Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Әхтәмова Ләлә Абдрахман ҡыҙы (1915-1986)

Башҡорт милли театр сәнғәтендә Ләлә Әхтәмованың исеме айырым бер нағыш менән һырланған сағыу биҙәк, уның ижадын, кеше булараҡ шәхси һыҙаттарын онотоу мөмкин түгел, тип әйтә торған булғандар актрисаны хәтерләгән тамашасыһы, ижадташтары. Әгәр актриса йәмәғәтселек, тамашасы хәтерендә үҙенең илһамлы ижады менән әле лә йәшәй, әгәр уны һағынып иҫкә алалар, иң йылы һүҙҙәр менән телгә алалар, образдарына һоҡланып һөйләйҙәр икән, был, ысынлап та, бөйөклөктөр.

Ләлә Әхтәмова үҙе хаҡында ҙур һүҙҙе тере сағында уҡ әйтеп ҡалдырған. Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлаусы тәүге ҡарлуғастарҙың береһе, мәшһүр Хажи Бохарский курсын тамамлаған ул. Унан Ләлә Абдрахман ҡыҙы бик ҙур тормош тәжрибәһе туплай, ҙур һәләте һәм фиҙаҡәр хеҙмәте менән башҡорт театр сәхнәһендә характерлы, сағыу образдар ижад итә.

«Ләлә Әхтәмова эске энергия, күңел торошон тышҡы хәрәкәт менән органик рәүештә берләштерә алыусы таланттарҙың береһе ине. Актив тормош менән йәшәүсе героиняларҙы, энергиялы, дәрт-дармандары ташып торған һылыу, сая, үткер, һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙ образдарын башҡарҙы ул. «Тере мәйет»тән (Л.Толстой) Маша, «Любовь Яровая»ла (К.Тренев) Любовь Яровая, сатнап, ут сәсеп, нур бөркөп торған образдар ине улар. Ә И.Йомағоловтың «Нәркәс» трагедияһынан Зөмрәт образы әҫәрҙең бөтә фәлсәфәһен бирергә һәләтле, уҫал, әммә тормошто, уның ҡәтғи ҡанундарын барыһынан да яҡшыраҡ аңлаған ҡатын-ҡыҙ образын күҙ алдына баҫтыра ала ине» — ти театр тәнҡитсеһе Һөйөндөк Сәйетов.

«Беҙ 1959 йылда Мәскәүҙән ҡайтҡанда театрҙа ҡолас йәйеп, бөтә репертуарҙы үҙ иңендә күтәргән артистар рәтендә ине Ләлә апай. Ә мин уны беренсе тапҡыр 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында «Отелло» спектаклендә күреп таң ҡалдым, Эмилия ролендә ине ул. «Рәйсә»лә (Н.Асанбаев) Зөһрә ролендә лә ниндәйерәк теремек, һөйкөмлө ине. Һуңынан Ләлә апай башҡарыуында Ә.Атнабаевтың «Законлы никах менән!» спектаклендә Рәмзиә Булатовна һис ҡасан оноторлоҡ түгел – ул З.Бикбулатова, А.Мөбәрәковтар кеүек сәхнәне бөтөнләйе менән тултыра торған актриса ине» — тип хәтерләй Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Зинира Атнабаева.

Ләлә Әхтәмованың актерлыҡ репертуары ысын мәғәнәһендә һоҡланғыс, актрисаның рус классикаһында уйнаған ролдәре генә лә үҙе ни тора! «Тормош төпкөлөндә» — (М.Горький) Наташа, «Ваня ағай» — (А.Чехов) Соня һ.б. теүәл социаль характерлы, сағыу буяуҙарға бай. Ә «Ҡара йөҙҙәр»ҙән Ғәлимә (М.Ғафури), «Таңсулпан» (Ҡ.Даян) драмаһында Таңсулпан – улар нескә лиризм һәм бай тойғолар менән тулы.

Ләлә Әхтәмованың бер кемдекенә лә оҡшамаған аһәңле, матур тауыш тембрын әленән-әле радио фондынан тапшырыуҙарҙа ишетеп ҡалғанда ла тәндәр семерҙәп, һулышың тынып ҡалғандай. Ә сәхнәлә ниндәйерәк булды икән актриса, тип һынын күҙ алдына килтерергә тырышҡанда. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Хәмит Яруллин әйткәне хәтерҙә, «уны онотоу мөмкин түгел».

Ләлә апай үҙе бер донъя булған.

Р.Йәһүҙина