Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Вәлитов Заһир Суфиян улы (1940—2019)

Заһир Суфиян улы 1940 йылдың 1 ноябрендә Күгәрсен районы Вәлит ауылында тыуған. Йомағужа урта мәктәбенән һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Уҡыуҙы тамамлағас, актерлыҡ эшен Сибай башҡорт драма театрында башлай. Сибайҙа эшләгән йылдарын актер сәнғәт  һәм тормош мәктәптәрен үтеү миҙгеле лә булды, тип иҫәпләй. Ижад юлының башында уҡ З.Вәлитовты төп ролдәргә тәғәйенләйҙәр, сөнки режиссерҙар уның сәхнә мөмкинлектәрен, ижад ҡеүәһен тәү ҡараштан уҡ төҫмөрләй. Баязит Бикбайҙың «Аҡҡош йыры» драмаһында – Сахай, Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһында – Акъегет, Сыңғыҙ Айытматовтың «Ал яулыҡлы тирәккәйем» мелодрамаһында – Ильяс һәм башҡа образдарҙы башҡара ул ижад юлының тәүге йылдарында.

1970 йылда Заһир Вәлитов Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә саҡырыла (һуңғараҡ — ситтән тороп Өфө сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлай) һәм бөгөнгө көндә лә ул ошо театрҙа ижад итә.

Артист Заһир Вәлитов ижад ғүмерендә береһенән-бере үҙенсәлекле, ҡапма-ҡаршылыҡлы характерлы 80-гә яҡын образдар тыуҙырҙы. Тимәк, актер сәхнәлә шунса ғүмер кисергән, шунса яҙмышты тамашасы хөкөмөнә сығарған, тигән һүҙ.

Уның образдары әллә ҡайҙан «бына-мин» тигәндәй күҙгә ташланып та бармай, әммә үҙенсәлекле фекерләү ҡеүәһенә эйә булыуы менән тамашасы иғтибарын йәлеп итә, герой ыңғайына тормош фәлсәфәһен аңларға тырышыу теләген уята. Төп ролдәр булһынмы, эпизодикмы – ул милли драматургиянан алып донъя классикаһы хазиналарын тәшкил иткән әҫәрҙәрҙәге образдарҙы ла юғары кимәлдә башҡара. Шуларҙың бер нисәһен генә атап үтәйек — Аҡъегет, Дәрүиш («Ай тотолған төндө» М.Кәрим), Вәли («Тапшырылмаған хаттар» Ғ.Ҡотой), Сәғәҙиев («Ун өсөнсө председатель», «Һуңғы уҙаман» А.Абдуллин), Доменико («Илай белмәгән ҡатын» Э.де Филиппо) һ.б.

Заһир Вәлитовтың үҙенә генә хас уйнау алымдары булып түбәндәгеләрҙе атарға мөмкин — геройҙары теүәллек, бөтөнлөк яғынан айырылып тора, уларға сәбәләнеү — өтәләнеү ят. Артистың тормошто һәйбәт белеүе, кешеләге үҙенсәлекле һыҙаттарға иғтибарлылығы, кеше психологияһын тәрән аңлауы уның тәбиғи  талантын тағы ла байыта.

Заһир Вәлитовтың ижадына халыҡсанлыҡ, типиклаштырыуға ынтылыу, психологизм, йыш ҡына нескә юмор, фәлсәфә хас. Улар тамашасыны бер һүҙҙән ышандыра. Ошо йәһәттән Н.Асанбаевтың «Һыу юлы»ндағы Йософ, Ф.Богдановтың «Юлдар күперҙә осраша» драмаһындағы – Тимашев, Ә.Мирзаһитовтың «Ғүмер ике килмәй»ендәге Хасбулат, Н.Нәжмиҙең «Ҡыңғыраулы дуға»һында Райман, Т.Таһировтың «Ғәлиә»һендәге Булат, А.Чеховтың «Апалы-һеңлеле өсәү»ендәге Кулыгин, А.Островскийҙың «Аҡ ҡанатлы хыялым»ындағы Нароков, Р.Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары»ндағы Әптрәй, «Аҫылйәр»ҙәге (М.Фәйзи) Искәндәр бай, «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр»ҙәге (А.Осровский) Дудукин кеүек күркәм образдар тыуҙырҙы.

М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (реж. -Р.Исрафилов) спектаклендәге Шағир роле өсөн З.Вәлитов республиканың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

Актерҙың һуңғы йылдарҙа «Нәркәс»тә (И.Йомағолов) – Илсеғол, «Ҡоҙаса»ла (Б.Бикбай, З.Исмәғилев) – Мулла, «Күгәрсенкәйҙәрем»дә (Ф.Бүләков) – Абдулла, «Кәкүк ояһы»нда (К.Кизи) – Сканлон, «Мулла»ла (Т.Миңнуллин) – Сәләхетдин, «Бирнәһеҙ ҡыҙ»ҙа (А.Островский) – Кнуров, «Бер мәл санаторийҙа» (Н.Ғәйетбаев) – Гәрәй, «Әбейушкә@тущка.ru»ла (Р.Кинйәбаев) – Миһран ҡарт һ.б. ролдәрҙә уйнаны.

Актер булараҡ Заһир Вәлитов 90-дан ашыу роль уйнаған, шулай уҡ Р.Байбулатовтың «Йәрем минең – Алиһәм» пьесаһын сәхнәләштергән, балалар өсөн пьесалар яҙған.

Сәхнә оҫтаһы З.Вәлитов, кеше булараҡ та ябайлығы, ихласлығы, эскерһеҙ күңеле менән әсир итте, аралалашҡанда ғәжәйеп мәҙәнилеге менән үҙенә ихтирам уята ине.

 

Динара Ҡәйүмова