Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы (1928-1989)

Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы башҡорт драматургы, актёр, режиссёр һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. 1973—1988 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы идараһы председателе, 1976—1988 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзы секретары. Башҡорт АССР-ының IХ, Х һәм ХI саҡырылыш Юғары Советы депутаты һәм Юғары Совет рәйесе. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1978) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1984) ордендары кавалеры. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1976) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1969) премиялар лауреаты.

Әсғәт Мәсғүт улы Мирзаһитов Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Бикмәт ауылыңда 1928 йылдың 13 октябрендә тыуған.

1948 йылда Өфө театр училищеһын тамамлай һәм республиканың колхоз-совхоз театрҙарында актёр, режиссёр, директор булып эшләй.

1953 йылдан «Ҡыҙыл таң» газетаһының, «Ағиҙел» журналының әҙәби хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт академия театрының әҙәби бүлек мөдире була.

1958—1960 йылдарҙа ул СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡый, М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай. Һуңынан Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты, партия ойошмаһы секретары, «Ағиҙел» журналының баш редакторы вазифаларын башҡара. 1973 йылда Ә. Мирзаһитов БАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1976 йылда СССР Яҙыусылар союзы сәркәтибе итеп һайлана.

1953 йылдан КПСС ағзаһы, 1957 йылдан профессиональ яҙыусы, һуңғараҡ КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты ағзаһы, БАССР Юғары Советы депутаты.

Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге уңышлы хеҙмәттәре өсөн ул ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар менән бүләкләнде. Башҡортостандың — Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияларына лайыҡ булды.

Әсғәт Мирзаһитов «Тымыҡ күл» (1953), «Боҙҙар аҡтарылғанда» (1955), «Утлы өйөрмә» (1957), «Әсәйемдең сал сәстәре» (1960), «Күршеләр» (1961), «Ауыл күренештәре» (1962), «Гөл баҡсаһы» (1965), «Һалдат улы» (1966), «Бәхтегәрәй» (1972), «Әсәләр көтәләр улдарын» (1974) пьесаларын ижад итте, улар сәхнәләрҙә уңыш менән барҙы.

 

Ссылка: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%9C%D0%B8%D1%80%D0%B7%D0%B0%D2%BB%D0%B8%D1%82%D0%BE%D0%B2_%D3%98%D1%81%D2%93%D3%99%D1%82_%D0%9C%D3%99%D1%81%D2%93%D2%AF%D1%82_%D1%83%D0%BB%D1%8B