Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Муллабаев Биктимер (Тимур) Ғәлләм улы (1945-1982)

Кеше тыуһа, күк йөҙөндә уның йондоҙо ҡабына, тиҙәр. Әҙәм үҙенә тәғәйен ғүмер юлын үтеп, фанилыҡтан күсһә лә был йондоҙ һүрелмәй, ә башҡалар өсөн нур өләшеүен дауам итә икән, имеш.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Биктимер Муллабаевтың уҙған ғүмер юлы атылған йондоҙға тиң — ҡыҫҡа ғүмере эсендә лә ул йондоҙо сатҡыһын башҡаларға өләшеп йәшәп ҡала. Һәм уның йондоҙо яҡты рух булып күңелдәргә күсеп, ғаиләһе, ижадташтары, дуҫтары өсөн яҡты нур булып балҡыйҙыр, сөнки бөгөн Биктимер Муллабаевтың исеме изгелеккә өндәүсе, матурлыҡҡа мөкиббән булған, бер-береңә ихтирамлы булырға өйрәткән, үҙ һөнәреңде нисек яратырға кәрәк һәм уға тоғро булырға әйҙәгән оло йөрәкле кеше булып яҡты хәтирәләрҙә йәшәй.

Артист Биктимер Муллабаевты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәхнәлә күреү насип булманы, әммә  уның ижады хаҡында телевидение һәм радио фондында  булған таҫмалар, гәзиттәге мәҡәләләр  һәм кинофильм аша ғына түгел, ә уның менән бергә эшләгән артистар, ижадсылар аша ла хәбәрҙармын мин. «Булмышы менән изге йәнле, ихлас, тәү ҡараштан уҡ кеше күңелен арбаусан булды, — тиҙәр хеҙмәттәштәре уның хаҡында һөйләгәндә. — Әҙ генә ижад юлында ла күпме иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу образдар тыуҙырҙы, ә уйналмаған ролдәре күпме ҡалды!» — тип тә әсенеп өҫтәй улар.

Ысынлап та, һәр бер ролен ҡабатланмаҫ итеп башҡарыу һәләтенә эйә артист тырышлығы менән хөрмәт ҡаҙанған, үҙенсәлекле образдары менән исемен сәнғәт күгендә мәңгеләштергән…

Биктимер Муллабаев Өфө сәнғәт училищеһының актерҙар бүлеген (Ф.Ҡасимова һәм Л.Вәлиев курсы) тамамлай, диплом спектаклдәрендә Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһында Шәрәй һәм грузин драматургы Нодара Думбадзеның «Мин, өләсәй, Илико һәм Илларион» пьесаһында ҡарт Илларион ролдәрен башҡара.  Студент йылдарында уҡ уҡытыусылары буласаҡ артистың уйынының төп амплуаһы – характерлы, йыш осраҡта комик ролдәр, тип билдәләй. Ысынлап та, һуңынан эш башлағас, комик ролдәрҙе бик оҫта башҡарыуы менән таныла ла инде ул.

Биктимер Муллабаевҡа студент эскәмйәһендә үк үҙен һынап ҡарарға мөмкинселек тыуа – уны Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнәләштерелгән «Онотма мине, ҡояш!» (А.Абдуллин) спектаклендә Сергей Чекмаревты уйнарға саҡыралар – был роле артисҡа республикабыҙҙың төп театрында эшләп китеү өсөн ҙур юллама була.

Буласаҡ артистың һәләтен шунда уҡ күрәләр һәм Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылы егете  Биктимер республикабыҙҙың төп театрында эш башлай. Башҡорт  академия драма театры артисы Биктимер Муллабаевтың ижад биографияһын Әнғәм Атнабаев пьесаһы буйынса ҡуйылған «Игеҙәктәр» спектаклендәге Малтабар роле аса. Тәүге роле артисты яңы ижад үрҙәрен яуларға ҡанатландыра һәм яңы ролдәр ҙә бик көттөрмәй — А.Островский әҫәре буйынса «Бәлә кеше башынан йөрөй» спектаклендә Афоня образын сығарыуҙы ышанып тапшыралар уға. Был әҫәр үҙе театр тормошонда һиҙелерлек урын ала, Афоня роле хаҡында 1975 йылда театрҙың  Ленинградҡа гастролдәре ваҡытында был образды тәрән уйланылған, яңы һыҙаттарға бай, тип билдәләп, йәш артисты уңышлы роле менән ҡотлайҙар.

Х.Ибраһимовтың пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән «Башмағым» музыкаль комедияһында Б.Муллабаевтың Йыһан ҡарсығы ла театр белгестәре һәм тамашасылар тарафынан юғары баһа ала. «Лек Вәлиев тарафынан ҡуйылған «Башмағым» спектакле ҡыҙыҡ һәм ғәҙәти түгел. Сәхнә әҫәренең пролог өлөшөндә иҙән һепереүсене уйнаған артист Б.Муллабаев иҫке, туҙанланып бөткән «Башмағым» китабын табып ала һәм… туҙанын өрөп, таныштары менән ошо әҫәрҙе уйнарға ҡарар итәләр, үҙе йүгереп барып яусы костюмын алып килә, кейеп ала һәм уйынды башлап ебәрә. Спектакль дауамында артист бер нисә тапҡыр яусыны ысын түгел, ә был тик битлек икәнен аңғарта. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк — артисты килеш-килбәте, пластикаһы, юморға йомартлылығы был ролде бик ныҡ байыта. Йыһан ҡарсыҡ ролен башҡарып Биктимер Муллабаев режиссер һәм ҡуйыусы төркөмдөң ҡуйған маҡсаттарын тулыһынса тормошҡа ашырҙы» — тип яҙалар Биктимер Муллабаевтың  иң популяр ролдәренең береһе Йыһан ҡарсыҡ тураһында гәзит биттәрендә 80-се йылдың башында.

Кирәй Мәргәндең «Шомбай» әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдәге уның Иләмәт бай роле лә шулай уҡ йәмәғәтселек күҙенән ситтә ҡалмай, спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы Шамил Рәхмәтуллин иһә: «Уның геройы гел генә көлкө тыуҙыра, әммә был әсе көлөү түгел, ҡайһы берҙә хатта йәлләүгә лә мохтаж ул» — ти Б.Муллабаев тыуҙырған образ хаҡында.

Биктимер Муллабаев тыуҙырған образдар фоторәсемдәрҙә уйылып ҡалһа, ә артистың үҙ ҡулы менән роль өҫтөндә эшләгән ваҡыттағы ҡараламалары театр архивында һаҡлана. Уларҙы ваҡыт һарғайтҡан, хатта бер аҙ туҙан да ҡунған. Бына Ғәлиәкбәр (Р.Сафин, «Йәнбикә»), Низам (М.Кәрим, «Йырланмаған йыр»), Виктор (Ә.Бикчәнтаев, «Йәшенле таң»), Афоня (А.Островский, «Бәлә кеше башынан йөрөй»), Фасил (Т.Миңнуллин, «Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш»), Шабельский (А.Островский, «Иванов») — уларҙың һәр береһендә Биктимер ағайҙың үҙ ҡулдары менән яҙған-һыҙған юлдар, өҫтәмә репликалар. Артистың архивында уның ҡатыны Ләлә Зөфәр ҡыҙы тырышлығы менән Биктимер Муллабаев уйнаған ролдәр исемлеге лә тупланған. Ун йылдан ашыу ижад ғүмерендә артист 24 роль башҡарып өлгөрә: «Зәйтүнгөл»дә (Н.Асанбаев) Сәлмән, «Ак сирендәр»ҙә (Н.Асанбаев) Сафа Карамов, «Тальян гармун»да (И.Абдуллин) Шәмғүн, «Ҡара йөҙҙәр»ҙә (М.Ғафури буйынса) Мәзин, «Диктаторға ат бирегеҙ!»ҙә (М.Кәрим) Мөртатша, «Ят йондоҙ»ҙа (Х.Вуолийоки) Вайнио, «Хушығыҙ, хыялдарым!»да (Ә.Атнабаев) Ҡәҙерша, «Ут»та (Ә.Атнабаев) Ҡурҡаҡ, «Ҡыҙ урлау»ҙа (М.Кәрим) мулла Шәрәй һәм Дәүләтбай һ.б.

Свердловск киностудияһы төшөргән «Ай тотолған төндә»  трагедияһы буйынса нәфис фильмда Биктимер Муллабаев Диуана ролен уйнай. Диуана – донъяны үҙенсә күрә, фекер йөрөтә, автор тарафынан ғәжәйеп тәрән фәлсәфәле итеп яҙылған герой. Диуана — тәү ҡарауға аҡылға бер төрлө,  бала холоҡло, ышаныусан, ғәрип бер бәндә. Биктимер Муллабаев уйнауында ул фәлсәфи — трагик кимәлдә башҡарыла.

«Беҙ Биктимер менән студент йылдарында ғаилә ҡороп ебәрҙек. Ул уҡыған ваҡытында уҡ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты, төркөмдөң старостаһы булды, үҙ төркөмөндә йәшкә олораҡ булғанғамы икән, курсташтарының барыһына ла ағайҙарса мөнәсәбәттә булды. Гүзәл Фәрхиева, Илсөйәр Ғәзетдиновалар менән бергә уҡынылар, һуңынан ошо театрға эшкә килделәр. Биктимер  өсөн театр яратҡан эше лә, тыуған йорто ла булды, хеҙмәттәштәрен үҙ туғанындай яҡын күрҙе.

Был ихтирам Биктимерҙең тырышлығы, һәләте менән яуланған. Иләмәт ҡарт булһынмы («Шомбай»), Йыһан ҡарсыҡмы («Башмағым»), Сәлмән ҡартмы («Зәйтүнгөл») — уларҙың һәр береһен Биктимер йөрәгенән сығарҙы, яратып уйнаны, хатта өйҙә лә ул ошо образдары менән йәшәй кеүек тойола ине. Үкенескә ҡаршы, барлыҡ ролдәре лә телевидение фондында һаҡланмаған. Биктимеремдең туған коллективында эшләйем һәм бөгөн дә уға, уның ижадына ҡарата ихтирам булғанға ҡыуанып бөтә алмайым” – тип һөйләй торғайны ғүмер буйы уға тоғро ҡалған ҡатыны, хәҙер инде мәрхүмә Ләлә Зөфәр ҡыҙы.

Ләлә Зөфәр ҡыҙы туғыҙ йәшлек малайы менән тороп ҡала яҙмыш һуҡмағында, әммә үҙенең талмаҫ йыр-моң ҡанаттары, уҡытыусылыҡ эше, театрҙа эшләүе ярҙамында еңеп сыға ул яңғыҙлыҡты. Илнурын — күҙ нурын аяҡҡа баҫтыра, атаһына лайыҡлы алмаш итеп тәрбиәләй.

Ильнур  атаһының юлын дауам итә — бөгөнгө көндә ул да сәнғәт мөхитендө ҡайнап йәшәй – Милли Йәштәр театрында режиссер булып эшләне, әлеге көндә Туймазы татар дәүләт драма театрының баш режиссеры, республикабыҙ театрҙарында ла спектаклдәр ҡуйҙы.

«Мин атайымдан бик иртә ҡалдым, әммә әсәйем миңә атай ҙа, әсәй ҙә булды, атайымдың иҫтәлегенә ҙур ихтирам, хөрмәт менән ҡарарға өйрәтте, шуға күрә лә атайым бер ваҡытта ла китмәне беҙҙең күңелдәрҙән.

Атайымдың йылмауы һәр ваҡыт күҙ алдымда. Кескәй саҡта бигүк аңлап етмәһәм дә, бөгөн шуға төшөнәм: атайым менән әсәйемдең мөнәсәбәттәре иҫ киткес, һоҡланғыс булған, ә кескәй саҡта, кәнләшеп, улар ҡосаҡлашып торғандарында, урталарына йүгереп барып тора инем.  Атайымдың тағы бер һөнәре бар ине – ул оҫта ашнаҡсы булған, әсәйем һөйләүенсә, иртән уның тороуына ҡул аҫтындағы ризыҡтар менән телеңде йоторлоҡ аҙыҡ әҙерләр булған.

Атайымдың бер һабағы иҫемдә. Ул хәл былай булды. Бала саҡта мин, Азамат (Фидан Ғафаровтың улы) һәм Владик (Олег Хановтың улы) гел бергә уйнайбыҙ. Бер мәл Олег Закирович Урта Азияла булған саҡта Владикка алып ҡайтҡан уйынсыҡ пушканы уйнатырға алып торҙом, ә ҡайтарып бирергә ҡурҡам – уйынсыҡ ватылды, бигерәк тә Олег Закировичтан шөрләйем бит. Атайым ҡушыуы буйынса, бөтә тәүәккәллегемде йыйып, киттем Олег Хановтарға. Ишек төбөнә етеп, фатирҙарының ҡыңғырауына баҫтым да пушканы ишек алдына ҡуйып, йүгереп сығып киттем. Ә атайым шул ваҡыт артымдан килгән булған икән — барыһын да үҙ күҙе менән күрҙе һәм Владиктың әсәһенә хәлде аңлатып бирҙе. Ә ҡайтҡас… кәрәкте бирҙе генә! Һәр кеше үҙенең эшләгән эштәре өсөн яуап бирергә тейеш, тигән был һабағы ғүмерлеккә иҫемдә ҡалды.

Бәләкәй саҡта минән «Кем булаһың?», тип һораһалар, мин «Артист булам» тип яуап бирәм, ә атайым быға ҡырҡа ҡаршы ине. Үҙ һөнәренә һуңғы көндәренә тиклем тоғро булыуын  атайымдың ҙур батырлығы тип ҡабул итәм – ауырыу сәбәпле уға сәхнәлә уйнарға ҡушмайҙар, әммә шул ваҡытта ла ул күмәк сәхнәләрҙә уйнарға рөхсәт һорай һәм кескәй генә ролдәрҙә талпынып, илһамланып уйнай! Атайымдың эшенә, ғаиләһенә булған мөнәсәбәте мине лә уға лайыҡлы булырға өндәй кеүек».

Кешелек донъяһы яралғандан алып, бөгөнгәсә асылмай ҡала биргән, ылыҡтырғыс, гүзәл илаһи бер донъя ул сәхнә. Уның иң мөһим тәғәйенләнеше — уйын аша ваҡиғаларҙы, төрлө фәһемле яҙмыштарҙы һүрәтләп башҡаларға тәрбиә, эстетик  зауыҡ биреү. Әммә сәхнә түренә теләгән берәү баҫа алмай. Осраҡлы кеше, талантһыҙ әҙәм был йәһәттән борон да халыҡтың күңелен нурландыра, йәшәүгә дәрт бирә алмаған.

Ә әҙ генә ижад юлында ла үҙ талантын балҡыта алған Биктимер Муллабаев кеүектәр иһә башҡалар хәтерендә мәңгелеккә ҡала…

 

Динара Кәримова