Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы (1916-2008)

«Театрҙа һандуғас тауышлы йондоҙ ҡабынды», — заманында Фәриҙә Камалетдинованың труппаға алыныуына ҡыуанып бөйөк Мәкәрим Мәһәҙиев шулай тигән.

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы Камалетдинова Салауат районының Малаяҙ ауылында 1916 йылдың 25 авгусында донъяға килгән. Актриса үҙенең тәрән драматизм, шул уҡ ваҡытта еңелсә юмор менән һуғарылған образдары аша тамашасы күңелен яулай. Ижад юлын башлаған актриса Мәжит Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 1935 йылдан 1977 йылға тиклем эшләй. Үҙенең сағыу булмышы, тәбиғи актерлыҡ таланты, ижади энергия һы менән айырылып тора ине Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы Камалетдинова. Сәхнәгә Полина («Төшөмлө урын», А. Островский), Агафья Тихонова («Өйләнеү», Н. Гоголь), Гөлбикә («Яңғыҙ ҡайын», М. Кәрим), Мәрзиә («Ул ҡайтты», Ә. Атнабаев), Зөлфиә («Бажалар», И. Абдуллин), Пелагея («Мещандар», М. Горький), Бианка («Отелло», У. Шекспир), Матрена («Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә», Л. Толстой), Ширин («Фәрхәт һәм Ширин», Х. Ниязи), Зөлхәбирә («Айгөл иле», М. Кәрим), Һөт инәһе («Ромео һәм Джульетта», У. Шекспир) кеүек сағыу образдар алып сыға.

Мәшһүр режиссер Вәли Ғәлимов билдәләүенсә, «башҡорт Бабановаһы» — Фәриҙә Камалетдинова менән Хөсәйен Ҡудашевтың һоҡланғыс ғаиләһе күптәргә өлгө булырлыҡ ине.

Из архива БАТД им. М.Гафури