Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы (1980 – 2011)

Башҡорт актеры, йырсы, режиссер, телетапшырыуҙар алып барыусы Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы 1980 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында актёрҙар БАССР-ҙың халыҡ артисы Әсғәт Йәнбәков Һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Ҡудашева ғаиләһендә тыуа. Арыҫлан да ата-әсәһенең юлын һайлай.

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләй. Тап ошонда ул буласаҡ кәләше Розалияны осрата. «Ул ваҡытта мин Сибай сәнғәт училищеһында белем ала инем, театрҙа күмәк сәхнәләрҙә ҡатнаша торғайныҡ. Арыҫлан менән беҙҙе тап сәхнә осраштырҙы, ҡауыштырҙы ла. Улыбыҙ Ильяс донъяға килде. Ул шул тиклем хәстәрлекле атай булды, тоғро тормош юлдашым ине. Уның вафатын ауыр ҡабул иттем, әммә улымдың булыуы, уны артабан кеше итеү теләге миңә көс бирҙе. Бөгөн улым атаһына оҡшап, матур йырлай, торғаны әртис тиерһең! Яңыраҡ «Урал аръяғы йондоҙҙар ҡабыҙа» тигән конкурста өсөнсө урынды алды», – ти Розалия Йәнбәкова.

2004 йылдан ғүмеренең һуңғы минуттарынаса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, режиссеры булып эшләне. 2011 йылды Мәскәүҙең Б. Щукин исемендәге театр институтының режиссура бүлеген тамамлағайны. Уның диплом режиссер эше – С. Әбүзәров пьесаһы буйынса «Хыялый» лирик комедияһы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Башҡорттар» программаһын алып барҙы.

Арыҫлан Йәнбәков үҙен етди, талапсан, тырыш итеп күрһәтте театр тормошонда. Һәр ролен күңеленән үткәреп, бирелеп уйнаны. «Һуңғы ғәйнә»ләге (А.Иҙелбаев, режиссеры — И.Ғиләжев) Юлдыҡайы, «Сәсәндәр»ҙәге (И.Йомағолов, режиссеры — А.Йомағолов) Айбағышы, «Ҡоҙаса»лағы (Б.Бикбай, З.Исмәғилев, режиссеры — А.Абушахманов) Басиры һәм башҡа ролдәре ап-асыҡ күҙебеҙ алдында. Комедия жанры булһынмы, драматик ролдәр башҡарһынмы — һәр геройының үҙ сағылышы ине.

Һуңғы йылдарҙа Арыҫлан Йәнбәков үҙен оҫта режиссер булараҡ күрһәтте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Н. Ғәйетбаевтың комедияһы буйынса «Ай әттәгенәһе, ирем ҡайтты», В. Сигарев пьесаһы буйынса «Гипнотизер, йәки ялған Детекторы» спектаклдәр ҡуя. С.Әбүзәров пьесаһы буйынса «Хазина» спектакле тамамланмай ҡалды…

Арыҫлан Йәнбәковтың моңло йырҙары кемдәрҙең генә һушын алманы, күңелен яуламаны! Йөрәге тулы моң ине уның. Йырсы булып «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә», «Гәрәбә», «Гармуным, уйна һин», «Һаҡмар һылыуы», «Ҡоралай» һәм башҡалар йырҙар башҡарҙы.

2002 йылда «Ирәндек моңдары» халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында лауреат исемен яулауы, «Сәсәндәр» бәйгеһендә махсус бүләккә лайыҡ булыуы — быға асыҡ дәлил. Рәсәй телевизион фестивалендә I премия яулаған «Ҡоралай» нәфис фильмында ла (балалар өсөн төшөрөлгән) һоҡланғыс булды ул. Ваҡытһыҙ киткән актер, йырсы Арыҫлан Йәнбәковтың «Ҡурай» телеканалы уға бағышлап «Хазина» тип аталған cd диск сығарҙы.

2017 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында хәтер кисәһе үтте. «Ул шат күңелле, эшлекле, ихлас һәм намыҫлы кеше булып хәтеремдә ҡалған. Бер ҡасан да кенә тотманы, мауығыусан кеше ине, — ти кисәнең режиссеры Зиннур Сөләймәнов. — Беҙ йылы иҫтәлектәр кисәһен ойошторорға теләнек. Дуҫтары килде, уның йырҙары, дуэттары яңғыраны, хеҙмәттәштәре иһә спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтте».

Йәнбәков Арыҫлан Әсғәт улы 2011 йылдың 21 сетябрендә вафат булған. Сибай ҡалаһы зыяратында ерләнгән.