Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Туҡаев Ғәзим Ғиҙелмотаһар улы (1909—1981)

Ғәзим Мотаһар улы Туҡаев 1909 йылдың 14 мартында Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. Айыухан ауылында ете класты тамамлағас, тыуған ауылына ҡайтып Ликбезда уҡыта, урында наҙанлыҡты бөтөрөү эшендә, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә актив ҡатнаша. Комсомол ячейкаһы секретары вазифаһын ихлас үтәй. (Яңы Йәнбәктә К.Тинчуриндың «Һуңғы йондоҙҙар»ын сәхнәләштерә.)

Заманына күрә ҙур ғына белемгә эйә булған егет ауыл йәштәре араһында үҙенеңтеремеклеге, йыр-бейеүгә, һүҙгә  оҫта булыуы менән айырылып тора. Ауылда йәштәр менән концерттар ойоштора, төрлө кисәләрҙә сығыш яһай, бигерәк тә  скрипкала уйнарға ярата ул. Ғәзимдең скрипка моңон ауылдаштары ихлас тыңлап егеттең киләсәктә артист буласағын юрайҙар. Ғ.Туҡаев профессиональ артистарҙы тәүге тапҡыр Боҙаяҙ ауылында һабантуйҙа күрә. Өфөнән килгән театрҙың «Ашҡаҙар» пьесаһына, башҡарыусыларҙың оҫталығына хайран ҡала.

Шулай итеп, ауылдаштары һәм батрачком рәйесе тәҡдиме менән Ғәзим Өфөгә, сәнғәт техникумының музыка бүлегенә уҡырға килә, әммә йәштән ауыр хеҙмәт күреп үҫкән, музыкаға уҡырға йәше лә үтеп барған  егетте имтихан алыусылар скрипкасы булыу хыялынан кире һыуындыра — Ғ.Туҡаевтың дәрт-дарманы, күңел хистәре ярһып-ташып торһа ла, бармаҡтары инде моңло күңеленең һәр ауазын биреп еткерә алмай. Уға театр бүлеген һайларға тәҡдим итәләр.

Театр бүлегендә бер йыл уҡығандан һуң Ғәзим Туҡаев Башҡорт драма театрына стажер итеп алына. 1921 йылдан алып Ғ.Туҡаев театрҙа эшләй башлай, бер үк ваҡытта уҡыуын да дауам итә. 1933 йылда техникумды тамамлап ул бөтөнләйгә театр артисы булып китә, ә был мәл коллективта режиссерҙар М.Мәһәҙиев, В.Мортазин-Иманский, Б.Имашев, артистар Ғ.Минһажев, Ә.Зөбәйеров, Ғ.Ҡарамышевтар эшләй һәм улар Ғ.Туҡаевты һис шикһеҙ һәләтле артист тип билдәләй,  яуаплы ролдәр биреүҙән ҡурҡмай. Бер мәл С.Мифтаховтың «Һаҡмар» спектаклендә артист  бейеү сәхнәһендә ҡатнаша, бер һүҙһеҙ персонаж өҫтөндә Туҡаев шундай  бирелеп эшләй, һөƒөмтәлә был персонажға ла  һүҙҙәр һәм исем яҙып  сәхнәгә сығарырға мәжбүр булалар…

Шулай, артист Ғәзим Туҡаевтың коллективта үҙ урыны, башҡорт театрында үҙ исеме булып китә. Хәтергә артист Ғ.Туҡаев хаҡында Сәғит Агиштың сәхифәләренән юлдар килә: «Башлап кем әйткәндер, яҡшы уйнаған артисты  ролдә йөҙә, тиҙәр. Был һүҙ Туҡаевҡа айырата таман. Бына ул «Яңғыҙ ҡайын» пьесаһында шофер Шаһи ролендә, һеҙ сәхнәгә артист килеп сығыу менән танышығыҙ — Ғ.Туҡаевты ҡаршы алаһығыҙ, яратҡан артисты кҙреҙ менән ҡыуанаһығыҙ һәм шунда ук онотаһығыҙ — һеҙҙең алда ҡайҙалыр осраған, үҙ эшен ярата торған шофер Шаһи йөрөй башлай. Йыш ҡына тамашасы ауыҙынан «Туҡаев Шаһиҙы килештерә инде ул», тигәнде «Шаһи Туҡаевты килештерер инде ул», тип, бутап әйтеүҙәрен дә ишетәбеҙ. Был рәүешле образ исеме менән башҡарыусы исемен бутау артист өсөн ҙур маҡтау ғына ул».

Тамашасы хәтерендә «Ҡара йөҙҙәр»ҙәге Ҡазый менән «Таңсулпан»дағы Ишмай, «Мылтыҡлы кеше»ләге Шадрин һәм «Яңғыҙ ҡайын» пьесаһында шофер Шаһи ролдәре һ.б. бик күптәр.

Милли театр мәҙәниәтендә яҡты эҙ, бай мираҫ ҡалдырған ижади шәхестәребеҙҙе быйылғы миҙгелдә, театрыбыҙ үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын билдәләгән йылда, айырыуса ҙур тулҡынланыу менән телгә алабыҙ. Ғәзим Туҡаевтар быуынының да тормоштоң иң камил төшөнсәләренә, йәшәйеш ҡанундарына инанып, юғары идеяларҙы тамашасыға еткереүҙә фиҙаҡәр хеҙмәттәре ысын-ысындан баһалап бөткөһөҙ.