Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Мозаһитов Риф Имам улы (1932-2016)

 Башҡорт сәхнәһенең Мересьевы… Икенсе төрлөрәк әйткәндә, Риф Имам улы Мозаһитовтың үҙенсәленкле ижад юлы сәхнәгә үҙ-үҙеңде аямай хеҙмәт итеүҙең ҡыйыу өлгөһө ул. Риф Мозаһитов Салауат башҡорт драма театрында эшләгән саҡта (1968 йыл) коллектив Ишембайҙа Баязит Бикбайҙың «Ҡарлуғас» спектакле менән сығыш яһай. Староста ролен башҡарған Риф Мозаһитов уйын барышында оркестр «соҡорона» йығылып төшә, аяғын имгәтә. Ана шул имгәнгән аяғын ул ун йылдан һуң ҡырҡтырырға мәжбүр була…

Ошонан һуң ун өс йылдан ашыу дауам иткән был ижад юлын ҡаһарманлыҡ тип тә атап булалыр. Бында мин Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» драмаһында Риф Имам улы башҡарған Сәғәҙиев образы менән уртаҡлыҡ та күрәм. Дөрөҫөрәге, алға ҡуйылған маҡсат уртаҡлығы тураһында һүҙ алып барам. Сәғәҙиев кеүек Риф Имам улы ла үҙ маҡсатына тоғро булып ҡалды, төшөнкөлөккә бирелмәне, сәхнәне ташламаны.

Риф Имам улы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына 1975 йылда саҡырыла, үҙенсә әйткәндә, «Салауаттан йөрөп эшләү» осоро башлана. Сәләмәтлегенә бәйле сәбәптәр менән театрҙан айырылып торған саҡтары ла була, ләкин ул бында ла үҙ маҡсатына тоғро ҡала.

Актер өсөн иң ҡәҙерле сифат, моғайын, уның үҙенә йөкмәтелгән персонаждың эске һәм тышҡы берлеген таба белеүҙәлер. Был иһә уға роль тексы менән генә сикләнмәҫкә, уның артына «йәшерелгән» персонаж биографияһын да күҙалларға мөмкинлек бирә. Миҫал өсөн Дәүләтхан («Күршеләргә ҡунаҡ килгән», Назар Нәжми), Дионис («Ташлама утты, Прометей!», Мостай Кәрим), Сәлмән («Зәйтүнгөл», Нәжиб Асанбаев), Вафа («Башмағым», Хәбибулла Ибраһимов), Мулла һәм Миңлеғәли («Яҙмыштарҙан уҙмыш бар», Мостай Кәрим) ролдәрен күрһәтеп китергә мөмкин. Ошо образдар теҙмәһендә халыҡ шағирының тағы бер сәхнә әҫәрендәге — «Ҡыҙ урлау» музыкаль комедияһындағы Ирдәүләт образына айырым туҡталғы килә.

Колхозда маляр булып эшләүсе, «тамаҡ сылатыуҙы» ғына ҡайырып йөрөүсе был елғыуарҙың эске донъяһын асыуҙа актер фантазияһы тамашасы күңелендә теләктәшлек таба, күҙҙәрҙән йәш сығарғансы көлдөрә. Быны мин үрҙә әйтеп киткәнсә, роль тексы артына йәшерелгән персонаж биографияһын дөрөҫ үҫтерә белеүе менән аңлатыр инем. Һабантуйға ағас төптәрен ағартыр өсөн алған бумалаһын бер саҡ микрофон рәүешендә файҙаланып, интервью биреп ташлауында ла бер ниндәй шаштырыу күрмәйем. Сөнки ул тамаша логикаһына бәйле эҙмә-эҙлекле башҡарыла, шуға күрә лә ышандыра, «тамаҡ сылатырға яратҡан кешенән» бөтәһен дә көтөргә мөмкин, тигән фекер тыуҙыра.

Эйе, академия драма театры сәхнәһендә ижад ителгән был Ирдәүләт образы Риф Мозаһитовтың бөтә оҫталығын туплаған ҙур уңышы ул. Юғары кимәлдәге ошо роль иҫәбенә Фәрит Богдановтың  «Аманатҡа хыянат»тан — Ғарифуллин һәм Илдар Юзеевтың «Аҡ ҡалфағым төшөрҙөм ҡулдан…» драмаһынан суҡындырылған татар Иванов образдары ла ихлас дәғүә итә. Бай репертуарлы актер булараҡ, ул драматургияның төрлө жанрҙарында ла берҙәй һоҡланғыс сығыш яһай. «Амплуа тигән төшөнсәне бөтөнләй ҡабул итмәйем», — тигән һүҙҙәрҙе лә беҙҙең әйткәндәргә тағы ла бер ҡеүәт.

Риф Имам улының спектаклдә ҡатмашмаған көнө бик һирәк. Тимәк, ул көн һайын тиерлек сәхнәгә сығып, төрлө персонаж ҡиәфәтендә ҡылана: ҡайғыра, шатлана, йүгерә, йығыла, йырлай һәм бейей. Мәҫәлән, Флорид Бүләковтың «Ҡанатланып ос һин, Толпарым!» драмаһында ғына ул күпме трюктар яһай. Әйтеүе генә анһат! Был — һүҙ уйнатыу түгел, ә ысынбарлыҡ.

Р.Тойғон,

«Башҡортостан гәзите», 1992 йыл, 10 март