Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Фәйез Фәтих улы Вәхитов (1916-2006)

Актер, режиссер Фәйез Фәтих улы Вәхитов 1916 йылдың 4 авгусында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Таҫҡаҡлы ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районында тыуа. БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1977). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. А.Н.Островский исемендәге Ленинград театр институтын тамамлаған (1956). 1934—40 йй. Ауырғазы (хәҙерге Салауат башҡорт драма театры) һәм Дүртөйлө колхоз-совхоз театрҙары актёры. 1946—61 йй. Башҡорт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1956—61 йй. һәм 1965—68 йй. театр директоры булып эшләй. 1961—65 йй. һәм 1968—77 йй. БАССР Министрҙар Советы эргәһендәге ТВ һәм радиотапшырыуҙар ком‑ты реж., баш режиссёры.

Ижади эшмәкәрлеге башында көслө характерлы ролдәр башҡара: Исмәғил («Ғәлиәбаныу»), Ғәйфулла («Ҡара йөҙҙәр», М.Ғафуриҙың шулай уҡ исемендәге повесы буйынса Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимов инсценировкаһы), Вафа («Башмағым») һ.б. Башҡорт драма театрында Вахитов репертуарында башлыса драматик һәм героик ролдәр була: Ваһап («Таңсулпан», Ҡ.Даян), Сәфәров («Ағиҙел ярында», Р.Ниғмәти), Арыҫлан («Вәғәҙә онотолмай», И.Ә.Абдуллин). Башҡортостан ТВ-нда театр һәм танылған актёрҙар тураһында тапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы булараҡ сығыш яһай. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1946), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордены  менән бүләкләнгән.

Фәйез Вахитов 2006 йылда вафат була.