Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы (1912—1988)

1971 йылда «Ҡурай» китабы һәм башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурайҙы пропагандалауға индергән хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев исемендәге  дәүләт премияһына лайыҡ була

Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов 1912 йылда Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылында тыуған.

1927 йылда Башорт театр техникумына уҡырға инә, техникумдың дөйөм курсын үҙләштереү менән бергә композитор Хәбибулла Ибраһимовтан ҡурайҙа уйнау оҫталығын да камиллаштыра. 1928 йылда Ғ.Сөләймәнов тыуған ауылына ҡайтып  колхоз ойоштороуҙа актив ҡатнаша, был эшкә биш йыл ғүмерен бағышлай.

Билдәле булыуынса, утыҙынсы йылдар уртаһында Баймаҡ колхоз-совхоз театры ойоша (хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт дәүләт драма театры) һәм Ғ.Сөләймәнов ошо коллективта артист һәм ҡурайсы булып эш башлай, драма артисы булараҡ тәүге тәжрибәһен ала.

1936 йылды белгестәр «ҡурайҙан симфоник музыкаға, йырҙан операға күсә башлаған осор, республикабыҙҙың милли мәҙәниәтендә киҫкен боролош йылдары» тип иҫәпләй. Ошо йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театрына нигеҙ һалына. Мәскәү консерваторияһында уҡып ҡайтҡан бер төркөм башҡорт йәштәре, шулар араһында Ғата Сөләймәнов та, опера сәхнәһендә эш башлай. Ул Чемберджиҙың «Ҡарлуғас» операһында Ҡормой, Х.Заимов менән А.Спадавеккианың «Аҡбуҙат» операһында Һәүбән, «Айһылыу»ҙа — Алаҡай партияларын йырлай. Ғөмүмән, тәүге башҡорт операларында баритон партияларын башҡара.

1948 йылда Ғата Сөләймәновты опера сәхнәһенән Башҡорт дәүләт академия драма театрына күсерәләр. Ғата Сөләймәнов килгәндән һуң Башҡорт драма театрында «Ҡарлуғас» (Б.Бикбай), «Башмағым» (Х.Ибраһимов), «Ғәлиәбаныу» (М.Фәйзи), «Таңсулпан» (Ҡ.Даян) кеүек сәхнә әҫәрҙәре донъя күрә. Ошо йылдарҙа артист үҙен айырым жанр менән сикләнмәгән, күп ҡырлы, уйланыусан драма артисы итеп таныта. Ғ.Сөләймәнов донъя классикаһы, рус һәм көнбайыш Европа драматургтарының, башҡорт-татар яҙыусылары пьесалары буйынса ҡуйылған әҫәрҙәрҙә йөҙҙән ашыу образдар ижад итә, уның ижадында халыҡсанлыҡ һәм моң ярылып ята: Б.Бикбайҙың «Ҡарлуғас» драмаһында Шатморат роле, «Салауат»ында — Ҡолой Балтасов, М.Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»ендә Ғәйфулла, «Хужа Насретдин»да Ҡолой тархан, С.Мифтаховтың «Зимагорҙар»ында Ғайса, М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһында Әжмәғол, режиссер В.Ғәлимовтың «Ҡара сәскәләр»ендә (С.Ямал) Ғәзиз хан һ.б.

Заманында Р.Шәкүр артистың шул йылдарҙағы ижады хаҡында түбәнделәрҙе яҙа: «Театрҙа Ғ.Әмири менән В. Ғәлимовтың «Ҡара йөҙҙәр» драмаһы ҙур уңыш менән бара. Талантлы коллективтыңбыл спектакле башҡорт театр сәнғәтенең ысын шедевры ул. Ғ.Сөләймәнов ошо драмала бай егет Ғәйфулла ролен башҡара. Артистың һүрәтләү саралары, деталдәр, хәрәкәттәр, һәр һүҙе һәм хатта рәхимһеҙ ҡараштары, таш күңеле менән һис ниндәй һүҙһеҙ-өнһөҙ баҫып тороуы ла шундай аныҡ, тормошсан, ышандырғыс. Артистың геройҙары реаль тормошта булған кешеләр, артист уларҙы тасуирлау сараларын да реаль тормоштоң үҙенән эҙләй, үҙенән таба. Ә «Ҡыҙ урлау»ҙағы Әжмәғол ҡарт Ғата Зөлҡәфил улының яратҡан роле». Әйткәндәй, Ғата Сөләймәновтың 50 йәшлек юбилейы һәм сәхнә ижадына 30 йыл тулыу уңайынан (1963 йылдың 18 февралендә) уҙҡарылған кисәлә «Ҡыҙ урлау» комедияһы уйнала, Әжмәғол ҡарт ролендә — Ғ.Сөләймәнов.

Ғата Сөләймәнов — башорт милли музыка сәнғәтен, ҡурайҙы бөтә донъяға танытҡан шәхестәрҙең береһе. 1947 йылда Прагала йәштәрҙең һәм студенттарҙың I Бөтә донъя фестивалендә йөҙләгән  илдәрҙән йыйылған кешеләр алдында сығыш яһай, 1953 йылда Бухареста йәштәрҙең һәм студенттарҙың IV Бөтә донъя фестивалендә ҡатнаша… Ғөмүмән, төрлө кимәлдәге фестивалдәр уның ижади тормошонда бихисап була.

1963 йылдан алып Ғ.Сөләймәнов Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының тынлы инструменттар бүлегендә уҡыта, 1970-се йылдар башында сәнғәт училищеһында ҡурай класын асыуҙа ҡатнаша.

Халыҡ хәтеренән Ғ.Сөләймәнов башҡорт халҡының 250-гә яҡын йыр һәм легендаһын яҙып алған.

1961 йылда «Ҡурай» исемле ғилми хеҙмәте донъя күрә. Уның композитор Камил Рәхимов менән бергә яҙған «Йыр һәм музыка дәрестәре» исемле методик ҡулланмаһы ла билдәле.

Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәшһүр ҡурайсы, йырсы Ғата Сөләймәнов 1971 йылда «Ҡурай» китабы һәм башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурайҙы пропагандалауға индергән хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Ғ.Сөләймәнов үҙенең киң ижады менән ғүмеренең аҙағына тиклем башҡорт сәнғәтенә хеҙмәт итеп, бай мираҫ ҡалдырҙы. Милли театрыбыҙ, башҡорт халыҡ йыры һәм ҡурай сәнғәте тарихында уның исеме мәңгелек.

Ғата Сөләймәнов 1988 йылдың йәйендә вафат булған.