Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Атнабаева Зинира Ҡасим ҡыҙы (1934 — 2013)

Төп театрыбыҙ йылъяҙмаһында әһәмиәтле урын тотҡан, ярты быуат ижад ғүмерен театр сәнғәтенә бағышлап, республика, ил күләмендә танылыу яулаған данлыҡлы гитиссылар (1959 йылда Мәскәүҙәге А.В.Луначарский исемендәге дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлаусылар) араһында Зинира Атнабаева ла бар.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Зинира Атнабаева көләс йөҙлө, мөләйем актриса булып хәиерҙә ҡалды, ҡәләм дә тибрәтте — пьесалар ижад итте, бергә уйнаған артистар хаҡында ижади портреттар, театрҙа уҙҡан кисәләргә сценарийҙар яҙҙы.

Зинера апайҙар тотош ғаиләһе менән театрға хеҙмәт иттеләр. Уның иң яратып һөйләгән иҫтәлеге хәтерҙә — уның хәтирәләр йомғағының осо иң бәхетле минуттарына барып тоташа ине:

— Бер йылды Яңы йыл табынында Атнабаевтар ғаиләһе гөр килеп байрам итәбеҙ: әсәйем, Әнғәм-драматург, уның ҡатыны Сәүиә еңгәм, мин, ирем — театрҙа директор урынбаҫары булып эшләүсе Әсҡәт, ауылда мәҙәниәт һарайы директоры булған Мәғдән ағайым,  уның ҡатыны Миңниса (улар ҙа үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнашып, парлашып, береһе — Дәрүиш, икенсеһе Шәфәҡ ролдәрен уйнай), бер премьераны ла ҡалдырмаған театр һөйөүсе Вәсим ҡустым ҡатыны Мәүжидә менән, театрҙа реквизит цехы мөдире булып эшләүсе Әҙисә, уның ире, баянист Рид Вәли улы, театрҙа ҡораусылар мөдире булып эшләгән Фәнис, уның ҡатыны — грим цехы мөдире Илгизә, театрҙа яҡтыртыу цехында эшләүсе улым Аяз, киленем, актриса Зилә һәм башҡа ҡунаҡтар.

Табын ҡыҙған һайын Атнабайҙар ғаиләһе бер-береһен бүлдерә-бүлдерә театр тураһында һөйләшәбеҙ, бәхәсләшәбеҙ. Беҙҙе оҙаҡ ҡына түҙеп, тыңлап ултырған башҡа туғандарыбыҙ күптән тынып ҡалған. Аш-һыу һыуынған. Шул саҡ әсәйем һуңғы йылдарҙа ишетелмәгән ҡәтғи тауыш менән:

-Етер һеҙгә, ниндәй гел театр ҙа театр, башҡа һөйләр һүҙегеҙ юҡмы ни! – тине ҡоро ғына. — Йырлағыҙ, бейегеҙ, бүтән кешеләр кеүек ял итегеҙ!

Шунан мин, табындың хужабикәһе булараҡ:

-Бөттө-бөттө, әсәкәйем, хәҙер мин уларҙы ауыҙлыҡлайым, бына һеҙгә һауыт, кем театр тураһында һүҙ әйтә, ошонда биш һум штраф һала, — тинем.

Бөтәһе лә аптырап тынып ҡалды. Бер аҙ һүҙһеҙ ултырҙыҡ, ашап-эсеп алдыҡ. Ҡапыл Атнабай (Әнғәм ағайымды Атнабай тип кенә йөрөтә инек) һикереп торҙо ла:

-Бына һеҙә 50 һум (кеҫәһенән аҡса сыҙарып, һауытҡа ташланы), кис буйы рәхәтләнеп театр тураһында һөйләйем! — тимәһенме!…

Атнабаевтар ғаиләһе өсөн театр иң изге һүҙҙәрҙән. Шулай булырға тейештер ҡә — был ғаиләлә Әнғәм һәм Зинира Үҙҙәренең ғүмерен Башҡорт дәүләт академия драма театры менән бәйләй: береҺе – драматург, икенсеһе актриса булараҡ, оҙаҡ йылдар дауамында уларҙың ижад юлдары бер-береһенә үрелеп бара.

Әсәләре Мәрзиә апайҙың һынын уның шағир улы Әнғәм дә, актриса ҡыҙы Зинира ла  ижадтарында сағылдырып, ҡәҙерле кешеләренә «һәйкәл» ҡуя: драматург Әнғәм Атнабаевтың «Балаҡайҙарым» һәм «Юлдар өҙөлгән ваҡыт» пьесаларында Хазина менән Әминәнең прототибы — Мәрзиә апай, ә ул образдарҙы Зинира Атнабаева башҡара. Бөйөк Ватан һуғышына китеп, ғаиләһенә ҡара ҡағыҙ килгән атаһы Ҡасим ағайҙың эҙҙәрен оҙаҡ йылдар юллай ағалы-һеңлеле Атнабайҙар — Мәскәүҙәге Пескарев зыяратында ла, Германиялағы Трептов паркында ла була улар, тик ҡәҙерле кешеләренең ҡәбере табылмай. Әммә Ҡасим ағайҙың рухи һыны балаларының күңелендә мәңге һаҡлана.

«Бирәм  тигән ҡолона сығарып ҡуя юлына» тиҙәр. Зинира Ҡасим ҡыҙының сәнғәткә тәү аҙымдары уңышлы башлана — 1954 йылда ул Өфөгә, Әнғәм ағаһы янына килә һәм Мәскәүҙең А.В.Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтына уҡырға ебәрергә махсус курс туплауҙары хаҡында белә һәм имтиханды уңышлы үтеп, илебеҙҙең баш ҡалаһына уҡыуға юллана.

Зинира Ҡасим ҡыҙы кеше ғүмерен тәбиғәт миҙгелдәре кеүек, тип әйтергә ярата торғайны — уның да Мәскәүҙә үткән көндәре, тимәк, актрисаның ғүмер я:ы булғандыр. Студент саҡтар – йылдар дауамында һөйләрлек сәхифәләргә иң бай ми:гел – тырыша-тырыша белем тау:арын яулау, буласаҡ һөнәреңдең серҙәренә төшөнөү, кистәрен, ял ваҡыттарында кино, театрҙарға йөрөүҙөр, яҡташтар менән аралашыу-осрашыуҙар һ.б.

Студент-гитиссылар уҡыуҙарын уңышлы тамамлап, диплом эше итеп биш спектакль тәҡдим итә, улар араһында иң яҡшы тип табылғаны – Н.Карпенко-Карый әҫәре буйынса «Бәхетһеҙ мөхәббәт» Башҡорт академия драма театрының репертуарына алына һәм ике тиҫтә йыл иң популяр спектаклдәрҙең береһе була. Был спектаклдең башҡорт сәхнәһенә сыҡҡан көнөнән алып һуңы ҡуйылышына тиклем төп ролде — Софияны Зинира Атнабаева уйнай. Шулай итеп, «Бәхетһеҙ мөхәббәт» актрисаҡа бәхетле ижадҡа юл яра.

Туған театры сәхнәһенә София булып аяҡ баҫҡан Зинира Атнабаеваның ҙур сәхнәлә үҙаллы эшләп сығарған тәүге роле Рәүиә («Ул ҡайтты») актрисаны ҡанатландыра, был роле менән йәш актриса ул ваҡытта инде маһир сәхнә оҫталары булып танылған олуғ артистар — Зәйтүнә Бикбулатова, Арыҫлан Мөбәрәков, Ғәзим Туҡаев, Рим Сыртланов, Таңһылыу Рәшитова, Рәғиҙә Янбулатова һ.б. күрһәткән тәүге ышанысты аҡлай. Артабан Зинира Ҡасим ҡыҙының образдар галереяһында – Макдуф (В.Шекспир «Макбет»), Сарра (А.Чехов, «Иванов»), Марта (Х.Вуолийоки, «Ят йондоҙ»), Баныу (И.Юзеев, «Һөйгәнемдең тыуған көнө»), Анфиса (В.Терентьев, «Әҙәмсә йәшәһәң ине»), Йәмилә (Ә.Мирзаһитов, «Әсәйемдең сал сәстәре») һ.б. тиҫтәләгән образдар урын ала. Зинира Ҡасим ҡыҙының был ролдәре һиҙҙермәй генә актрисаның ғүмер миҙгелдәренең йәйен дә еткерә.

Әммә йәйҙәре ниндәй!

Яратып башҡарған ролдәр дан-шөһрәт тә килтерһә, актриса икеләтә бәхетле. Ә ундайҙар Зинира Ҡасим ҡыҙының ижадында бер нисәү. Ф.Бүләков пьесаһы буйынса «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?» трагик комедияһындағы Фатима ролен башҡарғаны өсөн «Театр яҙы – 1993» З.Атнабаева «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн» номинацияһында дипломға лайыҡ була… А.П.Чеховтың «Иванов» драмаһындағы Сарра роле өсөн Таганрогта уҙғарылған Бөтә Рәсәй А.П.Чехов драматургияһы буйынса сәхнә әҫәрҙәре смотрында Зинира Ҡасим ҡыҙы I дәрәжәле диплом менән бүләкләнә… «Бәлә кеше башынан йөрөй» (А.Островский) драмаһында Татьяна ролен башҡарғаны өсөн Мәскәү гастролдәре ваҡытында (1980 й.) актриса «Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була… «Советтар Союзында Польша драматургияһы» фестивалендә Башҡорт академия драма театры польша авторы һәм режиссеры Г.Запольска сәхнәләштергән «Улар дүртәү» спектакле менән ҡатнаша, Тегенсе ролен башҡарыусы Зинира Атнабаева I дәрәжәле диплом һәм  махсус приз — Польшаға сәйәхәткә путевка менән бүләкләнә…

Польшанан тыш, Зинира Атнабаева театр сит илдәргә ойошторған һәр бер гастролдә ҡатнаша — Германия, Чехославакия, Сирия, Финляндия, Италия һ.б.

Зинира Ҡасим ҡыһы театрҙа ҡуйылған барлыҡ классик әҫәрҙәр буйынса спектаклдәрҙә уйнай, уларҙың күбеһендә төп ролдәрҙе башҡара, шулай уҡ башҡорт-татар драматургтарының әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдәрҙә даими һәм иң күп ҡатнашыусы  актриса булараҡ таныла. «Ҡыҙ урлау» (М.Кәрим), «Әстәғәфирулла!..» (Н.Ғәйетбаев),  «Башмағым» (Х.Ибраһимов), «Әбейҙәргә ни етмәй?» (Ф.Бүләков), «Рәйсә+Фәйзи» (Н.Асанбаев), «Хужа Насретдин» (Н.Иҫәнбәт), «Сәйер кеше» (Н.Хикмәт), «Тере мәйет» (Л.Толстой), «Их, Өфө ҡыҙҙары!» (И.Абдуллин), «Законлы никах менән!» (Т.Миңнуллин) һ.б. спектаклдәрҙә актриса береһенән-береһе сағыу образдар тыуҙыра. Шуны ла әйтергә кәрәк, Зинира Атнабаева сәхнәлә «иңкүп үлгән актриса», ул уйнаған күп героинялар яҙмышы үлем менән тамамлана.

Театр менән оҙаҡ хеҙмәттәшлек иткән драматургтар яңы әҫәр ижад иткәндә йыш ҡына образдарҙы алдан уҡ артистарға тәғәйенләп яҙа. Әйтәйек, драматург, Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев Зинира Атнабаева менән Роза Кәримованың оҡшашлығын күреп, «Игеҙәктәр»ен яҙа, сәхнәгә Рәсимә менән Рәсилә сыға. Ғөмүмән, ағалы-һеңлеле Атнабайҙарҙың ижади үҫештәре бер-береһенә үрелеп, бер-береһен тулыландырып бара. Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Әнғәм Атнабаевтың 11 пьесаһы ҡуйыла – «Ул ҡайтты», «Мөхәббәт тураһында йыр»,  «Юлдар өҙөлгән ваҡыт», «Балаҡайҙарым», «Шоңҡар», «Әсә хөкөмө», «Йәйҙең һуңғы көнө», «Игеҙәктәр», «Законлы никах менән», «Ут» пьесалары буйынса спектаклдәр үҙ ваҡытында башҡорт сәхнәһен шаулатһа, ә «Хушығыҙ, хыялдарым!» драмаһы (реж.- А.Абушахманов) йәнә театр репертуарына ҡайтты. Ағаһы Әнғәм Атнабаев ижад иткән барлыҡ пьесаларҙа ла уйнай Зинира Ҡасим ҡыҙы.

Артистың ижад яҙмышына иң ҙур йоҡонто яһаусы – ул, әлбиттә, режиссер. Вәли Ғәлимов, Шәүрә Мортазина, Лек Вәлиев, Рифҡәт Исрафилов кеүек күренекле режиссерҙарҙың Зинира Ҡасим ҡыҙы менән  ихлас эшләү һөҙөмтәһе булараҡ актриса сәхнәгә яңынан-яңы ролдәрҙә сыға, бейегерәк ижад баҫҡыстарына күтәрелә.

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Зинира Атнабаева  бөгөн дә тулы ҡанлы ижадта ҡайнай, режиссерҙар Илдар Ғиләжев, Петр Шеин, Айрат Абушахманов, Рөстәм Хәкимов Зинира Ҡасим ҡыҙы менән ихлас эшләй, ошо ижади хеҙмәттәшлек емеше булып тыуған Йыһан («Башмағым», Х.Ибраһимов), Фатанат («Аттила», Ғ.Шафиҡов), Оло инәй («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», М.Кәрим, Р.Исрафилов инсц.), Рабиға («Йәшенле ямғыр», З.Атнабаева) кеүек образдар замандаштарыбыҙ күңелен әсир итә, гитиссы курсташтары — танылған сәхнә оҫталары Гөлли Мөбәрәкова, Хәмит Яруллин, Муллаян Сөйәрғолов менән «Аты барҙың — дәрте бар» спектаклендә рәхәтләнеп уйнаны.

Зинира Атнабаева донъяуи һәм сәхнә тәжрибәһенә таянып, яңынан-яңы образдар менән бергә үҙе пьесалар ҙа яҙа — театрҙың 85 йыллыҡ юбилейына үҙенсәлекле бүләк әҙерләне сәхнә оҫтаһы – «Өҙөлгән туй» драмаһы Башҡорт академия драма театрында донъя күрҙе (режиссеры Рөстәм Хәкимов).

Динара Кәримова