Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Йомағолов Илфат Әбделәхәт улы (1962-2018)

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов 1962 йылда Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуып үҫә. 1987 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерлыҡ бүлеген тамамамлап, режиссер Рифҡәт Исрафилов курсында уҡый.

Ул Мәжит Ғафури исемендәге Башкорт дәүләт академия драма театрында, Өфө «Нур» татар дәүләт театрында эшләй.

Уның «Ай тотолған төндә», «Балаҡайҙарым», «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?», «Һуңғы уҙаман» һәм башҡа спектакльдәрҙәге рольдәре театр һөйөүселәрҙең күңел түрендә ҡала.

Илфат Йомағолов «Ай ҡыҙы» һәм башҡа фильмдарҙа ла төшә.

 


 

САЛАУАТ ӘБҮЗӘРОВ МЕНӘН ИЛФАТ ЙОМАҒОЛОВТЫҢ ӘҢГӘМӘҺЕ (ИҪТӘЛЕК)

БЕҘҘЕҢ ӘҢГӘМӘ

Театрыбыҙҙың «Диуана» һы

Бәһлеүәндәй кәүҙәле был актерҙы тәүге тапҡыр Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының сәхнәһендә күрҙем. Эргәлә ултырған дуҫым: “Ана, һинең яҡташың уйнай”, — тине. Баҡһаң, Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән икән. Аҙағыраҡ иһә уның менән осрашып, һөйләшергә лә насип булды. Илфат Йомағолов менән танышлығыбыҙ шулай башланды. Шаян, йор һүҙле был ағайҙың һауа десанты ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иткәнен белгәс, аптырабыраҡ ҡалдым: бөтә ҡиәфәтенән көс-ғәйрәт урғылып торған кеше лә шундай йомшаҡ күңелле, хискә бирелеүсән булһынсы әле!..

Бына бөгөн тағы осраштыҡ Илфат ағай менән. Үҙ мәшәҡәттәребеҙгә сумып, күптән һөйләшеп ултырған юҡ ине. Байтаҡ йылдар үтеп киткән икән дә баһа! Ләкин сәстәренә йылдар ҡары һибелеп, ҡараштарына көҙгө һағыш нуры яғылһа ла, элекке шаянлығын юғалтмаған ул. Күрешеү менән шундай мәрәкә һөйләп ташланы: “Берәү ҡоштар баҙарында йөрөй икән. Ике тутыйғош һатыла, ти. Береһе зифа буйлы, хатта һөйләшә икән. Хаҡы — 50 доллар. Икенсеһен, һөйләшә лә белмәгән йолҡошон, 150 долларға һаталар, ти. “Ниңә улай?”— тип һорай һатып алыусы. “Быныһы, — тип йолҡошона күрһәтә һатыусы, — һөйләшә белгәненең художествс етәксеһе».

Илфат ағайҙың был мәрәкәне юҡҡа ғына һөйләмәгәнен шунда уҡ төшөндөм, һәр хәлдә, ул үҙе һөйләшә белмәгән “тутыйғош” затынан түгел, рәхәтләнеп һөйләштек.

—      Илфат ағай, ғүмерегеҙҙең 50-се тауынан тирә-йүн нисегерәк күренә?

—      Элек 50 йәшлек кешеләр миңә ҡарт һымаҡ тойола торғайны, Үҙем ошо йәшкә еткәс, “юҡ, миңә 50 түгелдер ул”, тим. Ләкин йәштәр менән аралашҡан саҡта, уларҙан “ба- тя”, “отец” кеүек һүҙҙәрҙе ишетеп, һиҫкәнеп ҡуям. Бына әле һеҙгә (редакцияға. — С.Ә.) килгәндә автобуста бер ҡыҙ урын тәҡдим итте. “Рәхмәт, мин ул тиклем ҡарт түгел бит әле”, — тигән булам. Шулай, үҙеңде йәш тойоп, күктә талпынып маташһаң да, ергә төшөрөп ҡуялар ул.

—      Хәйер, ҡартлыҡ тигән нәмә өркөтмәйҙер һеҙҙе. Уның менән йәштән үк “дуҫ” булдығыҙ бит. Йәғни театрҙа башҡарған ролдәрегеҙ күпселектә өлкән йәштәге кешеләр.

—      Эйе, миңә үҙемдең йәштәге образды башҡарырға тура килмәне тиерлек. Йәшемә тура килгән берҙән-бер образ Мостай Кәрим­дең “Ай тотолған төндә” әҫәрендәге Диуана булды. Уға ла, миңә лә 30 йәш ине. Диуана шул йәшендә ҡалды, мин үҙгәрҙем.

—      һеҙ әле лә Диуананы уйнарлыҡ.

—      “Диуаналыҡ” күңелде ташламаһын… Уй­лап ҡараһаң, донъябыҙҙа аҡыллы “диуана­лар” һирәк осрай, диуана “аҡыллылар” ишәйҙе.

—      “Ҡарт” ролдәрегеҙ кемдәр ине?

—      Азат Абдуллиндың “һуңғы уҙаман” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә Ҡудашев, мәҫәлән. Драматург күрергә теләгән партком секретары образы ул. Ундай әүлиә йәнле сек­ретарҙар тормошта булмай торғайны, әл­биттә.

Әнғәм Атнабаевтың “Хушығыҙ, хыялда- рым”ында — Ҡәҙерша, “Балаҡайҙарым”ында

— Кашаф, Флорид Бүләковтың “һөйәһеңме, һөймәйһеңме?”һендә үлә алмай йонсоған 80 йәшлек ҡартты уйнарға тура килде.

—      Яҙмышығыҙҙы театр менән бәйлә­гәнгә үкенгән мәлдәрегеҙ булманымы?

—      Булғандыр. Актерҙарға ихтирам менән ҡаранылар элек, иң хөрмәтле һәнәрҙәрҙең бе­реһе була торғайны. Хәҙер, танымаған ке­шеләр араһында, үҙемде актер тип әйтергә лә оялам мин. Ни өсөн тигәндә, уларҙың сәнғәт кешеләренә ҡарата мөнәсәбәте лә икенсе. Ке­ше рухиәттән ситләшеп, матдилыҡҡа ынтыла.

—      Халыҡ театрга йөрөмәй тигән һүҙҙәр ҙә ишетелгеләй шул.

—      Сәбәптәре күп уның. Һәр өйҙә аппарату­ра: радио, телевизор, видео… Бына, әйтәйек, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры ҡаланың бер ситендә ултыра. Черниковка, Дим, Сипайлово биҫтә­һендә йәшәүселәр теләһә лә театрға йөрөй алмай, әлбиттә. Килгәнсе генә бер-ике сәғәт ваҡыт үтеүе мөмкин. Өйөңдән алдараҡ сыҡ­ҡан рәүештә лә, “тығын”ға эләгәсәкһең. Шулай ҙа театрға йөрөүселәр юҡ тип әйтеп булмай: берәүҙәр өсөн унда барыу — оло ваҡиға, бай­рам кеүек.

—      Башҡорт театрынан һуң татар теат­рында уйнауы ауыр түгелме?

—      Ҡыйынлығы тойолманы. Бер йыл буйы Карлсонды урыҫса уйнарға тура килде. Һүҙҙәрҙе татарса ятлап та бөткәйнем, премье­раға ике көн ҡалғас, режиссер әйтә, ҡала ба­лалары аңламаҫ, урыҫ телендә һөйлә, ти. Аҙағыраҡ “Аҡ сәскә — һиңә бүләк” спектак­лендә татарса уйнаным. Әлбиттә, татар теле башҡорт теленә яҡын булһа ла, айырма ҙур ғына. Һәр телдең үҙ моңо бар бит.

—      Белеүемсә, үҙегеҙ ҙә сәхнә әҫәрҙәре яҙаһығыҙ.

—      Яҙғыланым… Ләкин театрҙарға тәҡдим итеп ҡарағаным юҡ. Әле өҫтәлемдә ете-һигеҙ пьеса ята. Күрһәтеп ҡарайыммы икән тип уй­лағайным да, ҡуй, мин әйтәм, хәҙер йәштәр бар, яҙһындар.

Тәүге пьесам “Бүләк” тип аталды. Драма­тургтарҙың республика конкурсында 3-сө урын алғайны. Сибай театры ҡуйырға телә­гәйне, нишләптер онотолоп ҡалды. Бер тап­ҡыр һорағайным, юғалды, тинеләр. Аҙаҡ ҡы­ҙыҡһынып торманым…

—      Шиғриәткә лә битараф түгелһәгеҙ бит әле.

—      Элегерәк, академтеатрҙа эшләгәндә, ре­петиция мәлендә башҡа килгән фекерҙәрҙе шиғри юлдарға һалып, ролдең артҡы битенә теркәй барҙым. Бер мәл роль биттәре юғала башланы бит. Ниңә улай икән тип аптырайым. Баҡһаң, кемдәрҙер “үҙләштерә” икән. Байтаҡ ваҡыт үткәс, үҙемдең ошо “юғалған” һүҙҙәр бәғзеләр башҡарған йырҙарҙа килеп сыға башланы. Йырлайҙар икән, тимәк, оҡшатҡан­дарҙыр. Яҙғандарым әрәм булып ҡалмаған.

—      Бөгөнгө артистар тураһында нин­дәйерәк фекерҙәһегеҙ?

—      Һәр һәнәрҙең үҙ нескәлектәре бар. Әй­тәйек, һәнәрен йүнле башҡармаған кеше хаҡында “сапожник” ти урыҫтар. Артистар араһында ла бар ундай “итексе”ләр. Йәғни башҡарған ролеңдең эсенә инеп, йөрәгең аша үткәрмәй, сәхнәлә “маймылланыу”. Ләкин “итексе” актер булған кеүек “актер” итекселәр ҙә була. Был инде үҙ һәнәреңде яратыуға бәйле. Үҙем актер кеше булараҡ, берәүгә лә төртөп күрһәтмәйем, берәүҙең дә исемен фашламайым һәм баҡсаһына таш ташлама­йым. Уныһы инде театр тәнҡитселәренең эше.

Актер башҡаларға ныҡ бәйле һәнәр. Уның нисек уйнауы режиссерға, рәссамға, сәхнә эш­сеһенә, костюм тегеүсегә, грим һалыусыға бәйле. Ҡыҫҡаһы, ҡурсаҡ кеүек ул. Әгәр инде үҙеңсә ҡыландыра башлаһаң, ана, рәссам йәки гример нисек эшләгән — шулай ит, тип тиҙ урыныңа ултыртып ҡуялар.

Бына Рифҡәт Исрафилов менән эшләгән осорҙа ижади эшләү бар ине. Ул: “Ошо образ- ы нисек күрәһегеҙ, әйтегеҙ», — тип фекерегеҙ менән ҡыҙыҡһына торғайны.

—      Театрҙың киләсәге бармы?

—      Театр — үлемһеҙ сәнғәт ул. Техника дәүере тип һөйләһәк тә, театр һүнмәйәсәк. Те­ре йән бит ул, ә тере йәнгә кеше һәр саҡ тар­тылып торасаҡ. Киноны туҡтатып торорға, ҡабат өйләндереп ҡарарға мөмкин. Театрҙа барған спектаклдәр уйналған һайын үҙенсәле­кле була бара, уны ҡабат ҡарап булмай. Бер үк спектакль икенсе көнөнә башҡасараҡ уйна­ла барыбер. Формаһы шул уҡ булһа ла, эске донъяһы үҙгәрә.

Һүҙ ҙә юҡ, театр йәшәйәсәк. Ләкин нисек йәшәр, уныһы — икенсе мәсьәлә. Рәсәй те­атрҙары репертуарға ҡоролған, ә башҡа илдәрҙә улай түгел. Мәҫәлән, унда теге йәки был театрҙың актеры тигән төшөнсә юҡ. Те­атрҙар бер спектаклде ҡуйыр өсөн актерҙар менән контракт төҙөй. Шулай итеп, унда ғүме­ре буйына бер ролде башҡарып йөрөүселәр ҙә бар.

—      Кемдәрҙе остаз тип атар инегеҙ?

—      Үҙемде Рифҡәт Исрафилов мәктәбен үттем тип әйтә алам. Уҡытыусыларым Булат Хәйбуллин, Гөлли Мөбәрәкова, Олег Ханов сәнғәт серҙәренә төшөндөрҙө. Шундай оло та­ланттарҙан һабаҡ алыуым менән бәхетлемен. Хатта Рифҡәт Исрафиловта уҡыр өсөн дүрт йыл сират көтөүселәр ҙә булды. Ул Рәсәйҙең иң көслө биш режиссеры иҫәбенә инә.

—      Илфат агай, театр сәхнәләрендә тағы- тагы осрашырға яҙһын!

—      Шулай булһын. Амин.