Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Сәғитова Гузәл Борхан ҡыҙы (1936-2008)

СӘҒИТОВА Гүзәл Борхан ҡыҙы (1936 йылдың 8 мартында БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуған. 2008 йылдың 4 июлендә Өфө ҡалаһында, тыуған яғында ерләнгән). БАССР‑ҙың халыҡ (1989 йыл) һәм атҡаҙанған (1978 йыл) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961 йыл). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков, О.И.Пыжова курсы) 1995 й. тиклем М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы.

Тулыраҡ
Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улы (1894-1947)

Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улы 1894 йылдың 5 майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы) Шәҙиғәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнаша. 1919-1920 йылдарҙа — Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссариатының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы художество бүлегенең театр студияһында, 1920 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Башҡорт фольклоры (музыка,

Тулыраҡ
Муллабаева Ләлә Зөфәр ҡыҙы (1947-2011)

Саф тауышы, илаһи моңо менән күңелдәрҙе арбаған йырсы, йыр сәнғәте йондоҙҙарын асҡан һәләтле педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы — Ләлә Муллабаева. Заманында сәхнәләрҙә башҡорт, татар халыҡ йырҙарын, композиторҙар әҫәрҙәрен оҫта, күңелдәргә үтеп инерлек итеп башҡарып, халыҡ ихтирамын һәм һөйөүен яулай ул — Ләлә Муллабаева үҙе йырлап ҡына ҡалмай, ә йырҙың бөтә нескәлектәрен уҡыусыларына ла еткерә, сәхнә

Тулыраҡ
Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы (1934-2008)

Әмир Абдразаҡов 1934 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Александровка районының Ҡайыпҡол ауылында тыуған. Моңға һөйөү уның менән ғүмер буйы бергә бара. Уның атаһы Ғәбделмән ағай – фронтовик, колхоз һәм ауыл советы рәйесе – башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы. Мәктәптә уҡыған сағында Әмир бик күп музыка ҡоралдарында үҙаллы уйнарға өйрәнә, айырыуса уға мандолина оҡшай. Моңға һөйөүҙе

Тулыраҡ
Нәбиуллин Рәфил Рауил улы (1952-2002)

Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нәбиуллин Рәфил Рауил улы — Илеш районының Иҫке Хажи ауылында 1952 йылдың 26 ғинуарында тыуған. 1946 йылдың көҙөндә уларҙың ғаиләһе Өфөгә күсеп килә. Р. Нәбиуллинға 10 йәш кенә сағында, әсәләрен тол, дүрт балаһын етем ҡалдырып, атаһы мәрхүм була. Сәхнә менән Рәфил Рауил улы бала сағынан уҡ ҡыҙыҡһына: 19-сы мәктәптә

Тулыраҡ
Шәмсетдинов Хәмит Мөхәмәҙи улы (1949-2009)

Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһендә үтә Хәмит Шәмсетдиновтың бала сағы, донъя бөтәйтеү теләге менән сығып киткән ғаилә бер нисә йылдан  Әлшәй районының Ҡармыш ауылына килеп төпләнә. Раевкала һигеҙенсе синыфты тамамлай, Салауат индустрия техникумына инә, унан һуң Армия сафында хеҙмәт итә буласаҡ артист. Ауылда механик булып ҡалырға ниәтләгән тырыш егетте  ауыл хужалығы институтына уҡырға инергә өгөтлөйҙәр. Еңгәһе, йырсы

Тулыраҡ
Әхтәмова Ләлә Абдрахман ҡыҙы (1915-1986)

Башҡорт милли театр сәнғәтендә Ләлә Әхтәмованың исеме айырым бер нағыш менән һырланған сағыу биҙәк, уның ижадын, кеше булараҡ шәхси һыҙаттарын онотоу мөмкин түгел, тип әйтә торған булғандар актрисаны хәтерләгән тамашасыһы, ижадташтары. Әгәр актриса йәмәғәтселек, тамашасы хәтерендә үҙенең илһамлы ижады менән әле лә йәшәй, әгәр уны һағынып иҫкә алалар, иң йылы һүҙҙәр менән телгә алалар, образдарына

Тулыраҡ
Рәхмәтуллин Шамил Рахман улы (1930-2001)

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Шамиль Рәхмәтуллин Ижады, мәҙәктәре менән ҡабатланмаҫ Шамиль Рахматуллин ысын мәғәнәһендә халыҡ артисы ине. Шамиль ағайҙы тамашасылар ҙа, коллегалары ла ихлас яратты – унда күп яҡлы һәм сағыу һәләт, йомарт күңел һәм ябайлыҡ, эшкә ғәжәйеп егәрлелек, баҫалҡылыҡ һәм сәбәләнмәү, үткер тәбиғи юмор һәм балаларса эскерһеҙлек кеүек сифаттар тупланған ине. Шамиль

Тулыраҡ
Йосопова Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы (1901-1969)

Маһибәҙәр   Театрҙың бөгөнгө өлкән быуын артистары йыш ҡына Бәҙәр апай, тип уның хаҡында иҫтәлектәре менән бүлешергә ярата. Аңлауыбыҙса, ул һүҙгә лә маһир, кәрәк урында күҙгә тура ҡарап әйтә лә белгән уҡытыусы, кешеләргә — эскерһеҙ ярҙамсыл, йәштәргә — әсәйҙәрсә хәстәрле, ә сәхнәлә ғәжәйеп оҫта актриса булған. Бәҙәр апа, тиһәм, үпкәләмә, Ул образы барлыҡ апаның Ул

Тулыраҡ
Муллабаев Биктимер (Тимур) Ғәлләм улы (1945-1982)

Кеше тыуһа, күк йөҙөндә уның йондоҙо ҡабына, тиҙәр. Әҙәм үҙенә тәғәйен ғүмер юлын үтеп, фанилыҡтан күсһә лә был йондоҙ һүрелмәй, ә башҡалар өсөн нур өләшеүен дауам итә икән, имеш. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Биктимер Муллабаевтың уҙған ғүмер юлы атылған йондоҙға тиң — ҡыҫҡа ғүмере эсендә лә ул йондоҙо сатҡыһын башҡаларға өләшеп йәшәп ҡала. Һәм уның йондоҙо

Тулыраҡ
Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы (1915 – 1997)

Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы – башҡорт совет театр актёры, шағирә, драматург һәм тәржемәсе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, 1938 йылдан — СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы 1915 йылдың 28 декабрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Баҡай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Үҫмер сағы хәҙерге Ҡариҙел районының

Тулыраҡ
Атнабаева Зинира Ҡасим ҡыҙы (1934 — 2013)

Төп театрыбыҙ йылъяҙмаһында әһәмиәтле урын тотҡан, ярты быуат ижад ғүмерен театр сәнғәтенә бағышлап, республика, ил күләмендә танылыу яулаған данлыҡлы гитиссылар (1959 йылда Мәскәүҙәге А.В.Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлаусылар) араһында Зинира Атнабаева ла бар. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Зинира Атнабаева көләс йөҙлө, мөләйем актриса булып хәиерҙә ҡалды, ҡәләм дә тибрәтте — пьесалар ижад

Тулыраҡ