Спектаклдәр
Ә. Ғаязов

«ЯҢҒЫҘҘАР ТАШЫ»

12+
Жанр: драма

Спектакль 2 сәғ. 10 мин. бара

Ғилминур инәйҙең кәртә артында ғына ҙур бер таш ята. Һуғыш ваҡытында ла, унан һуң да һалдаттарҙы хәрби хеҙмәткә гел шул таш эргәһенән оҙаталар. Күп һалдаттар кире әйләнеп ҡайтмай. Кемдеңдер ғәзиз улы, атаһы, берҙән-бере, һөйгән йәре улар… Күпме ҡорбан, ҡарғыш, күҙ йәше... Һалдаттарҙың туғандарын, һөйгән йәрҙәрен, балаларын яңғыҙ ҡалдырып кире ҡайтмауҙарына ошо таш ғәйеплеме?! Халыҡ таш ятҡан урынды урап үтә башлай. Шулай итеп, тәбиғәт бүләгеме, йыһан ҡунағымы, тарих ҡомартҡыһымы - таш, тиҫтә йылдар буйы халыҡта төрлө ғөрәфәттәр, ышаныуҙар һәм юрауҙар тыуҙырып ята бирә. Тик Ғилминур инәйҙең әсәһе яҙмышына таштың ҡағылышы айырым: «Атайым бик сая егет булған, армияға китер алдынан күрше ауылдан әсәйемде урлап алып ҡайта. Әсәйем артынын йөрөгән башҡа егет, быға үс итеп боҙомсо ҡарсыҡтан тотош нәҫелебеҙҙе сихырлата»,- тип һөйләй ул ҡыҙына донъя менән бәхилләшкәндә.


Фотоотчеттар


Спектакль авторҙары
Режиссер:
Рәссам:
Радик Сафин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Композитор:
Урал Иҙелбаев, Ш. Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты
Ролдәрҙә
Участковый :

Премьера көнө:
22 май, 2014 й.
Режиссер ярҙамсыһы:
Гөлнәфисә Исҡужина



Мәҡәләләр:
http://resbash.ru/news/10054; http://www.bashkortostan.ru/news/62043/ ; http://www.rg.ru/2014/05/23/reg-pfo/kamen.html