Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы (1912—1988)

1971 йылда «Ҡурай» китабы һәм башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡурайҙы пропагандалауға индергән хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев исемендәге  дәүләт премияһына лайыҡ була Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов 1912 йылда Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылында тыуған. 1927 йылда Башорт театр техникумына уҡырға инә, техникумдың дөйөм курсын үҙләштереү менән бергә композитор Хәбибулла Ибраһимовтан ҡурайҙа уйнау оҫталығын да камиллаштыра. 1928

Тулыраҡ
Сыртланов Рим Солтан улы (1908—1979)

Рим Солтан улы 1908 йылдың 22 авгусында  хәҙерге Бүздәк районы (ул ваҡытта Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе) Сыртлан ауылында тыуған.  Башҡорт театры сәхнәһендә тәүге тапҡыр  Өфө сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң 1930 йылдың  яҙында сығыш яһай. Беренсе роле – «Портфель» спектаклендә волком председателе Мәғсүм була. Унан Фирҙәүсиҙең «Шахнамә» әҫәрендә Шахрух образы,   Н.Гоголдең «Ревизор»ында Держиморда һ.б., был ролдә

Тулыраҡ
Туҡаев Ғәзим Ғиҙелмотаһар улы (1909—1981)

Ғәзим Мотаһар улы Туҡаев 1909 йылдың 14 мартында Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. Айыухан ауылында ете класты тамамлағас, тыуған ауылына ҡайтып Ликбезда уҡыта, урында наҙанлыҡты бөтөрөү эшендә, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә актив ҡатнаша. Комсомол ячейкаһы секретары вазифаһын ихлас үтәй. (Яңы Йәнбәктә К.Тинчуриндың «Һуңғы йондоҙҙар»ын сәхнәләштерә.) Заманына күрә ҙур ғына белемгә эйә булған егет ауыл йәштәре араһында

Тулыраҡ
Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы (1913—1986)

Х. И.Ҡудашев 1913 йылдың май айында  Башҡортостандың Бүздәк районы  Иҫке  Бүздәк  ауылында   тыуған. Хеҙмәт юлын Өфө паровоздар  ремонтлау заводында  слесарь булып башлай, паровоз машинисы ярҙамсыһы була. 1931-1934 йылдарҙа  Өфөнөң Комсомол йорто эргәһендә  эшсе йәштәр театрында эшләй, ә 1934 йылдан Башҡорт  академия драма театрына саҡырыла. 1936 йылда  Мәскәү дәүләт консерваторияһына уҡырға ебәрелә, уны тамамлағандан һуң 1941-1948

Тулыраҡ
Йомағолов Илшат Хәлил улы (1932 — 2007)

Илшат Хәлил улы Йомағолов – башҡорт театр сәнғәтенә  һәм драматургияһына лайыҡлы өлөш индергән оло шәхес, ул — талант һәм фиҙаҡәрлек өлгөһө, милли сәнғәтебеҙҙең ҡаһарманы. Актер булараҡ ролдәрен ҙур оҫталыҡ, зауыҡ менән башҡарып, тамашасыларҙың ихтирамын, һөйөүен яуланы. Илшат Йомағолов 1932 йылдың һалҡын ғинуар айында, республикабыҙға бик күп мәртәбәле таланттар бүләк иткән ырыҫлы Көйөргәҙе тупрағында ғаиләләрендә өсөнсө

Тулыраҡ
Арыҫланова Зәкиә Шәйдулла ҡыҙы (1919 — 2012)

Зәкиә Шәйҙулла ҡыҙы 1919 йылдың 31-се ғинуарында Бәләбәй өйәҙе Иҫке Күҙәй ауылында тыуған (хәҙерге Бүздәк районы). 1940 йылда Өфө театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң (Б.Ғ.Имашев һәм Ғ.С.Саттаров курсы) Яңауыл колхоз-совхоз театры актрисаһы. 1941 йылдан – Башҡорт филармонияһының эстрада артисы, 1949 йылдан 1987 йылға тиклем Башҡорт академия драма театры актрисаһы. Зәкиә Арыҫланова ижад иткән образдар сағыу үҙенсәлеге,

Тулыраҡ
Дауытова Дилә Рәхим ҡыҙы (1908 — 1990)

Дилә Дауытова (ҡыҙ фамилияһы Әбделмәнова – Г.С.) 1908 йылдың 15 февралендә Йылайыр кантоны, Темәс ҡарамағындағы Ғәҙелша ауылында тыуа. Тулы исеме – Диләфрүз. Атаһы Рәмиевтарҙың алтын приискыһында забойсы булып көн күрә. Ҡыҙ балаһына бай, бәхетле яҙмыш юрап, атай кеше Шакир Рәмиевтың ҡыҙының исеме менән Диләфрүз тип атай.1921 йылғы аслыҡ башта атаһын, аҙаҡ ғаиләләге һигеҙ баланы харап

Тулыраҡ
Имашев Булат (Имашев Тимербулат Ғөбәйҙулла улы) (1908—1946)

Тимербулат Ғөбәйҙулла улы Имашев 1908 йылдың 27 февралендә хәҙерге Бишбүләк районының Аҙнай ауылынан өс саҡрым самаһындағы ерҙә Баш Йәйләү ауылында тыуған. Тәүҙә Ырымбурҙа «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә белем ала, был уҡыу йорто ябылғас, 1923 йылда Б.Имашев Өфөгә килә. 1925 йылда Имашев комсомолдың өлкә комитеты эргәһендә ойошторолған «Ким» клубында драма түңәрәген етәкләй һәм шул уҡ йылда Вәлиулла Мортазин-Иманский

Тулыраҡ
Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотлоәхмәт улы (1908—1977)

«Һаплы ҡалас» тотоп… Арыҫлан Мөбәрәков тәү тапҡыр минең аңыма Фәтхи Бурнаштың «Йәш йөрәктәр» пьесаһы аша һөйгән йәре Сәрбигә күстәнәскә килтергән һаплы ҡалас тотоп килеп инде. Инде лә әсир итте. 1936 йылдың аҙағы булырға кәрәк.Башҡорт педагогия рабфагында уҡыған сағым ине. Беҙҙең профсоюз комитеты һәр кис, бушлай билет биреп, ике студентты Башҡорт академия драма театрына ебәрә торғайны.

Тулыраҡ
Ғәлимов (Бохарский) Хажиәхмәт Ғирфанетдин улы (1899—1974)

Хажиәхмәт Бохарский Ҡазан губернияһының Һатламыш ауылында тыуған. Ул – РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисы, Вәлиәхмәт Ғәлимовтың ағаһы. 1918-се йылда Ҡыштым реаль училищеһын тамамлаған. 1931—33 йй. Мәскәү театр уҡыу-производство комбинатында уҡыған. 1919 йылда Златоуст ҡалаһында халыҡ мәғарифы системаһында эшләй, бер үк ваҡытта һәүәҫкәр театр актёры һәм режиссёры. Ҡырҡ биш йыл Хажи Бохарский Башҡорт дәүләт драма театрына хеҙмәт

Тулыраҡ
Ғәлимов Вәли Ғирфанетдин улы (1908—1994)

Вәли Ғәлимов М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры йылъяҙмаһында классик әҫәрҙәргә иң күп мөрәжәғәт иткән режиссерҙарҙың береһе булараҡ урын алған. Ысынлап та, ул йылдарҙа милли сәхнәлә рус, донъя классик авторҙарының әҫәрҙәре күпләп донъя күрә, улар бер-береһенә оҡшамаған, ҡыйыу һәм юғары художестволы кимәлдә сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр була. В.Ғәлимов спектаклдәрҙең режиссеры ғына түгел, башҡарыусы булараҡ та сығыш

Тулыраҡ
Вәлиулла Мортазин-Иманский (1885-1938)

Башҡорт театрының бер быуатлыҡ тарихына ҡағылғанда уның нигеҙен һалыусы бөйөк шәхестәрҙе лә мотлаҡ телгә алырға кәрәк. Тәүге аҙымдарҙан алып ике тиҫтә йылға яҡын ваҡытта башҡорт театрының үҙәген нығытҡан, төпкә егелгән бер көс – уға нигеҙ һалыусы, директоры һәм художество етәксеһе Вәлиулла Мортазин-Иманский. Театрҙың тәүге аҙымдарынан алып ышаныслы профессиональ юлға тиклем етәкләгән, яуаплы Мәскәү гастролдәренә әҙерләгән,

Тулыраҡ