Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Рәхмәтуллин Шамил Рахман улы (1930-2001)

Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Шамиль Рәхмәтуллин

Ижады, мәҙәктәре менән ҡабатланмаҫ

Шамиль Рахматуллин ысын мәғәнәһендә халыҡ артисы ине. Шамиль ағайҙы тамашасылар ҙа, коллегалары ла ихлас яратты – унда күп яҡлы һәм сағыу һәләт, йомарт күңел һәм ябайлыҡ, эшкә ғәжәйеп егәрлелек, баҫалҡылыҡ һәм сәбәләнмәү, үткер тәбиғи юмор һәм балаларса эскерһеҙлек кеүек сифаттар тупланған ине.

Шамиль Рахман улынан ҡалған мәҙәктәр күңелдәрҙе йылыта һәм артист хаҡында иҫтәлектәр, уның шуҡлыҡтары үҙенән-үҙе телгә килә…  Һеҙҙең иғтибарға бынан 15 йыл элек яҙып алған иҫтәлектәрҙе тәҡдим итәм.

Тәнзилә Хисамова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы:

Мин 1962 йылда осраштым тәүге тапҡыр Шамил Рахман улы менән – ул Нурия Ирсаева, Рифҡәт Исрафиловтар уҡыған төркөмдөң курс етәксеһе ине, әммә башҡа студенттарҙың уҡыуы-тормошо менән даими ҡыҙыҡһынып торҙо.

Шамиль Рахман улы бик итәғәтле, тыйнаҡ, әҙәпле кеше булды, күҙҙәрен көлдөрөп ҡарауы, аралашҡанда ла ҡыҫҡа, әммә тапҡыр, кинәйәле фразалар ҡулланыуы уға айырыуса мөләйемлек өҫтәй ине.

Уның менән партнерҙар булып тәүге тапҡыр «Шоңҡар»ҙа (Ә.Атнабаев) осраштым – шунда һәм башҡа спектаклдәрҙә уйнағанда ла һәр ваҡыт һоҡланып ҡарай инем – бер һүҙе йә иһә хәрәкәте менән генә күңелде арбай ала! Һәр бер образында үҙенә генә хас деталдәр табып эшләүе уға ҡарата ихтирам уята ине һәм тап ошо «табыштары» менән ул күңелдәрҙә беҙ белгән шаян Шамиль ағай булып ҡалды.

Шамиль ағай исемен телгә алғанда мотлаҡ уның мәҙәктәре иҫкә төшә: «Ромео һәм Джульетта»ла бал сәхнәһендә Шамиль ағайҙың полонез бейегәнен ҡарар өсөн, үҙебеҙҙең сәхнә тамамланһа ла, шаршау артынан китмәй торғайныҡ, ә ул беҙҙең ситтән ҡарап торғанды күреп оторо шашынып уйнай. Әммә ул юморҙы тәләфләмәне, урынлы ҡулланды, ә эшкә тотонғанда үтә етди һәм талапсан булды.

Хәмит Шәмсетдинов, Башҡортостандың халыҡ артисы:

Шамиль ағай тураһында һөйләгәндә шуны әйтергә кәрәк: Шамиль Рахматуллин һәм юмор – ул айырылғыһыҙ. Ул тәбиғәт тарафынан юморға яратылған кеше, әммә сатириктарҙан, юмористарҙан айырмалы рәүештә, Шамиль ағай борҡоп торған юмор фонтаны булманы, ә киреһенсә, бер әйтһә берәгәй әйтте. Шамиль ағайға бәйле, тормоштан алынған көләмәсте һөйләйем әле: Бер артист Шамиль Рахмановичтан бурысҡа аҡса алып тора, оҙаҡ ҡайтармай, Шамиль ағай уға әйтеп тә ҡарай, әммә файҙаһыҙ икән. Шунан Шамиль ағай уға: «Ҡара әле, …, һин «Милый лжец» тигән киноны ҡараныңмы?»- тип һорай икән. Теге артист нимә хаҡында һүҙ барғанын төшөнә, әлбиттә, һәм бер аҙҙан Шамиль ағай янына килеп : «Шамиль Рахманович, ә ҙин Достоевскийҙың «Идиот» тигән романын уҡыныңмы?»- ти икән.

Гастролдәрҙә бергә күп йөрөргә тура килде, Шамиль Рахман улы һәр ваҡыт сәғәт алтынан тора — аяҡ осонда ғына йыуыныу бүлмәһенә үтә, иртәнге эштәрен бөтөрә -аяҡ осонда ғына йөрөй, әммә атлағанда иң шығырҙаған баҙға баҫа, һыу менән булышҡанда ла ныҡ шаптырҙатып ағыҙа һ.б. /ул юрый шулай уйнай/, шунан иртәнге аҙыҡты әҙерләй ҙә минең торғанды көтөп ултыра, көтөп арығас, «Йә, тораһыңмы инде, бөтәһе лә әҙер бит, нисек һинһеҙ ултырып ашайым инде…» — тип уята башлаған була.

Уның кеше араһында «уйыны» бик күп булды, әйтәйек, берәй ергә ҡунаҡҡа саҡырҙылар, ти. Ҡымыҙ менән ҡаршылайҙар –  унда ла Шамиль ағай, уйнап, бармағы менән ҡымыҙ һауыты эсенән, йәнәһе, берәй бөжәкте сығара, уны аяҡ аҫтына ташлап тапай, йә иһә артынан ҡыуған була, һуңынан, имеш, йәшереп кенә бармағын һөртә — әлбиттә, ысынында иһә бер ниндәй ҙә бөжәк юҡ ине уның эсемлегендә, ул шулай башҡаларға уйнай ине. Шамиль Рахман улы трагик ролдәр уйнағанда көлкөлө урындарын, ә комик геройҙарының фажиғәһен таба белде.

Шамиль ағайҙың бөтә ролдәре лә хәтерҙә ҡалған, әммә шулар араһында Диуанаһын (М.Кәрим, «Ай тотолған төндә») айырыуса атар инем: артистың бөтә булмышы, һәләте һалынған ине был ролгә — унда Шамиль ағайҙың үҙе лә, диуана ла, Диуана образы ла бар ине — был ролде ул тамашасы алдына тулыһынса аҡтарып һалды.

Илфат Йомағолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:

Шамиль ағай Рахматуллин… Мин уны бала саҡтан беләм, ул ваҡытта «Сатира һәм юмор» исемле тапшырыу бара ине телевидениела – шунда Шамиль ағай ҡатнаша ине, шулай уҡ радиоспектаклдәр аша сығыш яһай – комик образдарҙы мотлаҡ ул уҡый,  «Көлә-көлә «Һәнәк» килә» радиотапшырыуы ла уның исеменә бәйле хәтерҙә ҡалған. Шамиль ағайҙың миңә ҡарата тәүге мәрәкәһе «Хушығыҙ, хыялдарым!» спектакле менән бәйле – Шамиль ағай миңә ҡарап: «Һин, ҡустым, шулай ҙа шулай…» тип һөйләп-тетеп китте, мин әле йәп-йәш бит инде, ә оло артист мине ниндәйҙер алама ғәҙәттәрҙә, насар эштәрҙә ғәйепләй — аптырауымдың сиге юҡ, әммә ауыҙ асып бер һүҙ әйтергә ирек бирмәй. Шунан ул шып итеп туҡтаны ла «Был, ҡустым, Ҡәҙершаның Айсарға өгөт-нәсихәте булды» тип китеп тә барҙы. /Айсар, Ҡәҙерша — спектаклдәге образдар/.

Олоһона ла, кесеһенә лә ихтирамлы булды ул. Бер ваҡыт Шамиль Рахманович: «Ҡустым, мине Туймазы театрына ижад етәксеһе итеп ҡуйырға теләйҙәр, ни эшләйем икән?» — тип һорай. Мин уға: «Был «Бер олоно, бер кесене тыңла», тигән һүҙ буламы?» — тигәс, ул: «Бер аҡыллыны, бер иҫәрҙе тыңла була» — тип яуапланы. Мин: «Тимәк, мин иҫәрме ни?» тигәнгә, «Мин бит һине иҫәр тимәнем» — тип шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Ә мин ҡапыл ғына театрыбыҙҙы Шамиль ағайһыҙ күҙ алдына килтерҙем дә, уға: «Шамиль ағай, тамыр йәйгән оло ағасты  урынынан күсереп ултыртһаң, ул ҡорой, йәш ағас ҡына тамыр йәйеп китә ала ул» тинем һәм ул: «Һүҙҙәреңдә кинәйә бар», тип ҡуйҙы. Ысынлап та, оло ағас урынынан ҡупманы — Шамиль ағай һуңғы көндәренә тиклем үҙенең туған театрында эшләне.

Бына тағы бер хәл. Шамиль ағай менән троллейбус көтөп торабыҙ, һөйләшергә һүҙ юҡ. 15-20 минуттан троллейбус килде, мин троллейбусҡа инеп, артҡы салонға баҫтым, ә Шамиль ағай туҡталышта ҡалды. Троллейбус ҡуҙғалып киткәс, ул, фуражкаһын систе лә ҡулын болғай-болғай троллейбус артынан йүгергән була — салондағы халыҡ гөр килеп көлөшә.

Ә икенсе хәл гастролдәр ваҡытында ашханала булды. Бөтәбеҙ ҙә ашап ултырабыҙ, иң һуңынан яйлап ҡына Шамиль Рахманович килеп инде. Инде лә фуражкаһын сисеп «һауаға» элде — фуражкаһы төшөп китте, ә ул икенсе урынға күсеп тағы ла шул хәрәкәттәрен башҡара — тағы уңышһыҙ — шунан боролдо ла: «Эй-й, ҡаҙаҡ /гвоздь/  тигәнем себен булған икән дә баһа!..» — тигән булды.

Шамиль Рахматуллиндың «рахматуллинса»  уйнаған образдары һаман күҙ алдында, әйтәйек, «Ғәлиәбаныу»ҙағы Бәҙри ҡарт. Был спектаклдә бигерәк тә Бәҙри ҡарт (Ш.Рахматуллин) һәм ҡарсығының (А.Нафиҡова) сәй эсеү сәхнәһе хәтерҙә ҡалған: Бәҙри ҡарт ҡарсығы менән өҫтәл артына сәй эсергә ултыра, ҡарт ҙур киҫәк шәкәрҙе алып бысаҡ менән вата, ә уның валсығы, йәнәһе осоп китә, ҡарсығы алам, тигәндә генә уның ҡулына шап итеп һуға ла, ҡарт үҙе алып ҡабып ҡуя, ә шәкәр киҫәктәре тигеҙ түгел — Бәҙри оҙаҡ итеп үлсәй әле ул киҫәктәрҙе, шунан ғына иң бәләкәй киҫәген ғарсығына тоттора. Был сәхнәлә һүҙ юҡ, тик ҡараш, хәрәкәт кенә, әммә зал  йығылып китеп көлә, сәхнә артын артистар дер һелкетә. Ә  уның «Ҡыҙ урлау» комедияһындағы Дәүләтбайы һуң – был образ һәр тамашасы хәтерендәлер!

Алмаштырғыһыҙ кеше булмай, тиҙәр, ә мин өҫтәп «Әммә ҡабатланмаҫтар була!» тиер инем. Шамиль ағай үҙенең ҡабатланмаҫлығы һәм ысын ижадсы булыуы менән тамашасы һөйөүен, коллегалары ихтирамын яулаған ижадсы ине..

Артистарҙың Шамиль Рахматуллин хаҡында иҫтәлектәрен һәм «рәхмәтуллинский» мәҙәктәрҙе Динара Кәримова яҙып алды, 2005 йыл.

 

Шамиль Рахматуллин 1959 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Шамиль Рахман улы бик күп төрлө ролдәр башҡарҙы, уның репертуарындағы персонаждар ышандырыу көсөнә эйә, тәбиғилеге, героик-эпик башланғыста нарыҡланыуы, халыҡсан һәм үҙәктәрҙе өҙгөс лиризм менән һуғарылған: «Эҙләнеү йылдары»нда (А.Арбузов) Үтеп барыусы, «Онотма мине, ҡояш!»та (А.Абдуллин) көтөүсе Саҙрый, «Кеше бәхете»ндә (Н.Асанбаев) монтер Ибраев, «Ул ҡайтты»ла (Ә.Атнабаев) Шәйхелислам, «Еҙнәкәй»ҙә (Х.Ибраһимов) Низами, «Бажалар»ҙа (И.Абдуллин) Әбләй, «Ҡараңғылыҡ хөкөм иткәндә»лә (Л.Толстой) Аким, «Ябырылыу»ҙа (Л.Леонов) – Фаюнин, «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»ҙа (М.Кәрим, Р.Исрафилов инсц.) Талип, «Хужа Насретдин»да (Н.Иҫәнбәт) Хужа Насретдин  һ.б.

Шамиль ағай, сәхнәлә уйнауҙан тыш, үҙе лә күңелен өйкәгән темаларға пьесалар яҙҙы: «Ҡош та ояһына ҡайта», «Алмағастар сәскә атҡанда», «Әжәлгә дарыу бар, тиҙәр» һ.б.

Шамиль Рахматуллин һуңғы көндәренә тиклем туҫан сәхнәһенә тоҫро ҡалып, тамашасы яратып ҡараған «Аты барҙың — дәрте бар», «Көнләш, Америка, көнләш!», «Их, Байтимер дуҫ!..» һ.б. уйнаны.