Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Саттаров Ғәлләм Саттар улы (1894-1986)

Саттаров Ғәлләм Саттар улы 1894 йылдың 27 июлендә Ҡазан губернаһы Миңзәлә өйәҙе (хәҙер Татарстан Республикаһы Дубьяз районы) Юрташ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1903—1906 йылдарҙа ауыл мәҙрәсәһендә уҡый.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғәлләм Саттар улы Саттаров башҡорт профессиональ театр сәнғәтенең иң тәүге нигеҙ таштарын һалған ветерандарҙың береһе. Ул — республикабыҙҙа театр сәнғәтен үҫтереүгә һәм уның өсөн милли кадрҙар әҙерләү эшенә күп көс һалған кеше.

Ғәлләм Саттаровтың сәхнә эшмәкәрлеге лә ошо осорҙа башлана. Типография эшселәренән һәм халыҡ уҡытыусыларынан торған драма һәүәҫкәрҙәре коллективында актив ҡатнаша. Шул ваҡыттан башлап ул сәнғәткә бөтә булмышын бирә һәм үҙенең ғүмерен уға хеҙмәт итеүгә арнарға ҡарар итә. Шунан һуң Ильяс Ҡудашев-Ашҡаҙарскийҙың гастролдә йөрөүсе труппаһына актер итеп ҡабул ителә.

Сәләмәтлеге ҡаҡшап китеү сәбәпле, Ғәлләм Саттаров 1918 йылдың майында ҡымыҙ менән дауаланыу маҡсатында Башҡортостанға күсә һәм Шишмә районының Яңы Абдулла ауылында туҡтала. Һуңынан Өфөгә килеп урынлаша.

1919 йылда, Ҡыҙыл Армия көстәре Өфөнө Колчак бандаларынан азат иткәндән һуң, Бишенсе Армияның политбүлеге эргәһендә татар-башҡорт һәүәҫкәр театры ойошторола. Ғәлләм Саттаров ошо театрҙа актер булып эш башлай.

Колчак бандаларын Себерҙә лә тар-мар иткәндән һуң, театрҙы Омск губернаһының халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағына ебәрәләр. 1920 йылдың ғинуарынан май айына тиклем эшләй театр Омскиҙа, шунан һуң уны Өфөгә кире ҡайтарып алалар.

1920 йылдың декабрендә Өфө губерна хәрби комиссариаты Ғәлләм Саттаровты Бәләбәйгә, хәрби гарнизон политбүлегенә ҡыҙылармеецтар араһында үҙешмәкәр театр ойоштороу өсөн ебәрә. Ул тиҙ арала театр ойоштора һәм үҙе шул яңы театрҙың режиссеры булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта Бәләбәй өйәҙ халыҡ мәғарифы бүлеге эргәһендәге татар-башҡорт театрында ла актерлыҡ һәм режиссерлыҡ вазифаларын башҡара.

1922 йылда Башҡорт АССР-ы хөкүмәте Стәрлетамаҡтан Өфө ҡалаһына күсерелгәс, ундағы Башҡорт театры ла яңы баш ҡалаға күсеп килә.

Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариатының политик-ағартыу бүлеге Ғәлләм Саттаровҡа Өфөләге Хеҙмәт һарайын (хәҙерге Башҡорт Дәүләт опера һәм балет театры бинаһын) ҡабул итеп алырға һәм ошонда Башҡорт  театрының Өфөләге беренсе сезонын асыуға әҙерлек башларға тапшыра. Ғәлләм Саттаров үҙе лә ошо беренсе  профессиональ башҡорт театрында актер булып эш башлай.

Бер йылдан һуң, 1923 йылда, Ғәлләм Саттаровты Мәскәү дәүләт  театр сәнғәте институтына (хәҙерге А.В.Луначарский исемендәге институт) уҡырға ебәрәләр.

Театр сәнғәте институтында уҡыған сағында ла Саттаров Мәскәүҙә Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендә эшләгән татар-башҡорт театрында актер  һәм режиссер сифатында  актив эш алып бара.

Мәскәүҙә татар-башҡорт театрында Саттаров тарафынан Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”, “Аҫылйәр”, “Урал һыу буйында” тигән драмалары, Хәбибулла Ибраһимовтың “Башмағым”, Фәтхи Бурнаштың “Хәтирә апай”, “Йәш йөрәктәр”, Нәҡи Иҫәнбәттең “Культур Шәңгәрәй”, Тажи Ғиззәттең “Талир тәңкә”, Ғабдулла Кариевтың “Артист” тигән әҫәрҙәре сәхнәгә ҡуйыла.

Театр сәнғәте институтын тамамлап ҡайтҡандан һуң, Ғәлләм Саттарович Башҡорт академия драма театрында эшләй. Бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһында сәхнә телмәре һәм актер оҫталығы буйынса уҡыта. Педагог  булып ул 24 йыл эшләй. Уның шәкерттәре Башҡорт академия драма театрында, Салауат, Сибай һәм Татарстан театрҙарында уңышлы эшләй, халыҡ  артисы һәм атҡаҙанған артист тигән маҡтаулы исемдәр алған, ҡайһылары халыҡ театрҙарының етәкселәре булып киткән.

Ғәлләм Саттарович театрҙа эшләү ваҡытында йөҙҙән ашыу роль башҡарған. Уларҙы һанап сығыуҙың кәрәге юҡтыр. Шулай ҙа ҡайһы берҙәрен әйтмәй үтергә мөмкин түгел. “Салауат” драмаһында ул Пугачевты һәм Ҡолой ҡартты уйнаған. Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” трагедияһында Иван Иваныч, Сәғит Мифтаховтың “Һаҡмар” драмаһында Алаҡай кулак, “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”тә Наум Петрович, Мөхәмәтша Буранғолов әҫәрҙәренән  “Башҡорт туйы”нда Үтәғол, “Гөлсәсәк”тә Айсыуаҡ, Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ында Хәлил, Сәғит Мифтаховтың “Зимагорҙар” драмаһында Шакир бай һәм Никифорыч, Әхмәт Фәйзиҙең “Туҡай” пьесаһында Ғафур Ҡоләхмәт һәм башҡа ролдәрҙә сығыш яһаған. Рус һәм сит ил классик драматургияһында ла артист байтаҡ ролдәр ижад иткән.

Ғ.Саттаров Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡортостан  Бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе була.

Уның тауышы радио тыңласыуларға ла таныш. Башҡортостан радиоһы аша  Ғ.Саттаров 1929 йылдан бирле сығыш яһай. Ә Мәскәү радиоһы уны эфиргә унан да элегерәк, 1926 йылда, Мәскәүҙә уҡыған йылдарында сығарған.

Х.Хәйретдинов,

“Совет Башҡортостаны”,  1970 йыл.