Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Вәлиев Лек Вәли улы (1935-1992)

Режиссер Лек Вәлиевтың сәхнә эшмәкәрлегенең төп асылы —  тормоштоң иң аҫыл төшөнсәләрен күтәреү, заманса идеалдарҙы пропагандалау, кешенең эске тойғоларын өйрәнеү һәм байытыу ине. «Асыҡ, йомшаҡ күңелле, кисерештәргә үтә бай тәбиғœтле, ифрат талантлы кеше ине», тип хәтерләй уны замандаштары һәм ижадташтары. Уның спектаклдәре бөгөн дә тамашасылар хәтерендә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры йылъяҙмаһын барлағанда, унда ҙур урын алып торған ижадсыларҙы¾ береһе, тиҫтәнән ашыу йылдар театрҙы¾ баш режиссеры булып эшләүсе Лек Вәли улы Вәлиев эшмәкәрлеге хаҡында ла әйтеп үтеү кәрәк.

Режиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лек Вәли улы Вәлиев 1935 йылдың 19 апрелендә Әлшәй районының Раевка ауылында тыуған, бала сағы Учалы районында үтә.

1954 йылда Л.Вәлиев Мәскәү ер төҙөлөшө инженерҙарын әҙерләү институтына уҡырға инә һәм уны 1959 йылда тамамлай. Бер үк ваҡытта Н.К.Крупская исемендәге Бөтә Союз  халыҡ ижады йорто эргәһендәге ике йыллыҡ режиссерҙар курсында ла белем ала. 1960 йылда Ленинград дәүләт театр, музыка һәм кинематография институтына инә. Уны тамамлағандан һуң Салауат театрында бер нисә йыл режиссер булып эшләй, 1965 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына режиссер итеп күсерелә һәм ошо сәхнәлә бер йылдан С.Айытматовтың «Әсә-Ер-әсә» повесы буйынса спектакль — тәүге сәхнә эшен тәҡдим итә.

1965 йылдан Л.В.Вәлиев уҡытыу эше менән дә шөғөлләнә — башта ул сәнғәт училищеһында, һуңынан 1972 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.

1971 йылдан 1981 йылға тиклем Л.В.Вәлиев Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театрының баш режиссеры булып эшләй. Н.Асанбаевтың «Һыу юлы», «Зәйтүнгөл», «Аҡ сирендәр», И.Абдуллиндың «Тиле йәшлек», Ғ.Әхмәтшиндың «Тальян гармун» һәм «Яр буйында усаҡтар», Ә.Атнабаевтың «Ут», «Мөхәббәт хаҡында йыр», Р.Сафиндың «Йәнбикә», «Мут егет», «Ғәзизәкәй балдыҙ» һәм башҡа авторҙарҙы¾ бик күп пьесалары буйынса Лек Вәлиев ҡуйған спектаклдәр театр йылъяҙмаһында лайыҡлы урын биләй.

Заманында Ғ.Камал исемендәге Татар академия театрында М.Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» пьесаһы буйынса ул сәхнәләштергән спектакль халыҡ ижады һәм театр сәнғәте фестиваленең дипломына лайыҡ була. Лек Вәлиев милли драматургиянан тыш, рус һәм сит ил классик авторҙары әҫәрҙәре өҫтөндә лә ихлас эшләне —  М.Горькийҙың «Һуңғылар», А.Островскийҙың «Бәлә кеше башынан йөрөй», Н.Хикмәттең «Тинтәк», «Онотолған әҙәм», Л.Пиранделлоның «Лиола» тигән пьесаларын ғœжәйеп оҫта сәхнәләштерҙе. Был спектаклдәр үҙ ваҡытында башҡорт театры сәхнәһендә уңыш  менән барҙы һәм режиссерҙың ижад мөмкинлектәрен тулыһынса сағылдырҙы.

Лек Вәлиев ҡуйған күп спектаклдәр — М.Кәримдең «Салауат»ы, И.Йомағоловтың «Нәркәс»е, С.Айытматовтың «Хуш, Гөлһары» һ. б.) 1972, 1979, 1984 йылдарҙа театрҙың Мәскәүҙә уҙғарылған отчет гастролдәре ваҡытында юғары баһаланды, улар I Дәрәжә дипломдарға, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең  көмөш миҙалына һәм СССР Мәҙәниәт министрлығының премияларына лайыҡ булды.

Режиссер Лек Вәлиевтың спектаклдәре араһында Н.Асанбаев пьесаšы буйынса «Ҡыҙыл паша» драмаһы айырым урын алып тора. Формаһы һәм йөкмәткеһе менән ғәҙәти булмаған был әҫәрҙәрҙœ режиссерҙың бай фантазияһы, профессиональ мөмкинлектәре һәм юғары мәҙәнилеге асыҡ сағыла. Ошо спектакль өсөн автор Нәжиб Асанбаевҡа, режиссер Лек Вœлиевҡа һәм Кәрим Хәкимов ролен башҡарыусы Әхтәм Абушахмановҡа Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тапшырыла.

Башҡорт дәүләт академия драма театры «Ҡыҙыл паша» менән Сирия Ғәрәп Республикаһы баш ҡалаһы Дамаскта үткән Х Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашты һәм ҙур уңыш ҡаҙанды. Ошо әҫәр буйынса эшләнгән фильм-спектаклде 20-нән ашыу ғәрәп иле һатып алды.

Л.В.Вәлиев һуңғы йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында эшләне. Был театрҙа ул үҙен режиссер итеп кенә түгел, драматург булараҡ та танытты, ошонда уҡ «Әйттерәбеҙ, теттерәбеҙ, донъя үҙебеҙҙеке» тигән пьесаһын ҡуйҙы. Уның «Париж егете Әлфәнис», «Сөмбәй, йәғни Муйыл һыуығы» тигән әҫәрҙәре  1980 һәм 1998 йылдарҙа Сибай һәм Салауат театрҙарында сәхнәгә ҡуйылыуы билдәле.

Лек Вәли улы Вәлиев 1992 йылдың 23 мартында 56 йәшендә вафат булды.

 

(«Сәхнә. Оҫталыҡ. Юғарылыҡ» китабынан)