Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы (1915 – 1997)

Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы – башҡорт совет театр актёры, шағирә, драматург һәм тәржемәсе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, 1938 йылдан — СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы, 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы 1915 йылдың 28 декабрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Баҡай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Үҫмер сағы хәҙерге Ҡариҙел районының Бәҙрәш ауылында үтә — ҡыҙ бер нисә йыл бында йәшәгән ағаһында тәрбиәләнә. Тәбиғәттән күп һәләттәргә эйә булған Рәғиҙә Янбулатова бик йәшләй үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәрендә әүҙем ҡатнаша, һәм нәҡ ошо әүәҫлек уның артабанғы тормош юлына туранан-тура йоғонто яһай ҙа инде.

1932 йылда Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Өфө ҡалаһындағы ул ваҡытта эшләп килгән Башҡорт сәнғәт техникумына уҡырға инә һәм уның актер бүлеген легендар Хажи Бохарский класы буйынса 1935 йылда уңышлы тамамлап сыға. Ошо йылдан Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙының артабанғы бар тормошо һәм булмышы М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән оҙаҡ йылдарға ныҡлы бәйләнә.

Күренекле башҡорт драматургы Сәғит Мифтахов пьесаһы буйынса ҡуйылған «Һаҡмар» спектаклендә Айһылыу роленән башлап, үҙенсәлекле драма актрисаһы үҙенең дүрт тиҫтәгә яҡын ижади ғүмере барышында йөҙләгән һоҡланғыс образ тыуҙырҙы. Һәр артист өсөн хас булған ыңғай сифаттарҙы — тышҡы һылыулыҡ, юғары хистәргә бай күңел һәм матур ғына түгел, моңло ла тауышты — үҙендә туплауы, сәхнәлә ихласлығы һәм ябайлығы менән Рәғиҙә Янбулатова бер нисә быуын театр һөйөүселәренең ихлас күңелдән яратҡан артистарының береһенә әйләнде.

Нескә лирик һәләт, йырсы таланты, нәфислек Рәғиҙә Янбулатоваға башҡорт, татар драмалары һәм комедияларында сағыу образдар ижад итергә мөмкинлек биргән: Айһылыу («Һаҡмар», С.М.Мифтахов; дебют, 1932, Эшсе йәштәр театры, Өфө), Ғәлиәбаныу («Ғәлиәбаныу»), Сәрүәр («Башмағым»), Сажиҙә («Еҙнәкәй»; икеһе лә — Х.К.Ибраһимов), Сәрби («Йәш йөрәктәр», Ф.Бурнаш) һ.б.

Шәфәҡ һәм Тәңкәбикә («Ай тотолған төндә»), Ширин («Һөйөү тураһында хикәйәт», Н.Хикмәт), Тулғанай (С. Айытматовтың «Материнское поле») повесы буйынса Л.В.Вәлиевтең «Әсә, Ер-Әсә» спектакле), Зөмрәт («Нәркәс», И.Х.Йомағолов) һ.б. образдары тәрән психологизм һәм көслө дәрт менән айырылып торған.

Актрисаның репертуарына шул уҡ классик сит ил һәм урыҫ драматургияһының драматик һәм трагик образдары ингән: Дездемона («Отелло», У. Шекспир), Луиза («Мәкер һәм мөхәббәт», Ф.Шиллер), Татьяна («Мещандар», М.Горький), улар араһында айырыуса Соня («Ваня ағай», А.П.Чехов). Һәр образды тик үҙенсә генә һынландырыу, уны тамашасы күңеленә барып етерлек итеп асып биреүгә бар тырышлыҡты һалыу шиғри хисле артисты бар ижад эшмәкәрлегендә оҙатып килде.

Һөҙөмтәлә — ысын мәғәнәһендә тамашасы һөйөүен яулаған Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы 1949 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы» исеменә, тағы ла биш йылдан республиканың «халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булды. 1955 йылда илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә үткәрелгән Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте декадаһынан һуң уға «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Башҡорт сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм ижади ҡаҙаныштары өсөн Рәғиҙә Янбулатова СССР миҙалдары менән дә бүләкләнде, күп тапҡырҙар төрлө кимәл етәкселәр ҡул ҡуйған Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.

Рәғиҙә Янбулатова тынғыһыҙ сәхнә эшмәкәрлеге менән бер рәттән йәшлек йылдарынан уҡ әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. 1957 йылда «Елбәҙәк ҡарҙар» тип исемләнгән тәүге шиғри йыйынтығы донъя күргәндән һуң СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгән нескә күңелле шағирә артабан тағы ла бер нисә китабын нәшер итте, уларҙың береһендә балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр тупланған. Үҙен сәхнәгә арнаған ижадсының шиғырҙары ла тәрән тойғоло, бай моң-аһәңле һәм нескә хисле булыуҙары менән йыр һүҙҙәренә тартымдар. Шуға ла уларға билдәле башҡорт композиторҙары Рәүеф Мортазин, Хөсәйен Әхмәтов, Таһир Кәримов һәм Бәхти Ғайсин бик күп көй яҙҙы, был йырҙар шунда уҡ тиерлек башҡарыусылар араһында ла, төрлө быуын тыңлаусыларҙа ла ҙур популярлыҡ яуланы.

Рәғиҙә Янбулатованың тормош юлдашы — башҡорт сәнғәтенең мәшһүр вәкиле, театр һәм кино артисы, аҙаҡтан режиссер һәм драматург булып танылған һәм 1955 йылда башҡортттар араһынан тәүгеләрҙән булып «СССР-ҙың халыҡ артисы» тигән юғары һәм хөрмәтле исемгә лайыҡ булған атаҡлы ир-уҙаман Арыҫлан Мөбәрәков (1908—1977). Ике сәхнә әһеленең ҡыҙы, образлы итеп әйткәндә, сәхнәлә тыуып-үҫкән Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова ла республикабыҙҙың ғына түгел, бөтөн ил сәнғәтенең яҡты йондоҙона әүерелде: башҡарған сағыу ролдәре өсөн ул 1990 йылда атаһы кеүек «СССР-ҙың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

«Рәғиҙә Йәнбулатова — лирик шағирә. Шиғырҙарында тәбиғәткә, яҡындарына, йәшлек дуҫтарына арналған юлдарҙан һөйөү, һағыныу, сафлыҡ бөркөлөп тора. Уларҙа диңгеҙ киңлектәренән осҡан аҡсарлаҡтар менән осрашаһың, ихласлыҡ менән ярҙарына бәргән тулҡындарҙы күҙәтеп, был-был һайрауына тын ҡалаһың… Шағирәнең шиғри юлдары көйгә һалына һәм ул халҡыбыҙ яратып башҡарған бик күп йырҙарҙың авторы булып таныла» – тип яҙҙы уның хаҡында журналист Фәниә Юланова.

60-сы йылдарҙа Рәғиҙә Йәнбулатова шиғырына яҙылған популяр «Өфөм – баш ҡалам» вальсын белмәгән кеше бик һирәк булғандыр. Был йыр бөгөн дә олоһона ла, кесеһенә лә таныш һәм яҡын.

Тау башында балҡый бер ҡала,

Ул ҡала Өфө тип атала,

Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,

Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.

Урамдары көҙгөләй асфальт

Эшсән халҡы күңелле һәм шат.

Ҡайҙа барһам, һиңә ашҡынам,

Ах, Өфөм, гүзәл һин, баш ҡалам!

Йәшлек темаһына арналған шиғырҙары үткәндәрҙе һағыныу тойғоларына һуғарылған. Уларҙы уҡып, комсомол сафында тәрбиәләнгән йәштәрҙең эштәре менән танышып, алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу уйы менән яна башлайһың. «Яҡын йортом» шиғырында ҡайнап, дәрте ташып торған йәштәрҙең ҙур маҡсаттар менән яныуын, һәр еңеүгә ҡайнар йөрәк менән барырға өйрәтеүсе комсомол саҡтарын хәтерләй.

…Эшсе йәштәр – эштән, уҡыусылар

Уҡыуҙан һуң һәр кис ашҡынып

Килә инек Комсомол йортона,

Данлар өсөн йәшлек ташҡынын…

Юғары хистәргә бай артист сәхнәлә һәр образды үҙенсә һынландырып, уны бар күңеле менән яратып, ҡабатланмаҫ итеп башҡара. М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» трагедияһындағы Шәфәҡ ролен тәү тапҡыр нәҡ ул уйнай. «Шәфәҡ нуры» шиғырында бына нимә ти ул:

Уйнап Шәфәҡ килен ролен,

Рухым менән күккә аштым,

Йәшәрҙем бер мәлдә мин һәм

Йәшлегем менән хушлаштым.

Йәшлегемдең һуңғы нуры

Булды миңә Шәфәҡ роле,

Шәфәҡ нуры араһына

Инеп юғалды ул бары.

Шуға күрә киске шәфәҡ

Нурҙарына мин ҡараһам,

Йәшлегем, гүйә, йылмая

Шәфәҡ нуры араһынан.

1959 йылда яҙылған «Ҡыҙыма» шиғырынан әсәнең ҡыҙына ҡайнар мөхәббәте, наҙы, йылылығы тойола. Йәшлек йырым, гөлөм тип, был-был менән сағыштыра ул. Алдына килгән ауырлыҡтарҙы сабыр ҡабул итеп, сыҙам булырға, күҙенән йәштәр түгел, тик нурҙар балҡып тороуына изге теләктәр теләй.

…Яуһа боҙҙар, ҡупһа ҡойон,

Иҫһә елдең һалҡыны…

Сәскә кеүек аума ергә,

Сыҙам бул һин, алтыным!

Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы ошо һүҙҙәрҙе ҡабатларға ярата ине: «Моң минең булмышымдағы бөтә мөмкинлекте бергә тупланы ла ҡеүәтле бер көскә әйләндерҙе. Әгәр врач булһам, ауырыуҙарға мотлаҡ рәүештә йыр тыңларға ҡушыр инем. Иң яратҡан йырҙарын, туған моңдарын тыңлатыр инем. Һауығыуҙы күпкә тиҙләтер ине был сара. Йырҙан, моңдан айырылмағыҙ».

Бында бер ҡыҙыҡлы фактҡа туҡталып китеү урынлы булыр: Арыҫлан Мөбәрәков республикала һәм башҡорттар араһында беренсе «СССР-ҙың халыҡ артисы» булһа, уның ҡыҙы — республикала был бейеклеккә күтәреүселәрҙең һуңғыһы, ил буйынса ла ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусы һуңғы сәхнә оҫталарының береһе булды. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы был шөһрәтле исемде алып ике йыл да үтмәне, СССР тигән бөйөк ил тарҡалып, юҡҡа сыҡты. Унан алда ғына «халыҡ артисы» исемен киң билдәле бер нисә сәнғәт вәкиленә биреп өлгөрҙөләр. СССР-ҙың һуңғы (1991 йыл) «халыҡ артистары» — йырсы Алла Пугачева һәм актёр Олег Янковский.

Рәғиҙә Янбулатова 1997 йылдың 13 октябрендә Өфөлә вафат була.

Ирина Шәмсетдинова әҙерләне.