Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Сәйетов Илдар Ширҡәт улы (1957-2020)

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы(2002)

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2008)

Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (2019)

1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (хәҙерге З. Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) тамамлаған. Шул уҡ йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә.