелме һуң?
Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең хыялы ғаиләлә үҫкәндәрҙекенән етдирәк, ҙурыраҡ һәм көслөрәк. Сөнки уларҙың хыялы бик һирәк тормошҡа аша. Ашҡан хәлдә лә үҙҙәре теләгәнсә түгел. Был үҫмерҙәрҙең хыялы, бер ҡараһаң, үҙҙәренән айырым «йәшәгән» кеүек.
Ә ни өсөн спектаклдең жанры «повесть» тип билдәләнгән? Сөнки төрлө ваҡиғаларҙы айырым артистар (йәштәр) һөйләй: малай, ҡыҙ, тәрбиәсе, әсә, өлкән кеше... һ.б булып. Һөйләй, сөнки уларҙы уйнау мөмкин түгел, бының өсөн шунда тәрбиәләнергә, ошо ваҡиғаларҙы үҙ башыңдан кисерергә кәрәк.


Фотоотчеттар


Спектакль авторҙары
Режиссер:
Рәссам– ҡуйыусы:
Композитор:
Ролдәрҙә
Фәрит, 1-се малай, 1- се ҡыҙ, Бағымсы,Тикшереүсе :
Саша, 2 - се малай, 2-се ҡыҙ :
Даян, 3- сө малай, 3-сө ҡыҙ:
Алина, 4-се малай, 4-се ҡыҙ:
Директор, Сашаның әсәһе, 5-се малай, 5- се ҡыҙ:
Динис, Дима, 6-сы малай:

Премьера көнө:
17 март 2016 йыл
Спектакль рус теленә тәржемә ителә
Диктор-тәржемәсе:
Лилиә Ҡунаҡаева
Режиссер ярҙамсыһы:
Әлфирә Ҡоланбаева