Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Сыртланов Рим Солтан улы (1908—1979)

Рим Солтан улы 1908 йылдың 22 авгусында  хәҙерге Бүздәк районы (ул ваҡытта Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе) Сыртлан ауылында тыуған.  Башҡорт театры сәхнәһендә тәүге тапҡыр  Өфө сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң 1930 йылдың  яҙында сығыш яһай.

Беренсе роле – «Портфель» спектаклендә волком председателе Мәғсүм була. Унан Фирҙәүсиҙең «Шахнамә» әҫәрендә Шахрух образы,   Н.Гоголдең «Ревизор»ында Держиморда һ.б., был ролдә Сыртланов үҙен инде танылған, өлгөргән артист итеп күрһәтә. Ул бер-бер артлы тамашасыларҙың күңелендә ныҡ һаҡланырлыҡ бай һәм төрлө характерлы образдар ижад итә башлай. Ҡ.Даяндың «Таңсулпан»ында Сурағол, С.Мифтаховтың «Зимагорҙар»ында Ғайса, Р.Ниғмәтиҙең «Ағиҙел ярында» — Чапаев, М.Ғафуриҙың Ҡара йөҙҙәр»ендә Закир һ.б.

Ҡ.Даяндың «Таңсулпан» пьесаһы буйынса спектаклдœге эпизодик роль Сурағолдо уйнай, артист был образда бөтә спектакль буйы  сәхнәгә ике тапөыр  ғына сыға, әммә Сурағолдо спектаклдәге төп образдар дәрәжәһенә күтәрә. Уның был хеҙмәте тураһында 1949 йылда «Ҡыҙыл Татарстан» газетаһы былай тип яҙа «Юламандың ағаһы Сурағол Рим Сыртланов башҡарыуында айырыуса оригиналь образ булып кәүҙәләнде.»

С.Мифтаховтың «Зимагорҙар»ындағы Мамаев бай, М.Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу»ындағы Исмәғил, Т.Ғиззәттең «Ташҡындар»ындағы Шәүлихан, К.Тинчуриндың «Зәңгәр шәл»ендәге Йыһанша, К.Треневтың «Любовь Яровая»һындағы капитан Малинин ана шундайҙарҙан. 1936-37 й.й. төшөрөлгән «Салауат Юлаев» фильмында Рим Сыртланов Бохайыр ролен башғара. Уның был образын да социаль әһәмиәте яғынан картиналағы иң уңышлы образдарҡың береһе, тип билдәләгәйне йәмәғәтселек. Йылдар үтеү менән Рим Сыртлановтың ижад мөмкинлектәре тәрәнерәк асыла, уның репертуарында  классик ролдәр ҙә, героик, драматик  характерҙағы  образдар ҙа етерлек була. С.Мифтаховтың «Һаҡмар» драмаһында  Юлай, В.Шекспирҙың «Отелло» трагедияһында Кассио һ.б., ә М.Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»енән Закирҙы ул ун ете йыл буйына уйнай, ләкин һис ҡасан иҫкертмәй, уйнаған һайын яңырта, яҡшырта ғына бара.  Артист  был ролде үҙенә хас яғымлылыҡ, йылылыҡ менән башҡара.

Рим Сыртланов башҡорт театры сәхнәһендә халыҡтың яратҡан геройҙары Емельян Пугачев һәм Чапаев ролдәрен дә уйнаған артист. Р.Ниғмәтиҙең  «Ағиҙел ярында» тигән әҫәре буйынса Башҡорт АССР-ның 30 йыллығына арнап ҡуйылған спектаклдә Чапаев ролен ул башҡара һәм  башҡорт театры тарихында ваҡиға булырлыҡ образ тыуҙыра.

Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәтенең 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған декадаһында Рим Сыртланов Мостай Кәримдең «Яңғыҙ ҡайын»ында Мырҙахан Шәүҡәтов, А.П.Чеховтың «Ваня ағай»ында Астров, В.Шекспирҙың «Отелло»һында Людовик ролдәрендә сығыш яһай һәм баш ҡаланың театр белгестәре һәм тәнҡитселәренең юғары баһаһын ала. Бына «Правда» гәзитенең 1955 йылдың 8 июнь һанынан юлдар: «…Актерҙан тамам өлгөрөп еткән оҫталыҡ, ҙур сәхнә техникаһы талап иткән был ҡатмарлы психологик ролде (Шәүҡәтов) Рим Сыртланов  башҡара. Шуныһы бик ҡыуаныслы, талантлы актер был ижади һынауҙы намыҫ менән үтәне, иҫ киткес яҡшы актерлыҡ мөмкинлектәре, аҡыллы уйы менән шатландырҙы. Беҙҙең алда Шәүҡәтовтың рухи, эске донъяһы күренештән күренешкә тулыраҡ асыла, ирекһеҙҙән был образды күҙ ҙә алмай, өҙлөкһөҙ күҙәтәһең. Ул шул тиклем йәнле, һәр бер кескәй генә кисерешендә лә бик теремек.» Ә Астров (А.Чехов «Дядя Ваня») оло йөрәкле, эшсән, аҡыллы рус интеллигентының береһе, ул врач ҡына түгел, ә тирә-йүнгә йәм өҫтәп йәшәүсе шәхес. Астров ерҙәге матурлыҡты боҙоусы кешеләрҙе, тормоштоң ҡапма-ҡаршылыҡтарын күрә, ләкин был ҡаршылыҡтың төп нигеҙен аңламай, уларға ҡаршы көрәшеү юлдарын белмәй. Бына ошо ун туғыҙынсы быуат аƒағындағы рус интеллигенцияһына хас булған трагедияны артист Рим Сыртланов нескә һәм ышандырырлыҡ саралар менән асып бирә. Мәскәү тамашасыһы ла артистың был образын ихлас ҡабул итә.

Рим Сыртланов рус классиктары Л.Толстой, А.Чехов, А.Островский, Н.Гоголь, М.Горький әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә лә үҙен сәхнә оҫтаһы итеп таныта. Л.Толстойҙың «Тере мәйет»ендә Виктор Каренин, А.Островскийҙың «Һуңғы ҡорбан»ында Лавр Прибытков, «Бирнәһеҙ ҡыҙ»ҙа Кнуров, «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр»ҙә Муров, «Төшөмлө урын»да Вишневский ролдәрен башҡара; Н.Погодин пьесаһы буйынса «Ильич ғүмере» тигән спектаклдә Рим Сыртланов тәрән психологик кисерештәр, ҙур оҫталыҡ менән революционер – коммунист, техник интеллигенция вәкиле Ипполит Сестрорецкий образын сағылдыра. И.Абдуллиндың тәүҙә «Девон фонтандары», артабан «Тәрән һулыш» тигән пьесаларында ҙур характерҙар тыуҙыра. Н.Асанбаевтың  «Рәйсә һәм Фәйзи» драмаларында Фәйзи ролендә сығыш яһай.

Ҙур актер Рим Сыртлановтың радио һәм телевидениелағы эшмәкәрлеге, уҡытыусылыҡ хеҙмәте хаҡында ла әйтмәү мөмкин түгел. Ул Өфө сәнғәт училищеһында ла дәрестәр ҙә алып бара.