Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Шәмсетдинов Хәмит Мөхәмәҙи улы (1949-2009)

Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһендә үтә Хәмит Шәмсетдиновтың бала сағы, донъя бөтәйтеү теләге менән сығып киткән ғаилә бер нисә йылдан  Әлшәй районының Ҡармыш ауылына килеп төпләнә. Раевкала һигеҙенсе синыфты тамамлай, Салауат индустрия техникумына инә, унан һуң Армия сафында хеҙмәт итә буласаҡ артист. Ауылда механик булып ҡалырға ниәтләгән тырыш егетте  ауыл хужалығы институтына уҡырға инергә өгөтлөйҙәр. Еңгәһе, йырсы Ғәлиә Солтанова уға: «Шундай буйсан, матур егетһең, башҡортса ла, русса ла таҙа һөйләшәһең, гармунда уйнайһың, төҫөң күркәм, әйҙә сәнғәт институтына» — тип тәҡдим итә. Имтихандар һөҙөмтәһе буйынса, Хәмит ике юғары уҡыу йортона ла уҡырға алына. Уҡыуҙар башлана, ауыл хужалығы студенты булып киткән Хәмитте бер аҙҙан сәнғәт институтына саҡырталар. Заһир Исмәғилев талантлы егеткә: «Миңә лә атай ҡарт «ҡурай тартып, тамағың туйырмы?» — тигәйне. Үҙең күреп тораһың композитор тигән исемем бар», — тип өгөтләй. Бер йыл дауамында Хәмит ике институт араһында өҙгөләнеп йөрөй ҙә сәнғәт юлын һайларға ҡарар итә.

Хәмит Шәмсетдиновтың тәүге образдары араһында театр тәнҡитселәре айырыуса «Ҡыҙыл паша» спектакленән Әхмәт ролен билдәләй, уны «төрки халыҡтарҙың театр донъяһында ваҡиға» тип атайҙар,  спектаклде 1983 йылда Рәсәй телеканалы таҫмаға яҙҙыра, бик күп илдәргә һатыла был телеспектакль.

Актер Хәмит Шәмсетдиновтың ижад галереяһына күҙ һалайыҡ — «Кемдең ыҙмаһы бейек?» — тигән һорауға яуап алыусы, ауыл малайҙары араһында башлыҡ булып танылған ҡаты йоҙроҡло Шәһиҙулла («Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»), мәленән файҙалынып, затлы өлөшкә ҡул һонорға өмөт иткән хәйләкәр һәм мәкерле Дәрүиш («Ай тотолған төндә», М.Кәрим)… Трагик һәм драматик яҙмышлы Үтәғол («Башҡорт туйы», М.Буранғолов), Фәйзи («Рәйсә+Фәйзи, Н.Асанбаев), Семен («Бибинур, ах, Бибинур!», Ф.Бүләков)…

Хәмит Шәмсетдинов — бөгөнгө көн башҡорт театры донъяһында үҙенә йәлеп итерлек, ҡыҙыҡтырырлыҡ актер: һәр ролде аң-зиһене аша үткәреп, бай мәғлүмәт йыйып, тупланған тәжрибәһенә һәм белеменә таянып эшләй ул. Мөһабәт кәүҙәһе, сәхнәлә үҙ-үҙен тотошо уйнаған геройҙарының күңел кисерештәрен асыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә — Ғ.Шафиҡов пьсеаһы буйынса ҡуйылған «Аттила» спектаклендәге Башҡортхан, А.Островский әҫәре буйынса «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» спектаклендәге Муров, Лопе де Веганың «Әкәмәтле һөйөү» комедияһындағы Рикардо, А.Иҙелбаев пьесаһы буйынса «Һуңғы ғәйнә» музыкаль-романтик драмаһында Таймаҫ тап шундай «мөһабат» ролдәр рәтендә.

Актерға бөтә жанрҙар ҙа еңел бирелә. Белгестәр иң ауыр тип иҫәпләгән комедия жанрында ла Хәмит Шәмсетдинов юғары кимәлдә башҡарған ролдәре менән тамашасыларҙың күңелен яуланы – итальян комедияһында Исидоро («Йәрең көнләп, серең һөйләп…», К.Гольдони), төрөк байы Әджиәмит («Мәһәре-байҙан», Ю.Болат), башҡорт сауҙәгәре Кәримбай («Башмағым», Х.Ибраһимов) һәм башҡа «кәмитле» образдары халыҡсан юморы, ябайлыҡта бөйөклөктө күрһәтә алыуы менән театр һөйөүселәрҙең иҫендә ҡала.

Театр актеры Хәмит Шәмсетдинов үҙен кино сәнғәтендә лә һынай, уның ҡатнашлығында сыҡҡан фильмдар бихисап: «Алтын атлы һыбайлы» (реж.- В.Журавлев, «Мосфильм»), «Емельян Пугачев» (реж.- А.Салтыков, «Мосфильм»), «Возвращение чувств» (реж.- М.Осипьян, «Мосфильм»). Башҡорт халҡының легендар улы Муса Мортазин хаҡында тәүге фильмда ла ул геройҙы ҙур шәхес итеп кәүҙәләндерҙе.

Хәмит Мөхәмәҙи улы режиссерлыҡта ла үҙен һынаны – ул театр сәхнәһендә «Аҫылйәр» (М.Фәйзи), «Һүнмәһен-һүрелмәһен» (Х.Зарипов), «Аҡъял батыр» (З.Вәлитов, баш.халыҡ әкиәте буйынса), «Үҙ йөрәгеңде тыңла!» (Г.Х.Андерсен буйынса) спектаклдәрен сәхнәләштерҙе.

Актер һәр роленә ең һыҙғанып тотона торғайны, Хәмит Шәмсетдиновтың һуңғы йылдарҙағы иң уңышлы роле – «Кәкүк ояһы» (Кен Кизи, режиссеры Айрат Абушахманов) спектаклендәге Бромден роле. «Артистың уйыны юғары кимәлдә,  Бромден образы спектаклдең үҙәген тотоп тора ала, эске кисереш-тойғоларҙы һүҙһеҙ бирә алыу – уйнаусының оҫта һәм ҙур тәжрибәгә эйә булыуын күрһәтә» — тигән фекер әйткәйне Мәскәүҙә үткән гастролдәр ваҡытында театр тәнҡитселәре.

Хәмит Шәмсетдинов беҙҙең күңелдәрҙә мөһабәт кәүҙәле, көслө тауышлы актер, эшләгән һәр эшенә яуаплы ҡараған, тәрән фекерле ижадсы булып һаҡлана.

Динара Кәримова