Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы (1936 – 2019)

Гөлли  Мөбәрәкова — СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Почёт, Халыҡтар дуҫлығы  һәм  Салауат Юлаев ордендары кавалеры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, 1993 йылдан  профессор, Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова 1936 йылдың 9 сентябрендә Өфөлә театр актерҙары ғаиләһендә тыуған (атаһы — СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, әсәһе — РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, шағирә һәм драматург, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәғиҙә  Янбулатова.

Буласаҡ актрисаның бала сағы һәм үҫмер йылдары театрҙа үтә. Урта мәктәпте тамамлағас, ата-әсәһе бигүк риза булмаһа ла, Мәскәүҙәге  А. В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтына уҡырға инә. 1959 йылда институттың башҡорт студияһын (О. И. Пыжова һәм Б. В. Бибиков класы) уңышлы тамамлап ҡайтҡас, үҙенең ярты быуатҡа һуҙыласаҡ ижад юлын М.Ғафури имемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай.

1991—1997 йылдарҙа Гөлли Мөбәрәкова Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры вазифаһында, һуңғы көнөнә тиклем ул – театрҙың Художество советы ағзаһы була.

«Миңә бер нәмә лә еңел генә бирелмәне. Мәскәүҙә лә ҡыҙыҡ мәлдәр күп булды. Дөрөҫөрәге, ул хәлдәр миңә хәҙер генә ҡыҙыҡ тойола. Ә ул саҡта барыһын да бик ауыр кисергәйнем. Атаһы ла, әсәһе лә артист тиептер инде, уҡытыусылар минең менән тейешле кимәлдә шөғөлләнмәне. Үҙем дә ҡыйыуһыҙ булғас, һуңға табан бөтөнләй ҡул һелтәп тиерлек ҡуйҙылар. Һөҙөмтәлә, уҡыу йортон тамамлағанда үҙемде күрһәтерлек бер ролем дә булманы. Һәм театрға мин ролдәрһеҙ ҡайтып төштөм. Бер бәләкәс кенә ролем бар ине барлыҡҡа. Тик ул мөмкинлектәремде күрһәтерлек түгел. Баяғы комплекстарға яңылары өҫтәлде. Театр минең өсөн түгел, минән актриса сыҡмай, тип мин үҙ-үҙемә нығыраҡ йомолдом. Шуға ла бер нисә йыл массовкаларҙа ғына йөрөнөм, эштән китәм тип уҡталған саҡтарым да булды. Шул осорҙа театрлаштырылған тамашаларҙа текст уҡыу, төрлө тапшырыуҙарҙы алып барыу өсөн телевидениеға йәлеп итә башланылар. Был хәл мине бер аҙ йыуатты. Театрҙа байтаҡ йылдар эшләп, телевидениеға режиссер булып килгән Рифҡәт ағай Фәйзуллин менән башҡорт һәм рус телдәрендә бик күп сәхнә әҫәрҙәренең телевизион версияһын эшләнек. Ә театрҙа һаман күмәк сәхнәләрҙә йөрөүемде дауам итә инем әле. Бында дөрөҫ башҡарҙың, бында саҡ ҡына яңылыштың, тип Рифҡәт ағай барлы-юҡлы ролдәремде ҡарап, хуплар урында хупланы, тәнҡитләр урында тәнҡитләне. Шулай итеп, тормошта ла, ижадта ла яҡын кәңәшсем һәм остазым булды ул. Телевидениела эшләгәндә лә, һүҙеңде әйтергә ашыҡма, башта тыуһын, ҡарашың менән дә шул уҡ хәл, тип аҙымлап тигәндәй актер эшенең нескәлектәренә өйрәтте» – тип, иҫтәлектәре менән бүлешкән Гөлли Арыҫлан ҡыҙы «Шонҡар» йәштәр журналында.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы йәш артистарҙы тәрбиәләүгә күп көс һала, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһында уҡыта, профессор дәрәжәһенә эйә була.

Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Вольтер әҫәре буйынса ҡуйылған  «Мөхәммәт» спектаклендә — Пальмира, Максим Горькийҙың «Һуңғылар» әҫәре буйынса спектаклдә —Любовь, Сыңғыҙ Айытматовтың «Әсә-Ер-Әсә» повесы буйынса спектаклдә- Алиман, Илшат Йомағоловтың «Нәркәс»ендә — Зөмрәт, Ғәҙел Ҡотойҙоң «Тапшырылмаған хаттар»ында — Ғәлиә, һәм башҡа образдар башҡарҙы. Һуңғы роле — «Иң бәхетле төн» спектаклендә Эухения (2018й.).

Гөлли Мөбәрәкова Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» спектаклендәге Хафаса роле Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә. «Мостай Кәримдең сәхнә әҫәрҙәрендә Шәфәҡ, Тәңкәбикә («Ай тотолған төндә»), Гөлнәзирә («Салауат»), Агазия («Ташлама утты, Прометей!»), Мәҙинә («Йәйәүле Мәхмүт») ролдәрен уйнау ҙур тәжрибә мәктәбе булды» – тигән фекерҙә була актриса. 1978 йылда Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» нәфис фильмында Тәңкәбикә ролен уйнай.

Уның режиссер эштәре: Илдар Юзеевтың пьесаһы буйынса «Һөйгәнемдең тыуған көнө»комедияһы (1987), Ғәзим Шафиҡов пьесаһы буйынса «Һәҙиә» публицистик очерк нигеҙендә драма-хро ника (1991) һәм З.Биишеваның әҫәре буйынса «Мөхәббәт һәм нәфрәт» спектакле (Р.Сафин инсценировкаһы)

«Театр — минең тормошом ул. Ошонда тыуғанмын, ошонда үҫкәнмен, илағанмын, абынғанмын, ҡыуанғанмын, ҡанатланғанмын, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләр алғанмын. Хеҙмәтемде маҡтаулы исемдәр менән баһаланылар. Шулай ҙа артист өсөн иң ҡиммәте – тамашасы мөхәббәте. Халыҡтың ижадыңды ҡабул итеүе – иң ҙур бәхет. Был бәхет мине урап үтмәне. Таныйҙар, хаттар яҙалар, шылтыраталар. Сәхнәгә сығарған ролдәрҙең үҙҙәренең тормошона нисек тә булһа йоғонто яһауы хаҡында бәйән итәләр. Минең хөрмәткә ҡыҙҙарына Гөлли тип исем ҡушҡан кешеләр ҙә бар икән. Ошондай хәлдәрҙән һуң хеҙмәтең менән халыҡ йөрәгенә үтеп инә, уларҙың күңелендә матур тойғолар уята алыуыңды аңлайһың. Ә тыуҙырған һәр ролең ул һинең йәнеңдең бер өлөшөнә әүерелә бара. Бала тип әйтеү генә аҙ уны. Һинең үҙеңә әүерелә ул. Йөрәгеңә инеп ултыра һәм шунда йәшәй»  – тигән фекерҙәр әйтте Гөлли Мөбәрәкова үҙенең яратҡан Театры хаҡында… Театр донъяһы ла әле оҙаҡ йылдар Уны юҡһынып йәшәр, ул тыуҙырған образдарҙы йөрәгендә һаҡлар.

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова 2019 йылдың 20 февралендә Өфөлә вафат булды.

 

Ирина Шәмсетдинова әҙерләне.

Мәҡәләһендә «Шонҡар» йәштәр журналының материалдар ҡуллана.