Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Сәйетов Сәхи Ниғмәт улы (1907-1986)

Сәхи Сәйетов Башҡорт театрына 20-се йылдар аҙағында, профессиональ сәхнә сәнғәте яңы көс йыйып, ҡолас йәйә башлаған мәлдәрҙә килә. Билдәле булыуынса, 30-сы йылдар башында Башҡорт театр сәнғәтендә ойоштороу яғынан етди генә үҙгәрештәр була — был “хеҙмәтсән массаны” театрға күберәк йәлеп итеү, мәҙәниәтте республиканың алыҫ райондарына, төпкөл ауылдарына тиклем еткереү маҡсатында эшләнә. Ошоға бәйле Күсмә театр — Икенсе башҡорт дәүләт театры ойошторола. Башҡорт театр техникумының икенсе сығарылышы уның төп көсөнә әүерелә. Был коллективты ойоштороусыларҙың һәм етәкселәренең береһе ул йылдарҙың көрәш романтикаһы менән янған йәш артист Сәхи Сәйетов була. Труппа беренсе биш йыллыҡ төҙөлөштәрендә,  яңы тормош төҙөү фронтының алғы һыҙығында йөрөй, спектаклдәр күрһәтә, лекциялар ойоштора, стена гәзиттәре сығара. Уларҙың эшмәкәрлеге Көньяҡ Урал халҡының рухи тормошо өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә була.

Һуғыш йылдарында Күсмә театрҙың эшмәкәрлеге тағы ла көсәйә. С.Сәйетов, халыҡ алдына сығып, һуғыш хәлдәре, һалдаттарҙың батырлығы хаҡында һөйләй, кешеләрҙе рухландыра (уға был бурыс юғарынан йөкмәтелә). “Ялҡынлы һүҙенән кешеләрҙең күҙендә осҡондар сағыла ине”, — тип хәтерләй уны замандаштары. Ә йөкмәткеле лекцияларын Сәхи Ниғмәтулла улы төндәрен ултырып яҙа (шуны ла әйтергә кәрәк: Сәхи Сәйетов бер шаршаулыҡ пьесалар, тиҫтәләгән шиғырҙар, йырҙар авторы). Ә 30-50 саҡырым араны арыҡ ат йә үгеҙ егелгән сана, арбала үтеп, төшкән фатир хужаһы ни менән һыйлаһа, шуға туҡ булып, бала-сағаларың менән йылдар буйына күсеп йөрөү — ҙур батырлыҡтыр ул. Өҫтәүенә, ир артистарҙың фронтҡа китеп бөтөүен һәм театрҙың күберәк һәүәҫкәрҙәр иҫәбенә йәшәүен иҫәпкә алһаң, художество етәксеһе иңенә төшкән бурыстың ни саҡлы ҡатмарлы булыуы тағы ла асығыраҡ күренә. Көньяҡ Урал халҡы А.Чехов, Н.Гоголь, С.Мифтахов, Х.Ибраһимов, Р.Ниғмәти әҫәрҙәре менән ул йылдарҙа тик Баймаҡ колхоз-совхоз  театры аша ғына таныша. Әҫәрҙәрҙең күбеһен Сәхи Сәйетов сәхнәләштерә, төп ролдәрҙе лә үҙе башҡара. Ҡ.Даяндың “Таңсулпан” драмаһында — Айсыуаҡ, Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол” трагедияһында — Ҡарағол, Х.Ибраһмовтың “Башмағым” комедияһында — Кәрим бай, М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә Фәхри образдарын тамашасы таң ҡалып ҡарай. Ошо йылдарҙа (1941) артист “Салауат Юлаев” фильмында Кинйә ролен башҡара.

“Сәхнә оҫтаһы С.Сәйетов халыҡ таланттарына бай яҡтарҙа эшләне һәм һәүәҫкәрҙәр ижадына һәр саҡ һиҙгер булды. Бына бер миҫал. Һуғыш бөткән йыл. Октябрь байрамы. Беҙгә (Юлдыбайға) Баймаҡ театры килгән. Бик шәп концерт күрәһттеләр. Артистар уйнап бөткәс, ғәҙәт буйынса, сәхнәгә һәүәҫкәрҙәр сыға башланы. Залда ултырыусылар араһынан кемдер: “Ишмулла йырлаһын!” — тип ҡысҡырҙы. Иҫке Яҡуп ауылында бригадир булып йөрөгән йәш кенә егетте мин күптән белә инем. Ҡурайсы Ишҡәле улы ул. Егет ялындырып торманы: “Әйҙә, атай!” — тине лә сәхнәгә менеп китте. Уның артынса ҡурайын тотоп ҙур, ҡара мыйыҡлы Ишҡәле күтәрелде. Ишмулла шәп тауыш менән “Сәлимәкәй”ҙе йырлап ебәрҙе, унан “Сибай”ҙы. Халыҡ геүләтеп ҡул сапты. Сәхи ағай уны сәхнә һөнәренә генә өйрәтеп ҡалманы, тәү мәл үҙендә йәшәтте лә. Үҙ ваҡытында күреп ҡалынған талант мул емеш бирҙе — ваҡыт уҙыу менән егет мәшһүр йырсы, ҡурайсы, либреттолар яҙыу маһиры Ишмулла Дилмөхәмәтов булып китте. Йырсы Сөләймән Абдуллинға ла беренсе тапҡыр Сәхи Ниғмәтулла улы иғтибар итә һәм ҙур сәнғәт донъяһына ылыҡтыра. Халыҡ менән бергә булыу уның ижадын халыҡсан итте”, — тип яҙғайны С.Сәйетовтың замандашы, ҡорҙашы журналист Ғәли Шәрипов.

Ә драматург Ғ.Әхмәтшиндың “Сиҙәм ерҙәр театры” тигән китабында былай тиелә: “Сәхи Сәйетов тәүге аҙымдарынан уҡ рижессер ассистенты булып эшләй. Үҙ аллы Ғ.Камалдың “Беренсе театр” тигән әҫәрен ҡуя. 1938 йылда ул Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһын театрҙың үҫешендә тарихи ваҡиға булырлыҡ итеп сәхнәләштәрҙе. Ошо спектакль менән С.Сәйетов режиссер булып таныла, Баймаҡ театрының баш режиссеры итеп тәғәйенләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Баймаҡ колхоз-совхоз театрының эшмәкәрлеге тағы ла  юғарырыҡ баҫҡысҡа күтәрелә. Халыҡ менән аралар нығыраҡ яҡыная. Театр етәксеһе С.Сәйетов коллективтың бөтә эшмәкәрлеген тылдың фронтҡа әүҙем ярҙам итеүенә йүнәлтә. Ватан һуғышы тамамланғас, 1947 йылда, С.Сәйетов Башҡорт дәүләт академия драма театрына саҡырыла.

С.Сәйетов Башҡорт дәүләт академия драма театрында ижад иткән бер нисә образды һанап сығыу ғына ла уның күп яҡлы талант эйәһе булғанлығы хаҡында һөйләй: Ғ.Әхмәтшиндың “Тальян гармун”ында — Ғиззәтулла, И.Абдуллиндың “Бер мөхәббәт яҙмышы” драмаһында — Кулагин, М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһында — Дәүләтбай һәм башҡа бик күп ролдәре менән тамашасылар күңелендә урын ала.

Милли сәнғәтебеҙ үҫешенә күп көс һалған, халҡыбыҙҙың рухи тормошонда һиҙелерлек роль уйнаған шәхестәребеҙҙең береһе — Сәхиулла Ниғмәтулла улы Сәйетовтың исемен оло ихтирам менән иҫкә алабыҙ, ижади эшмәкәрлегенә, үҙ осорондағы ҡыйыулығына, ойоштороу һәләтенә һоҡланып баш эйәбеҙ. Заманы өсөн ул башҡарған эштәр баһалап бөткөһөҙ.

Рәмилә Йәһүҙина