Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Асанбаев Нәжиб Вилдан улы (Васильевич) (1921-2013)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, драматург Нәжиб Асанбаев 1921 йылдың 7 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе, хәҙерге БР-ҙың Баҡалы районы Аҡман ауылында тыуған. Әҙип Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1941 йылда Рязань артиллерия училищеһын тамамлағандан алып һуғыш аҙағына тиклем артиллерия батареяһы командиры була. Беренсе һәм икенсе дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, хәрби миҙалдары уның ғәйрәтле һуғышсы, үҙ илен яҡшы яҡлаусы булғанын күрһәтә.

Бөйөк Ватан һуғышы бөткәндән һуң дүрт йылдан ғына уны демобилизацияға ебәрәләр. Нәжиб Асанбаев «Ҡыҙыл таң» республика гәзитендә эшләй башлай – әҙәби хеҙмәткәр һәм әҙәби бүлек мөдире була. 1950-1959 йылдарҙа Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында ошо уҡ гәзиттең үҙ хәбәрсеһе эшен башҡара. 1959-1961 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театрының директоры вазифаһын үтәй. Шунан һуң әүҙем ижад менән шөғөлләнгән, бер нисә прозаик, хикәйәләр тупланған йыйынтыҡтар сығарып өлгөргән Н.Асанбаев 1961-1963 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. Уларҙы тамамлағас ике йыл Башҡорт академия драма театры директоры булып эшләп ала ла бөтөнләйгә ижадҡа күсә – күбеһенсә драматургия өлкәһендә эшләй башлай. Халыҡ уның комедия һәм драма, пьесаларын яратып ҡабул итә.

1963—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры була.

Төрлө йылдарҙа әҙип Башҡортостан Яҙыусылар союзында, СССР Тыныслыҡты яҡлау комитетының Башҡортостан республика бүлексәһендә, Башҡортостан Республикаһының Президент Советында эшләне.

Нәжиб Асанбаев 2013 йылдың 28 мартында вафат булды. Өфө ҡалаһының «Көньяҡ» зыяратында ҡатыны эргәһендә ерләнгән.

Ссылка: http://www.bashinform.ru/bash/809096/