Спектаклдәр
А. Абушахманов

«ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ – БЕҘҘЕҢ ДУҪТАР»

0+
Жанр: балаларҙы юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтеүсе интерактив әкиәт-әсбап

Спектакль 1 сәғәт бара

Был мауыҡтырғыс әкиәттә артистар сәхнә уйыны аша балаларҙы юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәлеренә өйрәтә, кескәйҙәргә юл билдәләренең бик мөһим икәнен төшөндөрә, нимә ул светофор, бордюр, тротуар һ.б - ошо төшөнсәләр хаҡында аңлата.

Бер ваҡыт, Шурик исемле тыңлауһыҙ малайҙың Африкаға киткеһе килә, сөнки унда беҙҙәгеләй матур юлдар юҡ, шуның өсөн юл ҡағиҙәләрен күҙәтергә лә кәрәкмәй, тимәк, һәр ваҡыт “юлда уяу бул, машина аҫтында ҡала күрмә, ҡағиҙәләрҙе боҙма, юл аша светофорҙың йәшел утына ғына сыҡ, тип “мыжып” торған инспектор Миша ағай ҙа юҡ!

Малайҙың хыялы тормошҡа ашырмы, әллә өлкәндәрҙең һүҙен һанға һуҡмайынса бәләгә тарып, һуңынан аҡылға ултырырмы?



Спектакль авторҙары
Премьера көнө:
2011 йыл премьераһы