Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы (1913—1986)

Х. И.Ҡудашев 1913 йылдың май айында  Башҡортостандың Бүздәк районы  Иҫке  Бүздәк  ауылында   тыуған. Хеҙмәт юлын Өфө паровоздар  ремонтлау заводында  слесарь булып башлай, паровоз машинисы ярҙамсыһы була.

1931-1934 йылдарҙа  Өфөнөң Комсомол йорто эргәһендә  эшсе йәштәр театрында эшләй, ә 1934 йылдан Башҡорт  академия драма театрына саҡырыла. 1936 йылда  Мәскәү дәүләт консерваторияһына уҡырға ебәрелә, уны тамамлағандан һуң 1941-1948 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы була. 1948 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем М.Ғафури  исемендәге Башҡорт  академия драма театры артисы булып  эшләй. Ҡатыны- Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Фәриҙә Камалетдинова менән  2 бала тәрбиәләй. Уларҙың  икеһе лә  — Рифҡәт Хөсәйен улы ла, Флорида  Хөсәйен  ҡыҙы ла  күренекле ғалимдар,   билдәле фән  эшмәкәрҙәре.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Х. И.Ҡудашев бик күп, төрлө характерҙағы, ҡабатланмаҫ ролдәр башҡара. Уларҙың күптәре театр йылъяҙмаһының алтын фондында. Шуларҙың иң әһәмиәтлеләренең  береһе Нәжиб Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” драмаһынан король Йәғәфәр роле (режиссеры Л.Вәлиев).  “Ҡыҙыл паша”спектакле республикала ғына түгел, илебеҙ театр донъяһында ла ҙур баһалау тапты. Уны Мәскәүҙән  үҙәк телевидение ла төшөрҙө. Ә 1986 йылда ошо спектакль менән театрҙы  Сирия мәмләкәтенә с аҡыралар. Йөрәге ауырыу сыбыпле, алыҫ юлға табиптар  сыҡммаҫҡа  кәңәш бирһә лә, Хөсәйен Илдархан улы   сәфәргә китә… Сирияның  театр сәхнәһендә ул һуңғы тапҡыр бар  булмышын биреп Йәғәфәрҙе уйнай, тамшасыларҙы  оҫталығы менән таң ҡалдыра.. Ҡунаҡханаға ҡайтҡас, мәңгегә  күҙҙәрен  йома…

Х. И.Ҡудашев хаҡында  Риф Тойғондоң иҫтәлектәр (1993 й.) һәм Яҡуп Ҡолмойҙың “Сәхнәлә үткән ғүмер” (1983 й.)  исемле  китаптары бар.

***

  “Мин  Хөсәйен Ҡудашевты беренсе  тапҡыр дуҫым Ғабдулла Әхмәтшиндың ”Тальян гармун”ында күрҙем. Буйсан, матур егет,  оҫта гармунсы, йырсы Илдар тәү күреүҙә үк йөрәктәрҙе яулап алды. Тырышып-тырышып роль башҡарманы ул, ә сәхнәлә илһамланып,  үҙе рәхәт сикте һәм тамашасыларҙы рәхәтләндерҙе. Уның артынса  Назар Нәжмиҙең яҙғы “Яҙғы йыр”ы  яңғыраны. Айҙарҙың: ”Тауҙар юлын йырһыҙ үткәнем юҡ”, — тип залды моңға күмгәне әле лә күңелемде иркәләй һымаҡ.”

Мостай Кәрим, Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург

 

“1938 йылда өйләнештек. Татыу ғына йәшәп киттек. Сәнғәт  икебеҙҙе лә шунда уҡ һынау алдына ҡуйҙы. Хөсәйен консерваторияла уҡыны, ул Мәскәүҙә, мин — Өфөлә. Бер — бер артлы улыбыҙ Рифҡәт, ҡыҙыбыҙ Флорида тыуҙы, тормош алға тәгәрәне. Ауыр, ләкин емешле ижад йылдары башланды. Һуғыш осоро. Спектакль, концерт ҡайғыһы булмаҫ һымаҡ. Әммә артистарҙы тылда ла, фронтта ла, госпиталдәрҙә лә ихлас ҡабул иттеләр. Хөсәйендең дөрләп торған йөрәк уты хайран ҡалдыра ине мине, мине лә башҡаларҙы ла. Ҡайҙан шундай сәм, урғылып торған энергия! Сәхнәне һөйөүҙән, һөнәреңдең изгелегенә ышанғанлыҡтан килә ине был. Минең тыуған яғымды үҙ итте ул. Ҡоластарын йәйеп, Шағанай буйҙарын яңғыратып йырлап ебәрер ине.Әйтерһең, бар донъяны  ҡосағына алмаҡсы. Тормошто яратты ул, кешеләҙе яратты. Арыҫлан Мөбәрәков, Рәғиҙә Янбулатова, Бәҙәр Йосопова,  Таңһылыу Рәшитова. Зәйтүнә Бикбулатова, Ғәзим Туҡаев, Вәли Ғәлимов… Шәп артистар, күркәм кешеләр менән эшләргә  яҙҙы беҙгә”

Фәриҙә  Камалетдинова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы

 

“Х.Ҡудашев ижады Башҡорт академия драма театры эстетикаһының күп мөһим һыҙаттарын тарих күҙлегенән һәм сифат үҫеше йәһәтенән дә кәүҙәләндерә. Бер яҡтан, аныҡ социаль йүнәлеш, художество фекеренең актуаллеге, икенсе яҡтан халыҡтың художество мәҙәниәте ынйыларына төбәлгән бай поэтика — Ҡудашев оҫталығының төп билдәләре. Ҡудашев ижад иткән образдар менән осрашҡанда персонаждың художество йәшәйешенең ике факторы һәр саҡ төҫмөрләнә: был, беренсенән, ҡаралған проблемаларҙың айырыуса киҫкен ҡуйылышы, икенсенән, сәнғәттәге фольклор башланғыстарға таяныу. Тамашасылар, был оҫтаның ябай ғына әҙәби фельетонды уйнауын күҙәтеп, уны сәхнәлә поэма дәрәжәһенә күтәреүен  күрә. Был — талант үҙенсәлеге”.

Һөйөндөк Сәйетов, театр тәнҡитсеһе

 

Бер короле булып…

Һин сәхнәгә , ғашиҡ  Хәлил булып

Килеп керҙең залды илатып,

Һәр кешенең нисә йылдар буйы

Күңел матурлығын уятып.

Закир булдың,

Урал  батша булдың,

Булдың  аллаларҙың аллаһы,

Кем булһаң да үҙең булып ҡалдың

— ПРЗ-ның бунтарь балаһы.

Көлөр саҡтарыңда илай белдең,

Илар саҡтарҙа ла  көлдөрҙөң,

Сәхнәләрҙә нисә ғүмер йәшәп,

Нисә  үлеп, нисә терелдең!

Нисә йылдар  буйы кешеләрҙең

Күңел матурлығын уяттың,

Илар саҡтарҙа ла һин көлдөрҙөң,

Көлөр саҡтарҙа ла илаттың.

Хеҙмәтеңде лайыҡ бүләкләне

 Ҙур  залдарҙың ҡайнар алҡышы.

Шул алҡыштар менән баһалана

Артистарҙың бөтә яҙмышы.

Ҡайҙа, ҡасан, нисек өҙөлөрөн

Белеп булмай  ғүмер юлының…

Сирияла башҡорт сәнғәтенең

Бер короле булып йығылдың.

Башҡорт сәнғәтенең бер  короле..

Ҡан һарҡытып киттең йөрәккә…

Ысын артист табыуҙары ҡыйын,

Юғалтыуы ауыр бигерәк тә!

Әнғәм Атнабаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры