Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Хәтерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ…

Яруллин Хәмит Ғатаулла улы (1935 – 2015)

Яруллин Хәмит Ғатаулла улы – РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Салауат районының почётлы гражданы.

Башҡорт совет һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, режиссёр һәм педагог Хәмит Ғатаулла улы Яруллин 1935 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Ахун ауылында тыуған.

Хәмит Яруллин – данлыҡлы Гитиссылар быуыны, ул В.А.Луначарский исемендәге дәүләт театр институтын (ГИТИС) (педагогтары Б. В. Бибиков һәм О. И. Пыжова) тамамлағас, 1959—1987 йылдарҙа М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Йәш артистың тәүге ролдәренән үк театрға сағыу, үҙенсәлекле, яҡшы әҙерлекле, матур тауышлы актерҙың килеүе күренә. Ошо сифаттары уға труппала лайыҡлы урын яуларға мөмкинлек бирә.

1961—1980 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, ә 1970—1971 йылдарҙа — З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта. 1987—1992 йылдарҙа Хәмит Яруллин «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы режиссеры. 1992 – 1998 йылдарҙа — Хәмит Ғатаулла улы Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артисы, бер үк ваҡытта Башҡортостанн Республикаһының Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында уҡыта.

1998 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрына кире ҡайта. Хәмит Яруллин ҡатнашлығындағы спектаклдәрҙең уңышы актерҙың оҫта уйнауына, һәр ролде сағыу буяуҙар һәм ҡабатланмаҫ интонациялар менән байыта белеүенә бәйләнгән. Башҡорт драма театры сәхнәһендә режиссер булып И.К.Карпенко-Карыйҙың «Бәхетһеҙ» («Бесталанная») пьесаһы буйынса «Бәхетһеҙ мөхәббәт», М. Байджиевтың «Дуэль» пьесаһы буйынса «Наҙлыгөл» спектаклдәрен ҡуя.

Хәмит Ғатаулла улы эштәре нескә психологизм һәм интеллектуаллек, деталдәрҙе ентекләп әҙерләү, сәхнә телмәре һәм пластика оҫталығы менән айырылып торған. Аныҡ социал характеристика биреү оҫталығы ҡапма-ҡаршы образдар ижад итеүҙә асылған: әҙәпһеҙ карьеристар Раззаков («Йөрәк менән шаярмайҙар», И.Ә.Абдуллин), Ғиндуллин («Операция», Ғ.Ғ.Шафиҡов) һәм юғары гражданлыҡ тойғоһона эйә булған Сергей Чекмарёв (А.Х. Абдуллиндың «Онотма мине, ҡояш!» повесы буйынса спектакль), Шағир («Шоңҡар», Ә.Ҡ.Атнабаев) һ.б.

Актёр ҡаршылыҡтар, шиктәр менән һуғарылған образдарҙы айырыуса уңышлы башҡарған: Тибальт («Ромео менән Джульетта», У.Шекспир), Бабаев («Бәлә кеше башынан йөрөй», А.Н. Островский), Әбүбәкер («Ҡыҙыл паша», Н.Асанбаев).

Хәмит Яруллин репертуарына шулай уҡ рус классикаһынан: Львов («Ивановтың фажиғәһе», А.П.Чехов), Яков («Һуңғылар», М.Горький), Каренин («Тере мәйет», Л.Н.Толстой); сит ил драматургияһы әҫәрҙәре буйынса байтаҡ ролдәр ингән: Фабрицио («Гостиница хужаһы», К.Гольдони; дебют, 1959), Фердинанд («Мәкер һәм мөхәббәт», Ф. Шиллер), Джильберт («Мария Тюдор», В.Гюго). Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә Буран («Онотолған доға», Ф.М. Бүләков), Батыр («Ҡабул ит уларҙы, Шамбала!», Б.Гаврилов), Трумен («Мәмерйә», Шафиҡов) һ.б. ролдәр башҡарған.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Хәмит Ғатаулла улы И.Йомағоловтың «Нәркәс», С.Латиповтың «Көнләш, Америка, көнләш!», А.Островскийҙың «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», М.Кәримдең «Салауат», Ғ.Шафиҡовтың «Аттила», Т.Ғарипованың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» һәм башҡа авторҙарҙың пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә башҡарған ролдәрен тамашасылар бик йылы ҡабул итте.

Бик күп радио- һәм телеспектаклдәрҙә уйнаған. Кинофильмдарҙа ролдәре – «Алтын атлы һыбайлы» («Всадник на золотом коне») ҡартты уйнаны, («Мосфильм» киностудияһы, 1980 йыл), «Ауыл өҫтөндә йәйғор» («Радуга над деревней») фильмында Ҡотлобай ролен башҡарҙы («Башҡортостан» киностудияһы, 2000 йыл). Шулай уҡ «Кинйә», «Бөртөкләп йыйыла алтын», «Өмөт» телефильмдарында төштө.

2012 йылда Ахун урта мәктәбенең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Х. Яруллиндың тормошо һәм ижадына арналған мөйөш асыла.

Яруллин Хәмит Ғатаулла улы 2015 йылдың 5 июнендә Өфөлә вафат була. Тыуған ауылы Ахунда ерләнгән.