Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы (1930—1997)

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле сәнғәт эшмәкәре, актер, режиссер һәм педагог Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы 1930 йылдың 1 февралендә Башҡортостандың Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған. Яҙмыш уны бәләкәйҙән ата-әсәһенән мәхрүм итә. Берҙән-бер таянысы — ағаһы Хәким (күренекле шағир Хәким Ғиләжев) ҡарамағында ҡалып, бик күп тормош һынауҙары үтә.

1943 йылда ағаһы, һуғыштан яраланып ҡайтҡас, 13 йәшлек Ғабдулланы хәрби осоусылар әҙерләүсе Суворов училищеһына урынлаштыра. Ул йылдарҙа Курск Суворов училищеһы Сарапул ҡалаһына эвакуацияланған була. Әммә Ғабдуллаға училищены тамамлау насип булмай.

1944 йылдың көҙөндә яҙмыш һуҡмаҡтары уны Өфө сәнғәт училищеһының актерҙар әҙерләү бүлегенә илтә. Егетте күренекле актер, режиссер, педагог Вәли Ғәлимов үҙ төркөмөнә ала. 1948 йылда Ғабдулла Ғиләжев училищены тамамлай. Башта Баймаҡ, Ауырғазы колхоз-совхоз театрҙарында эшләй. Унан — Башҡорт академия драма театры:

Баязит Бикбайҙың «Салауат» драмаһында Салауат,

Дъяконовтың «Бирнәле туй»ында Максим,

С.Мифтаховтың «Балҡан»ында Ғайса, Шәйхи,

Мольерҙың «Тартюф»ында -Полиция чиновнигы,

В.Ғәлимов, Ғ.Әмири «Ҡара йөҙҙәр»ендә — Сәғит,

И.Абдуллиндың «Беҙ айырылмабыҙ»ҙа — Үмәркәев,

Ғ.Әхмәтшиндың «Тальян гармун»ында Шамил, М.Фәйзиҙең «Аҫылйәр»ендә Шәрәф кеүек образдар уны сәхнә оҫтаһы итеп  таныта. Шулай ҙа, һәләтле артист үҙенең ижад юлын артислыҡ һөнәре менән сикләмәй.  1954 йылда Луначарский исемендәге Мәскәү театр сәнғәте институтына уҡырға инә (хәҙерге Рәсәй театр сәнғәте академияһы). ГИТИсты Ғ.Ғиләжев ҡыҙыл дипломға тамамлай — диплом эше «Шайморатов генерал» (И.Абдуллин, Ш.Насыров) спектакле ул йылдар милли мәҙәниәтенең оло ваҡиғаһы була. Артабан ул  В.Шекспирҙың  «Веронанан икәү», А.Арбузовтың «Эҙләнеү йылдары», Р.Ишмораттың «Серле моң», Г.Минский «Бөҙрә тал», Х.Вәхиттең «Ҡайҙа һин?», И.Абдуллиндың «Ялҡынһыҙ яна йөрәк», Н.Асанбаевтың «Фәйзи», М.Фәйзиҙең «Аҫылйәр», Ф.Богдановтың «Атылған йондоҙ» һ.б. әҫәрҙәр сәхнәләштерә.

Ғ.Ғиләжев Башҡорт академия драма театрында бер нисә йыл режиссер, директор вазифаһын башҡара, унан мәҙәниәт министры урынбаҫары итеп үрләтелә.

1966 йыл Ғабдулла Ғабдрахман улының ижадына яңы йүнәлеш бирә — инде республика театр сәнғәтендә шаҡтай тәжрибә туплаған билдәле режиссерҙы Республика рус драма театрының баш режиссеры вазифаһына тәғәйенләйҙәр. (Бындай тәжрибә, йәғни рус театры менән милли кадрҙың етәкселек итеүе Рәсәй сәхнә сәнғәте тарихында тәүге тапҡыр).

Ғабдулла Ғиләжев эшләгән 17 йыл эсендә Республика рус драма театры ҙур ижади бейеклектәргә ирешә, Рәсәйҙең бик күп эре ҡалаларында гастролдә була, союз күләмендәге иң абруйлы ижади коллективтар иҫәбенә инә башлай, Рәсәй күләмендәге фестивалдәрҙә еңеп, лауреат, дипломант исемдәре яулай. Тағы ла шуныһы һоҡландыра – театр репертуарында донъя, рус классик  һәм заманса әҫәрҙәрҙән тыш башҡорт драматургияһы өлгөләре лә ныҡлы урын биләй. Йыл һайын башҡорт авторҙарының бер әҫәрен сәхнәгә сығарыу ғәҙәткә инә. С.Мифтаховтың «Зимагорҙар», Ә.Мирзаһитовтың «Бәхтегәрәй», А.Абдуллиндың «Хәтер иҫтәлеге» драмаһы ҡуйыла, ә И.Йомағоловтың «Нәркәс» трагедияһы ул мәлдә рус театрының йөҙөн билдәләүсе иң популяр спектаклдәрҙең береһе һанала.

Ғ.Ғиләжев төп эшмәкәрлегенән тыш уҡытыу эшен дә алып бара. 1970 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерлыҡ бүлегенә тәүге уҡыусыларҙы ла ул йыя. 1989 йылда Өфөлә Йәш тамашасылар театрын (Хәҙерге  Милли йәштәр театры) ойоштороуға бик күп көс һала. Артабан бөтә ғүмерен, һуңғы көндәренә тиклем педагоглыҡ эше менән бәйләй — оҙаҡ йылдар Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһын етәкләй.  Профессор, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ғабдулла Ғиләжевтың педагогик хеҙмәттәре  фәнни өйрәнеү көтә, ул үҙе бер тотош система.

Ғ.Ғиләжев хөкүмәт кимәлендә уҙғарылған бик күп концерттарҙың режиссеры, актив йәмәғәтсе булды. Башҡорт АССР-ның 60 йыллығы уңайынан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты, республиканың юғары Советы ултырышында ҡатнашыусылар өсөн концертты һәм IV Республика йыр, музыка, бейеү байрамын юғары художество кимәлдә ойошторғаны һәм биҙәгәне өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды ул.

Бөгөн Ғ.Ғиләжевтың юлын республикала инде киң билдәле режиссер, уның улы Илдар Ғабдулла улы Ғиләжев дауам итә. Әйткәндәй, Илдар Ғабдулла улы Башҡорт академия драма театрында ҡуйған тәүге спектаклен «Нәркәс»те (И.Йомағолов) атаһы Ғабдулла Ғабдрахман улының яҡты рухына бағышлағайны.

Рухи донъябыҙҙа милли мәҙәниәтебеҙ йылъяҙмаһында Ғ.Ғиләжевтың исеме мәңгелек, сөнки ул ысын мәғәнәһендә оло йөрәкле кеше — ижадҡа, кешеләр араһындағы дуҫлыҡҡа, үҙе йәшәгән мөхиткә, халҡына, һөнәренә бер ҡасан да хыянат итмәне. Үҙенән һуң бай мираҫ ҡалдырҙы.

 

Р.Йәһүҙина,

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре