Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Фахриев Хәй Ғимаҙи улы (1929—1991)

Мәңге яныр усаҡ ҡалдырҙы

«Бәҙри — драмалағы төп персонаждарҙың береһе. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәй Фәхриев уны ғәжәйеп колоритлы итеп уйнай. Артист сәхнәгә килеп ингән минутынан уҡ үҙенең байлыҡ тоҙағына әлбиттә эләгәсәк икәнен тасуирлай. Ул ысын мәғәнәһендә ике ут араһында. Беренсенән, бала — бәғер емеше, ҡыҙы Ғәлиәбаныуҙы өҙөлөп ярата, икенсенән, туй сығымдарын һанамаҫтан саф килеш ҡулға төшөргә торған мең тәңкә! Актер бик урынлы рәүештә мәңгелек үкенесенең төп сәбәбе ана шул «мең  тәңкәлә» икәнен тырышып төшөндөрә».

(«Ғәлиәбаныу» спектаклендәге Х.Фәхриевтың Бәҙри роле хаҡында, Социалистик Татарстан, 1973 йыл, 30 июнь.)

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хәй Фәхриев үҙе лә ғүмер буйы  ике ут араһында — сәхнә менән ысынбарлыҡ  араһында янып йәшәгән, атылған йондоҙҙай янып һүнһә лә, әммә әле лә ул сәхнә мәҙәниәтен нурландырып торған сәнғәт оҫталарының береһе булып ҡала. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына 20 йылдан ашыу ғүмерен бағышланы ул. Хәй Фәхриев ижад иткән сәхнә образдары ҡабатланмаҫ һәм онотолмаҫтар. Улар артист менән бергә тамашасы күңелендә йәшәй. Сәхнәлә төрлө характерҙағы, төрлө пландағы бик күп геройҙарҙы йәнләндерҙе артист. Ә улар, үҙ сиратында, Хәй Фәхриевты үлемһеҙ итте. Бөгөн халыҡ артисы Хәй Фәхриевҡа 75 йәш тулған булыр ине.

Хәй Фәхриев театрға сәнғәт училищеһын тамамлап, 40-сы йй. аҙағында килә. Ул киң музыкаль диапазонлы драма актеры була, гармунда уйнай, йырлай. Мәскәү консерваторияһының I курсынан китмәгән булһа, яҙмышы нисек булыр ине, кем белә. Ә консерваторияға Хәй училищенан һуң эләгә. Өфөгә ҡайтҡас, егетте академия драма театрына эшкә саҡыралар. Ләкин тормошон Салауат районы Арҡауыл ауылы ҡыҙы Лүзә Мәғәмүр ҡыҙы менән бәйләп, Хәй Фәхриев Ҡыйғы колхоз-совхоз театрына юл ала. Оҙаҡ ҡына йылдар (1951-70 йй.) Салауат башҡорт драма театрында эшләй, был театрҙа ул бик күп төрлө ролдәрҙе башҡара, алтмыштан ашыу образ ижад итә.

Әммә Хәй Фәхриевтың актерлыҡ таланты тулыһынса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында асыла. 1970 йылда артист Хәй Фәхриевты Лек Вәлиев Р.Сафин драмаһы буйынса «Йәнбикә» спектакленә саҡыра. Шунан башлап Лүзә һәм Хәй Фәхриевтар ошо театр сәхнәһендә ҡала. Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Хәй Фәхриев милли театр сәнғәтенең алтын фондын тәшкил иткән спектаклдәрҙә тиҫтәләрсә ролдәр башҡара. Ул һәм фәҡәт ул ғына Краснов (А.Островский «Бәлә кеше башынан йөрөй»), Батрак (Х.Хәмзә «Бай һәм хеҙмәтсе»), Байтирәк (Т.Ғиззәт «Ҡыйыу ҡыҙҙар»), Бәҙри (М.Фәйзи «Ғәлиәбаныу»), Исмәғил (Т.Миңнуллин «Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш»), Ярулла (М.Кәрим, Р.Исрафилов инсц. «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар») һ.б. спектаклдәрҙә шундай ҡабатланмаҫ яҡты образдар ижад итә алған.

Тормошта ла, сәхнәлә лә Хәй Ғимаҙи улы хәрәкәтсән, дәртле, ҡайнар, илгәҙәк кеше ине. Сәхнәлә ул йөҙөп уйнаны, Хоҙайҙан артист, тиҙәр уның ишеләр хаҡында. Ижадының һуңғы йылдарында Хәй Фәхриев Сәғәҙиев (А.Абдуллин «Ун өсөнсө председатель»), Әжмәғол (М.Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Кәримбай (Х.Ибраһимов «Башмағым») һ.б. образдарҙы ижад итте. Ул башҡарған һәр роль актер тарафынан психологик үҙләштерелеп, тамашасыға ҙур оҫталыҡ менән еткерелә ине.

Башҡорт академия драма театры сәхнәһенә аяҡ баҫҡан көндән алып киң диапазонлы актер Хәй Фәхриев драматик, трагик ролдәрҙе лә, лирик пландағы геройҙы ла, комик персонаждарҙы ла бөтә рухи байлығын егеп ихлас уйнаған оҫта артист булып таныла. Уның һәр сығышы тамашасы араһында ла, матбуғат биттәрендә лә күтәрелеп алына ине — эске көсөргәнешлеге ел-дауылды хәтерләтһә, һил саҡта унан килгән нур йәндәрҙе иркәләй, күңелдәрҙе наҙлай ине, тиҙәр уның хаҡында замандаштары.

Артист Хәй Фәхриев 1991 йылда 62 йәшендә генә мәрхүм булып ҡалды. Уйналмаған күпме ролдәре, уның уйынын күреп танһығы ҡанмаған күпме тамашасыһы ҡалды. Ә үҙе тамашасыһы, сәхнәләштәре, замандаштары күңелендә мәңге яныр усаҡ ҡалдырҙы. Ул усаҡ — сәнғәткә һөйөү, театрға тоғролоҡ, оҫталыҡ.

           Рәмилә Йәһүҙина