Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Нәбиуллин Рәфил Рауил улы (1952-2002)

Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нәбиуллин Рәфил Рауил улы — Илеш районының Иҫке Хажи ауылында 1952 йылдың 26 ғинуарында тыуған. 1946 йылдың көҙөндә уларҙың ғаиләһе Өфөгә күсеп килә. Р. Нәбиуллинға 10 йәш кенә сағында, әсәләрен тол, дүрт балаһын етем ҡалдырып, атаһы мәрхүм була.

Сәхнә менән Рәфил Рауил улы бала сағынан уҡ ҡыҙыҡһына: 19-сы мәктәптә уҡығанда Пионерҙар йортонда Валентина Тараканова етәкселегендәге балалар драма түңәрәгенә йөрөй башлай. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына килә. Унан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килгәс (1973 йыл), тәүге көндәрҙән үк үҙен талантлы, талапсан актер итеп күрһәтә. Репертуарында драма комедия менән үрелеп бара: «Медея»ла (Еврипид) — Ясон, «Ҡыҙ урлау»ҙа (М. Кәрим) — Шәрәй, «Аҫылйәр»ҙә (М. Фәйзи) — Ғәбдрәшит, «Йәрем минең, Алиһәм»дә (Р. Байбулатов) — Адам Федорович, «Әкәмәтле һөйөү»ҙә (Лопе де Вега) — Рикардо, «Аты барҙың — дәрте бар»ҙа (Н. Ғәйетбай) — Ҡотлобай, «Әйҙәгеҙ, танышайыҡ»та (Г. Әхмәтҡужина) — Самат һәм башҡалар.

Рәфил Нәбиуллин 2002 йылда вафат булды.

Күңелдәрҙә  ҡалды яҡты һын

Сәхнә менән Рәфил Рауил улы бала сағынан уҡ ҡыҙыҡһына: 19-сы мәктәптә уҡығанда Пионерҙар йортонда Валентина Тараканова етәкселегендәге балалар драма түңәрәгенә йөрөй башлай. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына килә. Унан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килгәс, тәүге көндәрҙән үк үҙен талантлы, талапсан актер итеп күрһәтә. Репертуарында драма комедия менән үрелеп бара: “Медея”ла (Еврипид) — Ясон, “Ҡыҙ урлау”ҙа (М. Кәрим) — Шәрәй, “Аҫылйәр”ҙә (М. Фәйзи) — Ғәбдрәшит, “Йәрем минең, Алиһәм”дә (Р. Байбулатов) — Адам Федорович, “Әкәмәтле һөйөү”ҙә (Лопе де Вега) — Рикардо, “Аты барҙың — дәрте бар”ҙа (Н. Ғәйетбай) — Ҡотлобай, “Әйҙәгеҙ, танышайыҡ”та (Г. Әхмәтҡужина) — Самат һәм башҡалар.

 

Илһөйәр ҒӘЗЕТДИНОВА, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы:

— Рәфил иҫ китмәле яҡшы дуҫ булды. Ул үҙенең яҡын кешеләрен бер ваҡытта ла рәнйетергә бирмәне. Тормошта беҙ уның менән яҡын булдыҡ, ғаиләләр менән ҡунаҡҡа йөрөштөк. Ҡазандар менән дә татыу инек, йәштәштәр, тиңдәштәр үҙ-ара аралашып йәшәнек: барһаҡ, улар асыҡ йөҙ менән ҡаршылай; беҙгә килһәләр, беҙ ҡунаҡ итәбеҙ. Шулай ҡунаҡтар килеп төшһә, Рәфил йүгереп йөрөп табын әҙерләр ине. Беҙ инде тик өҫтәл ултыртышырға барып өлгөрәбеҙ. Бик ихлас, шат күңелле кеше булды Рәфил.

Шулай уҡ ул сәйәсәт, мәҙәниәт өлкәһендә бик белемле, уҡымышлы ине. Элек бит партия уҡыуҙары була торғайны, бына шунда лектор килеп өлгөрмәһә, Рәфил коллективҡа төрлө рәссамдар йә башҡа билдәле шәхестәр хаҡында һөйләй.
Рәфилдең тағы ла бик матур сифаты: ул бер кемдең дә тыуған көнөн онотмай, открытка менән китап бүләк итер ине.

Рәфил үҙенсәлекле ролдәр башҡарҙы. Ә роль алғас, уны төбөнә төшкәнсе, асылын тапҡансы эҙләнер ине. Башта авторҙың әҫәре буйынса геройының тышҡы ҡиәфәтен сағылдырырға тырыша: нисек кейенгән, ҡыланыштары ҡайһылай — барыһын да ентекләп өйрәнә. Унан эске донъяһына күсә.

Шулай бер ваҡыт Ҡазанға Рәшиҙә апай Йыһаншинаны ҡотларға барҙыҡ. Халыҡ күп, ҡотларға теләүселәр байтаҡ булғас, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, “күп һөйләмәҫкә” ҡуштылар. Мин шиғыр уҡып, Рәфил һүҙ әйтергә тейеш. Ҡотлау һүҙҙәрен әйткәс, матур итеп йырлап ебәрмәһенме! Бөтөн Ҡазан халҡы “ах” итте.

Һуңғы арала икебеҙ ҙә сирләп тора инек. Ул йәйҙә йыш ҡына бер-беребеҙгә шылтыратып, хәлдәрҙе белештек, мин уларға барып йөрөнөм. Әсәһе бәлеш бешереп, беҙҙе ҡыуандырыр ине. Бер аҙҙан мин отпуск алғас, ауылыма ҡайтып килергә булдым. Рәфилгә шылтыратып әйткәс: “Ярай, имен-аман йөрөп кил. Ныҡ бул”, — тине… Мин ҡайтҡас, иртәгәһенә ул яҡты донъя менән хушлашҡан, шулай итеп, ул ваҡытта янында була алманым. Матур итеп оҙаттыҡ.

Рәфилде бик яраталар ине. Башҡа театрҙыҡылар ҙа үҙ итеп торҙо. Әле лә һағынып иҫкә алабыҙ. Яҡшы кешеләр яҡты донъянан иртә китәлер ул…

 

Суфия ҠОРБАНҒӘЛИЕВА, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы:

— Рәфил был донъянан киткәс, мин өс-дүрт йыл үҙ-үҙемә урын таба алмай ыҙаландым. Шул тиклем яңғыҙ тойҙом үҙемде. Үҙәк өҙгөс тынлыҡ, бушлыҡ күңелде йөҙәтте. Был тойғо бушҡа булмаған: сәхнәлә бергә уйнар партнерымды юғалттым мин. Партнер булараҡ, ул алыштырғыһыҙ ине. Үҙен юғалтмай тороп, бәлки, уның тормошомда ниндәй мөһим, кәрәкле кеше булыуын аңлап та еткермәгәнмендер. Әйтәләр бит: “Булғандың ҡәҙерен юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ”, — тип. Ә үҙ партнерыңды табыу бик мөһим. Бер-беребеҙҙе күҙ ҡарашыбыҙҙан аңлай торғайныҡ бит.

Сәхнәлә ул бер ваҡытта ла өйрәнелгән ҡалып буйынса уйнаманы, ҡабатлауға юл ҡуйманы. Импровизацион һиҙгерлек уны бер ҡасан да ташламаны. Ә мин уның шул көтөлмәгән яҡтарына, шаянлығына, “этлектәренә” өйрәнеп бөткәйнем. Актер булараҡ, ул күгәрмәҫкә, мүкләнмәҫкә булышлыҡ итәлер. Импровизация тойғоһон сәхнәлә ҡулланыу бик мөһим. Ә Рәфил менән йөҙөнсө уйыныңды ла беренсе тапҡыр башҡарған кеүекһең. Ул үҙенең партнерҙарын шул юҫыҡта тота белде.

Рәфил кеүектәрҙе “икенсе пландағы гениаль актер”, тиҙәр. Сөнки һәр ваҡыт спектаклдең йә уртаһында, йә аҙағында килеп сыға ла, тамашасыны ылыҡтыра, уйынды тағы йәнләндерә төшә. Сәхнәлә бит “дүртенсе стена” тигән төшөнсә бар, Рәфил өсөн иһә был төшөнсә булманы. Уның сәхнәлә шул тиклем ихлас, тәбиғи йәшәүе тамашасыны үҙенән-үҙе ылыҡтыра торған булды. Тамашасы ла диалогка инеп, бәхәсләшер, көлөр, рәхәтләнеп ҡул сабыр ине. Ә ҡарап ултырыусыларға үҙҙәрен ошо спектаклдең ҡатнашыусыһы итеп тойоу бик ҡиммәт. Рәфил халыҡтың һушын ала белде.

Рәфил менән беҙ уҡыу йылдарынан бергә булдыҡ. Икебеҙ ҙә Һыуғояр йондоҙлоғо аҫтында тыуғанбыҙ. Әллә шуғамы, туғандар кеүек инек.

Беҙҙе йыш ҡына ирле-ҡатынлы тип ҡабул итерҙәр ине: ҡала урамдары буйлап йөрөһәкме, магазин йә бөҙрәханаға барып инһәкме. “Шундай ҙа матур пар була икән”, — тип һоҡлана торғайнылар. Беҙ, әлбиттә, халыҡтың “матур яңылышыуын” кире ҡаҡманыҡ, хатта Рәфил уны күтәреп алыр булды. Ул халыҡ менән ихлас һөйләшә, янына һәр саҡ кеше йыйыла. Бәлки, беҙ рухи йәһәттән уның менән ирле-ҡатынлы булғанбыҙҙыр…

Рәфил беҙҙе күктән күреп торалыр, тип ышанам. Бәлки, ҡайһы бер нәмәләр менән риза ла түгелдер. Йәне иһә йәннәттәлер. “Тыныс бул, Рәфил, беҙ үҙ йөҙөбөҙҙө юғалтмаҫбыҙ, намыҫ менән эшләрбеҙ”, — тим мин уға. Ғөмүмән, башҡа донъяға күсһә лә, уның менән йыш һөйләшәм, кәңәш һорайым. Ысын дуҫтарҙы бер нәмә лә айыра алмай, күрәһең.
Әле лә иҫән булһа, театр тағы ла юғарыраҡҡа өлгәшкән, яңы үрҙәргә артылған булыр ине, сөнки ул сафлыҡ, таҙалыҡ мөхите тыуҙыра белгән шәхес булды…

Үҙеңдән һуң яҡты эҙ ҡалдырыу — оло мәртәбә. Ә инде эшләгән эштәрең, хеҙмәтең менән бер рәттән сағыу иҫтәлектәр ҙә ҡалдырыу — бик һирәктәргә тәтегән оло бәхеттер. Рәфил Нәбиуллин был йәһәттән күңелдә тик һоҡланыу уятҡан шәхес.

 

Илдар ҒҮМӘРОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы:
− Мин театрға килгәндә Рәфил быуыны нығынған артист ине. Тәү иғтибар иткән яғы шул булды: спектаклдә ҡатнашамы-юҡмы, һәр ваҡыт ҡалып, ҡарап ҡайта, йә сәхнә артында йөрөй. Ул характерлы ролдәр башҡарҙы. Өлкән быуын кешеһен уйнаһынмы, йәштәштәрен сағылдырһынмы − ролгә еңел килә торғайны. Мәҫәлән, “Ҡыҙ урлау”ҙа бәләкәй генә эпизодта ҡатнашһа ла, роле шул тиклем сағыу эшләнгән – беҙҙең генә түгел, тамашасының да хәтерендә һаман һаҡланалыр. “Ҡыҙыл паша”ла – Мельбрунды, “Һәҙиә”лә – Ғөбәй Дәүләтшин һәм башҡа ролдәрен шулай еңел, әммә сағыу кәүҙәләндереүгә өлгәште. Режиссерҙарға уның менән эшләүе ҡыҙыҡлы булғандыр тип уйлайым. Һәм тағы ла шул: ул ҡалыплашып киткән бер үк образды бер спектаклдән икенсеһенә күсереп йөрөтмәй, ә һәр жанрға яңы колоритлы буяуҙар табыр ине.

Рәфил ҡыҙыҡлы шәхес булыуы менән айырылып торҙо. Тормоштағы зауығы сәхнәлә лә сағылды. Уның хатта эшләнеп бөтмәгән ролдәре лә (ә премьераға тиклем ролде эшләп өлгөрмәү осраҡтары ла булғылай) мауыҡтырғыс килеп сыға торғайны.

Сәхнәлә килеп тыуған төрлө хәлдәрҙә ул бер ваҡытта ла юғалып ҡалманы. Ә шул көтөлмәгән осраҡтарҙан тәмләп, уларҙан ҡыҙыҡ табып, килештереп сығыр ине. Ә артисҡа уйнауы ҡыҙыҡлы икән, тамашасыға ла һәр ваҡыт уның уйынын ҡарау күңелле.

Рәфилдең театр сәнғәтендә тотҡан урыны әлегәсә буш тора, уны һаман да бер кем яулай алмай. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр: “Коллективта алмаштырып булмаҫ кеше юҡ”, − тиер. Әммә шуны әйтер инем: артисты тик физик йәһәттән генә алмаштырып була, ә күҙгә күренмәй торған, бары тойомлап булған яғын, рухи торошон һәм күңел донъяһын алмаштырыу бер ваҡытта ла мөмкин түгел. Рәфилдең урыны буш, сөнки ул үҙенсәлекле артист булды. Уның менән сәхнәлә уйнауы беҙгә ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та ине.

Һәм тағы ла була бит: ҡайһы берәүҙәр комедияла уйнай, әммә трагик йә социаль спектаклдәрҙә уйнай алмай. Йә киреһенсә: юмор ҡеүәһе булмаған артистар ҙа була. Рәфилгә ҡарата был һүҙҙәрҙе ҡулланыу урынһыҙ. Сөнки ул бөтә жанрҙа ла берҙәй ихлас эшләне.

Рәфил менән гастролдә күп йөрөнөк, ул йыш ҡына концерттар алып барҙы. Бына шул алып барыусы булғанында артистарҙы сәхнәгә саҡырырға сыҡһа, халыҡ мине күрһен, тип түгел, ә халыҡҡа сығыш яһаусыны тәҡдим итәм, күрһәтәм, тип иғлан итер ине. Мин үҙенә лә йыш ҡына: “Һин саҡырғанда сәхнәгә сығыуы рәхәт тә, күңелле лә”, − ти торғайным.

Яҡты донъянан был тиклем дә иртә китеүе бик йәл. Арабыҙҙан бик йәшләй, ваҡытынан алда киткән шәхестәребеҙ, әйтәйек, Рәми Ғарипов, Динис Бүләков һәм башҡаларҙың, шул иҫәптән Рәфил Нәбиуллиндың әйтер һүҙҙәре әйтеп бөтөлмәгән, уйнар ролдәре халыҡҡа сығарып өлгөрөлмәгән кеүек. Рәфил үҙенең булмышы менән генә лә, театрҙа ҡайнап йәшәүе менән дә сәнғәтебеҙ күген тағы әллә күпмегә нығыраҡ биләр, тағы әллә күпме күңелгә үтеп инер ине. Ләкин һәр кемгә Хоҙайҙың бүлгән тәғәйен ваҡыты булалыр. Йә ул яңынан тыуғандыр, йә икенсе тормошта кәрәгерәктер… Шуныһы һөйөнөслө: кешенең туплаған рухи байлығы, эшләгән эштәре уның үҙе менән баҡыйлыҡҡа күсмәй, ә хәтерҙә, тарихта уйылып ҡала. Рәфил кеүек кешеләр арабыҙҙан китһә, донъя бушаған кеүек, әммә шул бушлыҡта ниндәйҙер нур ҡала. Рәфил иһә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Уның эше ҡалды, яҡшы иҫтәлектәр, тамашасылары, уҡыусылары ҡалды.

Нурия Ирсаева, Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм Таатарстандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
− Рәфил менән күп кенә спектаклдә бергә уйнаныҡ, партнер булараҡ ул бик иғтибарлы булды. Һәр спектакль һайын берәй яңылыҡ уйлап табырға яратты. Иҫкәрмә, тәҡдимдәр әйтһәң, уларҙы ҡабул итеп, иҫәпкә алып, шунда уҡ төҙәтер, артабан үҫтерер ине. Бәләкәй генә ролдәрҙе лә балҡытып ебәрер ине. Бигерәк тә комик ролдәре уңышлы килеп сыға торғайны.
Бик дуҫ, татыу булдыҡ. Гастролгә бергә йөрөнөк. Ҡыҙ балалар араһында үҫкәс, ул ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата айырыуса иғтибарлы, итәғәтле мөғәмәлә күрһәтте. Әсәһенә ҡарата бик иғтибарлы булды, әсә һүҙе барыһынан өҫтөн ине уның өсөн. Туғандарына, таныштарына бүләк алырға яратты. Һәм зауыҡ менән һайлап, иң яҡшы әйберҙе алырға тырышты.

Туғаным, хатта ҡустым кеүек күрә инем мин уны. Башҡаларға һөйләмәҫ серҙәрҙе лә уға систем, ә уның һәр ваҡыт яҡшы кәңәштәр биргәне хәтерҙә.

Кешеләрҙе яратты, улар менән яҡшы мөнәсәбәт ҡорҙо. Уның хаҡында бер насар һүҙ әйтмәҫһең. Күңелдә тик яҡты хәтирәләр ҡалдырған. Йомарт та ине, аралашҡан кешеләрен ҡунаҡҡа йыйырға яратты.

Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты: парторг булды, профсоюзда торҙо. Унда ла Рәфилде ихтирам иттеләр, яраттылар. Сөнки ул бар эште еренә еткереп, намыҫ менән башҡарҙы.

Ул һуңғы тапҡыр Илеш районы үҙәгендә ҡуйған спектаклдә сығыш яһаны. Ысын күңелдән, бирелеп уйнаны ул унда. Һуңғы тапҡыр икәнен һиҙенгәндер ҙә инде. Спектакль һуңынан бәләкәй генә табын ҡорҙоҡ. Ул Рәфил менән хушлашыу кисәһе кеүек булып иҫтә ҡалыр инде… Шунда артистар ҙа, башҡа сәхнә эшселәре лә уға йылы һүҙҙәр әйтте. Был йылы теләктәрҙән яҡты мөнәсәбәт, ихтирам сағыла ине.
Бар нәмәгә айыҡ аҡыл менән ҡарай белде. Барыһын да нигеҙенә төшкәнсе өйрәнде, аныҡланы. Ауырыуына ла тыныс ҡараны, илап, үҙ-үҙен йәлләтеп йөрөмәне. 50 йәшен үткәргәндә лә йылмайып-көлөп ултырҙы, спектаклдәрҙән өҙөктәрҙе ихлас уйнаны. Залдағылар барыһын аңлап, белеп, илап ултырҙы.

Был донъянан китеүгә лә әҙерләнгән: йыуынған, ҡырынған, кейемен алмаштырған, хатта рәтенә килтереп ятҡан. Үлер ваҡыты еткәнен алдан белгән, күрәһең.
Бар булмышы – күңеле лә, тышҡы йөҙө лә, кейеме лә, эше лә күркәм булды Рәфилдең. Хатта был донъянан китеүе лә нисектер күркәм.

Ерләргә алып барғанда ла, әрнеп, ауырып, интегеп үлгән кеше ҡиәфәте түгел ине унда.

 

Рәмзиә ХИСАМОВА, Башҡортос­тандың халыҡ артисткаһы:

– Рәфил – бик һағынып иҫкә алған артистарҙың береһе. Күп йылдар үткәс кенә төрлө хәл-ваҡиғаларға, эргә-тирәләге кешеләргә баһа бирәһең, ҡәҙерен аңлайһың. Ә Рәфил иҫән сағында ла беҙҙең өсөн ҡәҙерле булды.

Рәфил бик тә оптимист кеше ине. Бик тә мәғлүмәтле, аҡыллы, мәғрифәтле булды ул. Йылдар үткән һайын ундай кешеләр аҙая, бер-берең менән аралашыу һүрелә барған кеүек. Ә Рәфил менән аралашыу, кәңәшләшеү үҙе оло мәртәбә ине. Сөнки ул шундай киң даирәле кеше, унан һәр ваҡыт ниндәйҙер яҡшы энергетика ағылды. Үҙе шул уҡ ваҡытта шиғри күңелле лә, юғары интеллектлы ла. Дуҫтары араһында иһә һәр ваҡыт уртала, һәр кемдең күңелен асыр, кәңәш бирер ине.

Элегерәк беҙ Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры менән бик яҡшы аралашып, ҡатышып йәшәнек. Ошо дуҫлыҡта Рәфил ҙур роль уйнаны. Шулай уҡ Ҡаҙан театрынан Фирҙәүес Хәйруллина был татыулыҡты нығытып торҙо. Ул да хәҙер мәрхүмә инде. Бына уларҙың икеһе лә ике театр араһындағы теләктәшлекте бәйләп, уның нигеҙен тәшкил иткән икән. Хәҙер нисектер элекке аралашыу, йәш саҡтағы дуҫлыҡ ептәре ул саҡтағылай төҫ ала алмай.

Театрҙа Рәфил бик сағыу урын биләне. Үҙе шаян да ине. Шулай, спектакль барышында шаршау артында ҡарап тора ла, сәхнәлә уйнап йөрөгәндәрҙең иғтибарын ала. Хатта көлөргә ярамаған етди урындарҙа күреп ҡалынһа, әлбиттә, көләһең инде… Шунан үҙенә: “Рәфил, торма әле ошо сәхнә барғанда, көлдөрәһең”, − тим. Әммә барыбер ҙә киләһе спектаклдә нәҡ ошо сәхнәлә уны ҡабаттан шаршау артында күрәһең…

Беҙ уның менән өс спектаклдә төп ролдәрҙе башҡарып, бик матур дуэт эшләнек. Бына улар: “Онотолған әҙәм” (Н. Хикмәт, реж. – Л. Вәлиев), “Әҙәмсә йәшәһәң ине” (Н. Терентьев, реж. – Ш. Рәхмәтуллин) һәм “Һәҙиә” (Ғ. Шафиҡов, реж. – Г. Мөбәрәкова).

Партнер булараҡ, Рәфил ҡулай, иғтибарлы ине. һәр деталде үҙе уйлап сығарып, тамашасыны “ах” иттерер роль эшләгәне хәтерҙә ҡалған.

Шулай, бер ваҡыт: “Рәмзиә апай, һиндә резина бирсәткә юҡмы?” – ти. Шунан сәбәбен аңлатып бирҙе. Шул рәүешле “Көнләш, Америка, көнләш!” спектаклендә бик көлкөлө сәхнә барлыҡҡа килде: Американан килеүселәргә, йәнәһе, бармаҡтары тырпайып торған резина бирсәткә ҡапланған өс литрлы банкала әсегән бал алып сыға. Рәфилдәге бына шул бөтмөрлөктө, тырышлыҡты һағынам.

Әлеге ваҡытта арала йөрөһә, йәштәргә яҡшы өлгө булыр ине. Сөнки уның кеүектәр, бер һүҙ әйтмәһә лә, булмыштары менән генә лә оло мәктәп булып кәүҙәләнә беҙҙең тормошта.

А. Чехов әтмешләй, “Кешелә барыһы ла матур булырға тейеш: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла…”. Ниңәлер был һүҙҙәр тап Рәфил Нәбиуллин кеүектәргә ҡарата әйтелгәндәй тойола. Уның хаҡында йәштәштәре күңелендә ҡалған иҫтәлектәр аша ғына ла күҙ алдында ифрат шат күңелле, ауырлыҡтарға бирешмәҫ, һынмаҫ рухлы шәхес кәүҙәләнә. Ә хәтирәләрҙән генә шундай ғәжәйеп кеше һынланғас, уның ижады сәнғәтебеҙҙә сағыу нур булып балҡыуына иманым камил.