«ХЫЯЛ ДИҢГЕҘЕ»
Спектакль 2 сәғ.бара
Көндәрҙән бер көндө ғүмере буйы ауылда йәшәп, һауынсы булып эшләгән Гүзәлдең йөрәгендә күптән йәшеренеп ятҡан йәшлек хыялы ҡапыл яңынан уянамы ни — барыһын да шаҡ ҡатырып, ул диңгеҙ буйына күсеп китергә йыйына! «Бер кемде лә көлдөрөргә йыйынмайым! Минең урыным — диңгеҙ буйында, бөттө-китте, вәссәләм! Шортик менән панамка ла алдым әле!” — тип яуаплай ул күршеһе Мәрфүғәнең үҙен аҡылға ултыртып маташыуына.
Гүзәлдең был ҡарарының ысын икәнен аңлаған йәш ҡыҙ Зилә көтөлмәгән тамаша ойоштора: имеш, техника шундай алға киткән — хәҙер 3 Дэ ғына түгел, 9 Дэ-һын да уйлап сығарғандар! Һәм тап 9 Дэ аша теләгән кешең компьютер экранынан “төшөп” һинең менән гәпләшергә, хатта ҡосаҡлашырға ла мөмкин ! Ышана быға ябай ауыл ҡатыны һәм…ысын-ысындан мөхәббәтен таба!