Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Сәғитова Гузәл Борхан ҡыҙы (1936-2008)

СӘҒИТОВА Гүзәл Борхан ҡыҙы (1936 йылдың 8 мартында БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Абзай ауылында тыуған. 2008 йылдың 4 июлендә Өфө ҡалаһында, тыуған яғында ерләнгән). БАССР‑ҙың халыҡ (1989 йыл) һәм атҡаҙанған (1978 йыл) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961 йыл). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков, О.И.Пыжова курсы) 1995 й. тиклем М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры йылъяҙмаҙында «гитис»сылар сағыу юлдар яҙып ҡалдырған — 1954-1959 йылда илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә А.В.Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтында белем алып, унан һуң республикала, илдә үҙҙәренең исемен танытҡан бер төркәм ижадсыларҙы шулай итеп үҙебеҙсә, айырыуса бер йылылыҡ менән «гитиссылар» тип йөрөтәбеҙ. Улар — Гөлли Мөбәрәкова, Зинира Атнабаева, Хәмит Яруллин, Муллаян Сөйәрғолов, Илшат Йомағолов, Гүзәл Сәғитова, Хәкимйән Сәғитов, Роза Кәримова, Вил Кәримов, Фәрдүнә Ҡасимова, Әминә Аралбаева, Әмир Абдразаҡов, Физа Латыпова, Рәмзилә Әҙелшина, Шамиль Рәхмәтуллин, Марат Солтанов. ГИТИс-тың башҡорт студияһын тамамлаған бер төркөм йәштәр ҡайтҡас, башҡорт театры донъяһы бигерәк тә йәнләнә. Заман пульсын һиҙгер тойған был йәштәр башҡа артистар менән бергә театрҙы яңынан балҡытыуға өлгәшә, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенең ҡабатланмаҫ сәхнә юлын үтә, тыуған театры сәнғәтендә үҙ урынын, үҙ балҡышын таба.

Сәғитова ижадына реалистик кәүҙәләндереү, психологик тәрәнлек һәм ышандырғыс көс хас була. Төп ролдәре: Зоя (“Эҙләнеү йылдары” – “Годы странствий”, А.Арбузов; дебют, 1960), Шәмсинур (“Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш”, Т.Миңнуллин), Марина (“Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә” – “Власть тьмы”, Л.Толстой), Ганна (“Эңер төшкәс…” – “Вечер”, А.Дударев) һ.б. Актрисаның репертуарында комик: Камила (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Зәбирә (“Законлы никах менән!”, Ә.Атнабаев), Мулбикә (“Шомбай”, К.Мәргән); трагик ролдәр: Әсә (“Онотолған әҙәм”, Н.Хикмәт), Анна Павловна (“Тере мәйет” – “Живой труп”, Л.Толстой) бар. Сәғитова ижадында көслө рухлы әсә образдары ҙур урын алып тора: Маһитап (“Ғүмер ике килмәй”, Ә.Мирзаһитов), Разия (“Ай булмаһа, йондоҙ бар”, Т.Миңнуллин).

Гүзәл Сәғитова театр сәхнәһендә 50-нән ашыу төрлө яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙар образдарын тыуҙырған, улар актрисаның ижад галереяһында лайыҡлы урын биләй, шулай уҡ театр йылъяҙмаһында үҙ урынын алғандар.