Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Йосопова Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы (1901-1969)

Маһибәҙәр

 

Театрҙың бөгөнгө өлкән быуын артистары йыш ҡына Бәҙәр апай, тип уның хаҡында иҫтәлектәре менән бүлешергә ярата. Аңлауыбыҙса, ул һүҙгә лә маһир, кәрәк урында күҙгә тура ҡарап әйтә лә белгән уҡытыусы, кешеләргә — эскерһеҙ ярҙамсыл, йәштәргә — әсәйҙәрсә хәстәрле, ә сәхнәлә ғәжәйеп оҫта актриса булған.

Бәҙәр апа, тиһәм, үпкәләмә,

Ул образы барлыҡ апаның

Ул күңелдә Кручинина булып,

Яровая булып һаҡланыр

Башҡорт дәүләт академия драма театрының 30 йыллығын байрам иткән саҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти театр артистарын бына шундай шиғри юлдар менән ҡотлаған. «Кручинина, Яровая… Ысынлап та, ул уҡытыусы ла, артистка ла. 15 йәштән уҡыта башлаған һәм уҡытыусылыҡтан туп-тура театрға күскән кешенең Яроваяһы ла, Кручининаһы ла беҙҙең күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ урын алған», — тип яҙҙы 60-сы йылдар башында «Совет Башҡортостаны» гәзите биттәрендә Сәғит Агиш.

Театрҙың 80 йылдан артыҡ тарихын күҙаллағанда коллектив йылъяҙмаһында байтаҡ күренекле артистарҙың исеме алтын хәрефтәр менән яҙылыуына шаһит булаһың. Һәм улар бик күп. Уларҙың һәр береһе шәхес, исемдәре тамашасылар араһында әле лә яҡтынан-яҡты хәтирәләр  уята, таланттары таң ҡалдыра. Вәлиулла Мортазин-Иманский, Ғиниәт Ушанов, Исхаҡ Зәйни, Хажи Бохарский, Әмин Зөбәйеров, Бәҙәр Йосопова һәм башҡалар милли театрыбыҙға нигеҙ һалыуҙа һәм нығытыуҙа яҡындан ҡатнашҡан шәхестәр. Сәнғәт донъяһында киң танлыған талант эйәләренең һәр береһе үҙ дөүере өсөн ҡыйыу һәм талантлы ижадсы булараҡ иғтибарға лайыҡ. Уларҙың һәр береһе беҙгә ҡәҙерле исем.

Орск шәһәре. Данлыҡлы Ырымбурҙан бер нисә йөҙ саҡрым йыраҡлыҡта ҡом бурандары уйнар даланы төйәк иткән был ҡаласыҡта бәләкәй генә күн заводы һәм һыу тәгәрмәсенән башҡа телгә алырлыҡ бер ни ҙә булмаған ул замандарҙа. Ҙур соборы, биш сиркәүе һәм биш мәсете менән таныла ул. Бәҙәр Йосопова ошо ҡалала тыуып үҫә, атаһы Әхмәт Мәхмүтов ғүмере буйы Бурнаев заводында эшләй. Шунда Бәҙәрҙең бала саҡ йылдары үтә. 1916-17 йылдарҙа ярлы-ябаға аслыҡтан интегеп, Көнбайышта ҡан ҡойолған йылдар ғүмер буйы уның хәтеренән юйылмай һаҡлана. Шул йылда «Юғалған ҡатын» тигән бер шаршаулы пьесала кес кенә ҡыҙ ролендә уйнай ул. Йәштәштәренең «сабата кейгән йырсы артистка» тигән төртмә һүҙҙәренә лә иғтибар итмәй.

Етмәһә, биш мәсеттең биш муллаһы көн күрһәтмәй, атаһы Әхмәт ҡартҡа ла бик ныҡ «эләгә». Был ауыр замандарҙа ҡыҙҙың хоҡуғы булмаһа ла, һүҙ әйтеүе үҙе бер ҡыйыулыҡ була. Бәхеткә ҡаршы,  йәшлек дәрте бөркөп торған йәш ҡыҙҙы иң яҡын дуҫтарының береһе — Мирхәйҙәр Фәйзи йыуатып, Бәҙәрҙә ышаныс тыуҙыра. «Ғәлиәбаныу» әҫәренең донъяға килеүе минең сәхнәгә аяҡ баҫыуыма сәбәп булды, минең ижади тормошом талантлы драматург Мирхәйҙәр Фәйзи тарафынан тыуҙырылған халыҡ ҡыҙы Ғәлиәбаныу образын сәхнәлә беренсе тапҡыр кәүҙәләндереүҙән башланды, шуның өсөн дә Ғәлиәбаныу минең йөрәгемә бик тәрән уйылып ҡалды», — тигән юлдар бар Бәҙәр Йосопованың иҫтәлектәрендә.

Мәңге бар бул, йырла,

Күккә ашһын йәмдәрең.

Йәш күңелдән тәхетебеҙгә

Теҙ мөхәббәт мәрйенен.

Был юлдарҙы Мирхәйҙәр Фәйзи Б.Йосоповаға бағышлап 1918 йылда яҙа. Билдәле булыуынса, ул йылда М.Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» спектаклендә Орскиҙа тәү тапҡыр Бәҙәр Йосопова уйнай. Йәмәғәт бинаһында беренсе тапҡыр ҡуйылған был спектакль Орск тамашасыһында ысын-ысындан ҙур уңыш ҡаҙана. Йәшлек хыялы менән елкенгән Бәҙәр Йосоповаға  яҙмыш еле уңай ғына булып алға әйҙәй ул йылдарҙа. 1919 йылдарҙа Ҡыҙыл ғәскәрҙәр менән бергә башта Ырымбур ҡалаһына, унан Саранскиға китә. Саранск ҡалаһында Петроград фронтына китеүсе ҡыҙылармеецтар алдында күрһәтелгән ике концертта ҡатнаша. Концертта шулай уҡ Ғиниәт Ушановтың ҡурай моңдары ла яңғырай.

Илдең төрлө яҡтарынан һөжүм иткән аҡтар, ҡолчаксылар һәм башҡалар баҫтырылғас, Бәҙәр Йосопова ауылда уҡытыусы, сәхнә һәүәҫкәре, ҡатын-ҡыҙҙар араһында эшләүсе агитатор  булып китә. 1924 йылда Бәҙәр Йосопова Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар конференцияһына  килгән беренсе делегаттар сафында була һәм ошо йылдан ул Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариатында эштә ҡала. Инде ул Башҡорт дәүләт драма театрын күтәреүҙе төп маҡсаттарҙың береһе итеп ҡуя, уҡытыусылыҡ эшен дә дауам итә. 1926 йылдан ошо театрҙа уйнай башлай.

Профессиональ театрҙа Бәҙәр Йосопова тәү башлап Д.Юлтыйҙың «Ҡарағол» пьесаһы буйынса  ҡуйылған спектаклдә сығыш яһай. Артабан сәхнәнән-сәхнәгә таланты, күңеле киңәйә бара актрисаның. Был осорҙа «Салауат» спектаклендә (Д.Юлтый драмаһы) Салауаттың әсәһе Көнбикә, «Алатау»ҙа (А.Таһиров пьесаһы) уҡытыусы Зөһрә, «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр»ҙә (А.Островский) талантлы артистка Кручинина, шулай уҡ Сәғит Мифтаховтың «Һаҡмар» пьесаһында үгәй әсә Үлмәҫбикә, Хәбибулла Ибраһимовтың «Башмағым» музыкаль комедияһында Сәрби булып уйнап ҙур уңыш ҡаҙана.

Артабан халыҡ артисткаһы Бәҙәр Йосопова Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә башҡорт милли  драматургияһы, урыҫ һәм сит ил классиктарының төрлө жанрҙа ҡуйылған бихисап спектаклдәрендә бик күп төрлө характерҙағы образдар тыуҙыра. Уларҙы һанап бөтөрөү мөмкин дә түгел.

Бәҙәр Йосопова, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен сәхнәгә алып сығыусы иң тәүге артисткаларƒың береһе. «Һеҙ башҡарған һоҡландырғыс халыҡ бейеүҙәренә табынам. Һеҙ сәнғәт өлкәһендә мине ябайлыҡҡа өйрәтеүсе уҡытыусым», — тигән һүҙҙәр әйтә Фәйзи Ғәскәров актрисаның 60 йәшлек юбилейын билдәләгәндә.

Шәмсинур — Бәҙәр Йосопованың сәхнә ижадында иң һуңғы образдарының береһе. Оло йөрәкле әсә образы Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдән. Һуғыштан  һуң оҙаҡ йылдар үткәс, тотҡонлоҡта ғазап сиккән, һыңар күҙен һатып юллыҡ аҡса тапҡан Тимербулат көтмәгәндә әсә йортона ҡайтып төшә. Шәмсинур өҙгөләнеп улын ҡосаҡлай, берсә сал керә башлаған сәстәрен һыйпап ҡарай, бәйле күҙен тотмаҡсы була… Тимербулат ролендә уйнаған СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың: «Вәт, әй, Бәдәр апайҙы тағы ла илаттым. Үҙ улымы ни! Ысынлап илай!», — тип уйын-көлкө аралаш әйткән һүҙен хеҙмәттәштәре әле лә һөйләп ҡуя.

Тормоштағы ябайлығы, баҫалҡылығы, мөләйемлеге, кешелеклелеге, ихласлығы йәмәғәт тормошонда ла актив ҡатнашырға булышлыҡ итә. Бәҙәр Йосопова оҙаҡ йылдар Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре  союзын (элекке исеме Бөтә Россия театр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе) етәкләй. Һуңыраҡ ошо союзда уның исемендәге «Миҙгелдең иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» өсөн премия булдырыла. Был премияға Башҡорт академия драма театрының актрисалары — Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Эльвира Юнысова менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сара Буранбаева лайыҡ булды.

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, үҙ заманының тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре Бәҙәр Йосопованың яҡты рухы, ул ижад иткән йөҙәрләгән образдарҙа театр сәнғәтенә йыраҡ йылдар аша үҙенең нурын, йылылығын биреп торғандай. Ул сәнғәткә тоғро хеҙмәт итеүҙең күркәм бер өлгөһө булып милли мәҙәниәттең һүнмәҫ йондоҙона әүерелеп, киләсәк быуындың да юлын яҡтыртып торор.

 

Рәмилә Йәһүҙина