Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Муллабаева Ләлә Зөфәр ҡыҙы (1947-2011)

Саф тауышы, илаһи моңо менән күңелдәрҙе арбаған йырсы, йыр сәнғәте йондоҙҙарын асҡан һәләтле педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы — Ләлә Муллабаева.

Заманында сәхнәләрҙә башҡорт, татар халыҡ йырҙарын, композиторҙар әҫәрҙәрен оҫта, күңелдәргә үтеп инерлек итеп башҡарып, халыҡ ихтирамын һәм һөйөүен яулай ул — Ләлә Муллабаева үҙе йырлап ҡына ҡалмай, ә йырҙың бөтә нескәлектәрен уҡыусыларына ла еткерә, сәхнә күгендә яңы йондоҙҙар ҡабыҙа ине.

Яҙмыш Ләлә апайҙы актер, тамашасыларға Диуана (М.Кәрим “Ай тотолған төндә”) кинороле менән, сәхнәлә тыуҙырған бик күп образдары менән билдәле Тимур Муллабаев менән ҡауыштыра. Тик бәхетле мәлдәре күҙ асып йомған кеүек кенә  үтеп китә — яман сирҙән Тимур Муллабаев йәшләй генә вафат була. Тимуры Ләлә апай өсөн яҡты иҫтәлектәрҙә, ул ҡалдырған образдарҙа, хәтерҙә генә  юйылмайынса ҡала. Бар йыуанысы-ҡыуанысы, мөхәббәт емеше — Илнур уға терәк. Улы ла атаһының юлын — актер һөнәрен һайлай, бөгөнгө көндә республикала танылған режиссер, Туймазы татар дәүләт театрының баш режиссеры.

Яҡындарының ҡайғыһын-шатлығын үҙ йөрәге аша үткәреп, моңло йыры, шифалы йылы һүҙе менән дауалап, үҙенең матур булмышы, мәҙәнилеге менән дә уҡыусыларының, дуҫтарының, туғандарының күңелен ҡояштай йылытып, нур һибеп йәшәне уҡытыусы, йырсы Ләлә Муллабаева.

Эйе, Ләлә Муллабаева — талапсан педагог. Шуға уның шәкерттәре лә  ижадында үҙ йөҙөн таба. Иҙрис Кәлимуллин, Артур Туҡтағолов, Вилдан Яруллин, Резеда Мырҙабулатова, Алһыу Бәхтиева, Гөлдәр Ишҡыуатова, Риза Мәһәҙиев, Гөлназ Мөхәмәҙиева, Миңленур Сәйетова, Урал Иҙелбаев, Алһыу Ғәлина, Азамат Ғафаров, Светлана Хәкимова, Сәғиҙулла Байегетов, Гөлфиә Рафиҡова, Фирүзә Париж… Таныш исемдәр, шулаймы? Уларҙың барыһына ла Ләлә апай — терәк, “Актер йыры”, “Гәлсәр һандуғас” һ.б. конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындарҙы яулауында, ғөмүмән алғанда, “үҙ тауышы” менән генә тамашасы күңелендә урын алыуында уҡытыусы булараҡ күп көс һалған.

Студент саҡтарында ғына түгел, ә ижад юлдарында ла оҙата барҙы уҡыусыларын Ләлә Зөфәр ҡыҙы, ул Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында вокал буйынса педагог булып та эшләне: «Башмағым» (Х.Ибраһимов), «Һуңғы ғәйнә» (А.Иҙелбаев), «Нәркәс» (И.Йомағолов) кеүек музыкаль спектаклдәрҙең донъя күреүенә туранан-тура ярҙам итте.

 

Таңсулпан БАБИЧЕВА, Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы мөдире, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:

  • Театр сәнғәте йыр сәнғәтенән айырылғыһыҙ. Ә артистың тауышы булыуы талантҡа ярҙам ғына ул. Ләлә Зөфәр ҡыҙы беҙгә уҡырға килгән  студенттарға йырлай-йырлай, “илай-илай” бына егерме йылдан ашыу инде моң-йыр донъяһы нескәлектәрен төшөндөрә торғайны. Әйтергә кәрәк, актерҙар тәбиғәте менән нескә күңелле, уҡытҡанда ла шулай: берәүһен талапсанлыҡ сәмләндерһә, икенсеһен рухландырырға, өмөтләндерергә кәрәк. Бына ошо талаптарҙың барыһын да күҙ уңында тотоп эшләүсе уҡытыусы булды ул. Студенттарға вокаль һәм профессиональ мәктәп менән бергә тормош һабағын да бирҙе, һәр береһенә, һиҙгер психолог кеүек, әсәләрсә ҡарап уларҙа үҙ мөмкинлектәренә ышаныс тыуҙырҙы.

 

Алһыу БӘХТИЕВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:

  • 1989 йылда сәнғәт институтына уҡырға килгәс таныштыҡ беҙ Ләлә Зөфәр ҡыҙы менән. Ғөмүмән, беҙ “йырлы” төркөм инек. Риза Мәһәҙиев, Гөлназ Мөхәмәҙиева, Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағолов — барыһы менән дә Ләлә апай уртаҡ тел тапты, кәңәшсе лә булды. Уҡырға килгәнсе башҡорт халыҡ йырҙарын тыңларға яратһам да, йырлай белмәй инем. Ләлә апай менән тәүге тапҡыр “Сәлимәкәй”ҙе башҡарғаным иҫтә. Шунан ғына тауыштың тембрҙары тигән төшөнсәне аңланым. Халыҡ йырына ғашиҡ иттергән өсөн генә түгел, хәстәрлекле  уҡытыусы булыуы өсөн дә яраттыҡ беҙ уны.

 

Азамат ҒАФАРОВ, БДАДТ артисы:

  • Иҫ киткес, һоҡланғыс педагог ул Ләлә апай. Уның тураһында күпме һөйләһәң дә аҙ кеүек. Бигерәк тә телгә, халыҡ йырҙарына һаҡсыл ҡарашы һоҡландыра. Беҙ, Башҡорт академия драма театрында эшләүсе артистар, икеләтә бәхетле булдыҡ, сөнки уҡып сыҡҡас та уҡытыусыбыҙҙан айырылманыҡ.

 Д. Кәримова