Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улы (1894-1947)

Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улы 1894 йылдың 5 майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы) Шәҙиғәй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнаша. 1919-1920 йылдарҙа — Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссариатының Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы художество бүлегенең театр студияһында, 1920 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Башҡорт фольклоры (музыка, бейеү, театр) эстетикаһын яҡшы белгән оҫта. Ул профессиональ театр сәхнә сәнғәтенә халыҡ театры формаларын индереүсе артист. Беренсе ролдәре: М. Буранғоловтың «Ашҡаҙар»ында Йомағол, «Дала кешеһе Йәркәй» ендә Йәрмөхәмәт, «Шәүрә килен»ендә Айсыуаҡ роле, Ф. Сөләймәнов Инан, С. Мерәҫов, В.Мортазин-Иманскийҙарҙың «Салауат» драмаһында Салауат, Х.Ғәбитовтың «Ынйыҡай һәм Юлдыҡай»ында Юлдыҡай. Был ролдәрҙе уйнағанда уның лирик-романтик амплуалы артист икәнлеге таныла һәм алдағы ижадының йүнәлеше билдәләнә. Олоғайғас, Ушанов башлыса сатирик акцентлы комик ролдәрҙе уйнай, мәҫәлән; Х. Ибраһимовтың «Башмағым»ында Вафа, «Кейәүкәй»ендә Низами, Ҡ.Даяндың «Таңсулпан»ында Мортаҙа, А. Н. Островскийҙың «Бирнәһеҙ ҡыҙ»ында («Бесприданница») Карандышев, «Шаулы-гөрлө урын»ында («На бойком месте») Аҙғын (Непутевый) ролдәрен башҡара. Ушанов шулай уҡ У.Шекспир, Ф.Шиллер, Н.В.Гоголь, А.П.Чехов, А.М.Горький әҫәрҙәренең персонаждарын да сәхнәлә бик оҫта итеп башҡара. Төрлө театр коллективтарында режиссер булараҡ 20-нән артыҡ спектакль әҙерләп күрһәтә. Шул иҫәптән, Баймаҡ колхоз-совхоз театрында М.Буранғоловтың «Башҡорт туйы», М.Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу», Т.Ғиззәттең «Данлы дәүер», Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ғ.Камалдың «Беренсе театр», Д.Юлтый һәм К.Иҙелғужиндың «Әбйәлиловтар уғры төркөмө», П.М.Невежиндың «Икенсе йәшлек» спектаклдәре. Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улы бейеүсе һәм ҡурайсы булып республикала концерттар ҡуя. Уның эстрада репертуарында театр һәм фольклор әҫәрҙәре ҙур урынды биләп тора. Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улына 1935 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы”, ә 1944 йылда “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеме бирелә. 1947 йылдың 5 мартында Өфө ҡалаһында вафат була һәм Көньяҡ мосолман зыяратында ерләнә.

Динара Ҡәйүмова